Өфө ҡалаһы көнө
Өфө ҡалаһы көнө (рус. День города Уфы) — йыл һайын 12 июндә билдәләнгән байрам. Был дата Рәсәй көнө һәм Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнө менән тап килә. Был көндә Башҡортостан баш ҡалаһының халҡы һәм ҡунаҡтары байрам сараларында, концерттарҙа, фестивалдәрҙә һәм мәҙәни программаларҙа ҡатнаша.
Байрам тарихы
Өфөгә нигеҙ һалыныуҙың рәсми датаһы — 1574 йыл. Иван Грозныйҙың бойороғо буйынса воевода Иван Нагой (рус.)баш. бейек убала ағас кремль төҙөтә. Тәүҙә Өфө яңы ерҙәрҙе һаҡлау өсөн ҡәлғә ролен үтәй. 1586 йылда ауыл ҡала статусын ала һәм өйәҙҙең административ үҙәгенә әйләнә.
Оҙаҡ ваҡыт Өфөнөң тыуған көнө тип нәҡ 1586 йыл иҫәпләнә, шуға күрә 1886 йылда ҡаланың 300 йыллығы тантаналы рәүештә билдәләнә. Яңы этап совет осоронда башлана: 1974 йылда, ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың 400 йыллығына ҡарата, байрам датаһы итеп 1574 йыл нығытыла. Шул ваҡыттан алып нәҡ ошо дата төп иҫәпләү нөктәһе булып тора.
Ҡала көнөн (рус.)баш. йыл һайын байрам итеү традицияһы 1990-сы йылдар башында барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта Өфө, Рәсәйҙең башҡа эре ҡалалары кеүек үк, киң күләмле халыҡ байрамдарын үткәрә башлай. Тантананың ҡалыплашыуында крайҙы өйрәнеүселәр, тарихсылар һәм ҡала администрацияһының инициативалары ҙур роль уйнай[1]. Ул саҡтағы мэр М. Зайцев мәҙәниәт идаралығы начальнигы Борис Ларионовҡа ҡала тарихын өйрәнергә һәм яңы ҡала байрамы өсөн дата һайларға ҡуша. Һөҙөмтәлә 12 июнь һайлана, сөнки ул бөтә ил буйынса ял көнө (Рәсәй көнө) булып тора.
Крайҙы өйрәнеүселәр асыҡлауынса, Өфөгә нигеҙ һалыныуҙың тарихи датаһы Пасхаға тура килгән, йәғни «күсмә» булған. Шуға күрә байрам итеү өсөн уңайлы һәм бөтә Рәсәй ял көнө булған 12 июнь һайлана.
Тәүге Ҡала көнө тантаналы саралар менән үтте. Тәүге байрамдың сценарийын Өфө ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре яҙа. Башҡорт илселәренең рус батшаһынан ҡәлғә — буласаҡ Өфөнө төҙөүҙе һорауы тураһындағы театрлаштырылған тамаша төп ваҡиға була. Майҙанда бер нисә сәхнә эшләй, халыҡ өсөн конкурстар, күргәҙмәләр, балалар уйындары ойошторола. Төп йондоҙҙар — урындағы артистар һәм коллективтар.
Тәүге байрам программаһына «Үҙ ҡулдарың менән» конкурсы, кулинария ярыштары, иң яҡшы ихаталар һәм балкондар конкурсы, ҙур концерт, тынлы оркестрҙар парады һәм Силәбе белгестәре ойошторған фейерверк инә[2].
- Рәсәй көнө менән тап килеүе
12 июнь датаһын һайлау шулай уҡ был көндөң Рәсәйҙә Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителгән көн (хәҙер — Рәсәй көнө) булараҡ билдәләнеүе менән бәйле. Шулай итеп, өфөләр бер юлы бер нисә мөһим ваҡиғаны: Рәсәй көнөн, Ҡала көнөн һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөн байрам итеү мөмкинлегенә эйә. Ошоға оҡшаш традицияны башҡа ҡалалар ҙа, мәҫәлән, Түбәнге Новгород, Ижевск, Красноярск һәм Пермь ҡалаларында бар[3].
