Салауат йыйыны
Салауат йыйыны (рус. Дни Салавата) — Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаевтың иҫтәлегенә бағышланған республика халыҡ байрамы. Республика кимәлендә Салауат Юлаев көндәре сиктәрендә үткәрелгән иң мөһим мәҙәни сараларҙың береһе булып тора. Уның маҡсаты — башҡорт халыҡ ижадының һаҡланыуын һәм үҫешен тәьмин итеү, милли йолаларҙы һәм халыҡ традицияларын популярлаштырыу, йәш быуынды тарихи ҡиммәттәргә һөйөү рухында тәрбиәләү.
Байрам тураһында
Байрам 1989 йылдан алып йыл һайын Салауат районында уҙғарыла[1]. 2004 йылдың 20 июлендә Башҡортостан Республикаһы Президенты «Башҡортостан Республикаһында Салауат Юлаев көндәрен үткәреү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы[2]). Байрам саралары, башта ҙайлап алыу турын үтеп, республиканың төрлө ҡала һәм райондарында үткәрелә башланы.
- Республика «Салауат йыйыны» фольклор байрамының маҡсаттары
|
|
- Форматы һәм саралары
Салауат йыйыны байрамы бай һәм күп яҡлы мәҙәни-спорт программаһы менән билдәләнә:
|
|
2015 йылда «Салауат йыйыны» программаһына Айҙар Байыҡ сәсән призына импровизатор — сәсәндәр бәйгеһе индерелде[3].
- Ойоштороусылар
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Салауат районы муниципаль районы хакимиәте, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Үткәрелгән урындары
«Салауат йыйыны» фольклор байрамы Салауат районында үтә. 2006 йылда Балтас районында[4], 2007 йылда Саҡмағош районында[5], 2008 йылда Салауат ҡалаһында[6], 2009 йылда Өфө ҡалаһында[7], 2010 йылда Ишембай районында[8] үтте.
Артабанғы йылдарҙа байрам Салауат районында үткәрелде.
2025 йылдың 14 июнендә «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында «Беҙ – Салауат тоҡомо» конкурсында Балаҡатай, Дыуан, Иглин, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан 17 команда спорт һәм ижади һынауҙарында көс һынашты. Гран-при «Салауат батыры–2024» исеменә Салауат районынан Ильнар Хасанов, «Йөҙөк ҡашы Зөләйха–2024» исеменә Балаҡатай районынан Наҙгөл Ғәлиуллина лайыҡ булды. «Оран» сувенирҙар конкурсында Өфөләге «Салауат» ательеһы коллективы гран-при (50 000 һум), Учалы районы оҫтаһы Ҡим Мужаверов I дәрәжәләге лауреат (20 000 һум) тип билдәләнде, уларҙың күргәҙмә эштәре Салауат Юлаев музейы фондына тапшырылды. Милли йорто-конкурста 18 муниципалитет ҡатнашып, жюри септә һуғыу, кейеҙ баҫыу, тамбурлы биҙеү, тукаусылык, керамика һәм башҡа милли һөнәрҙәрҙе баһалап, тәүге урынға 150 000 һумм менән Ҡыйғы районы, икенсе урынға Ҡариҙел районы, өсөнсө урынға Салауат районы лайыҡ булды, Әшә (Силәбе өлкәһе) һәм Нуриман райондары дипломант тип танылды[9].
Байрам күренештәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Марина Шумилова. 18 июня в Салаватском районе пройдет Республиканский фольклорный праздник "Салауат йыйыны" (15 июнь 2005).
- ↑ Указ от 20.07.2004 г № УП-399Об установлении в Республике Башкортостан Дней Салавата Юлаева. Архив документов Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2025.
- ↑ В Башкирии пройдет традиционный фольклорный праздник «Салауат йыйыны». Башинформ (9 ғинуар 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2025.
- ↑ Алия Давлетшина. В Балтачевском районе начался Республиканский фольклорный праздник "Салават йыйыны". Башинформ (17 июнь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 0205.
- ↑ Гульназ Шарафлисламова. Праздник Салавата собрал более трех тысяч участников (19 июнь 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2025.
- ↑ Альфия Аглиуллина. В "Салават йыйыны"-2008 приняло участие более четырех тысяч самодеятельных, профессиональных исполнителей и коллективов (