2022 йылда "Өфө – Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы" иҫтәлегенә арналған стела асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, стела өфөләрҙең хеҙмәт ҡаһарманлығына һәм уларҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөнә хөрмәт күрһәтелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың баш ҡалаһына 40-тан ашыу сәнәғәт предприятиеһы эвакуациялана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһы Президентының Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһындағы Указы 2020 йылда сыҡҡайны[4].
Байрам программаһы
Өфөләге заманса тантаналар төрлө сараларҙы үҙ эсенә ала:
- Салауат Юлаев һәйкәленә, Дуҫлыҡ монументына һәм ҡаланың башҡа иҫтәлекле урындарына сәскәләр һалыу;
- үҙәк майҙандарҙа байрам концерттары;
- ҡала ресторандары һәм кафелары ҡатнашлығындағы «Есть фест» гастрономия фестивале;
- Ленин майҙанында балалар байрамдары һәм һөнәрселәр йәрминкәләре;
- спорт ярыштары, шул иҫәптән стритбол буйынса турнирҙар һәм киң күләмле йүгереүҙәр;
- этнографик күргәҙмәләр һәм һөнәрселәрҙең оҫталыҡ дәрестәре;
- урындағы һәм саҡырылған артистар ҡатнашлығында театрлаштырылған тамашалар һәм концерттар.
Байрам, ғәҙәттә, концерттар һәм мәҙәни программалар менән тамамлана. Ҡайһы бер йылдарҙа салют ойошторолһа ла, һуңғы ваҡытта хәүефһеҙлек һәм бюджетты сарыф итмәү өсөн салют үткәрелмәй.
Ҡала көнө өфөләр өсөн — тантана ғына түгел, ә ҡала халҡының берҙәмлеге, тарихҡа һәм мәҙәни традицияларға хөрмәт символы ла. Ул Өфөнөң күп милләтле Башҡортостан баш ҡалаһы һәм Рәсәйҙең эре үҙәге булараҡ әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Байрам ҡаланың тарихи үткәнен һәм мәҙәни традицияларын сағылдыра, төрлө быуын кешеләрен берләштерә[3].
2026 йылда Ҡала көнө
2026 йылда Өфө ҡалаһы көнө 12 июндә Рәсәй көнө менән бергә билдәләнде. Байрам тантаналары Дуҫлыҡ монументы һәм «Өфө — хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалыу, шулай уҡ йәш өфөләргә тәүге паспорттар тапшырыуҙан башланды.
Төп байрам майҙансығы В. И. Ленин исемендәге майҙанда ойошторолдо. Бында «Рәсәй йөрәгендә — минең Өфөм» концерт программаһы, халыҡ кәсептәре йәрминкәһе һәм гастрономия майҙансығы эшләне. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте кубогына көрәш буйынса турнир үтте.
Байрамдың мөһим сараларының береһе «Есть Фест» гастрономия фестивале булды. Унда ҡала ресторандары ҡатнашты, концерттар, оҫталыҡ дәрестәре һәм ғаилә өсөн күңел асыу программалары ойошторолдо. Спорт һәм мәҙәни саралар «Ҡашҡаҙан», «Первомайский» һәм И. Яҡутов исемендәге парктарҙа, ә «Аҡбуҙат» ипподромында ат спорты байрамы үтте. Ленин майҙанында шулай уҡ «Триколор в твоём городе» Бөтә Рәсәй проектының интерактив майҙансығы эшләне[5][6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Абдуллина Юлия. Разберёмся по порядку, откуда и почему 12 июня является и днём города и днём России, и в честь чего мы всё же отдыхаем. Журнал RB7/ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
- ↑ Галина Ишмухаметова. Как рождался День города (1 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
- ↑ 1 2 Как отметят День города в Уфе в 2025 году: фестиваль еды, концерты и праздник для детей. Горбилет (10 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
- ↑ В столице Башкирии открыли стелу "Уфа - Город трудовой доблести". Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
- ↑ День города в Уфе 2026. molniya.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
- ↑ Новости - Вся Уфа. allufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.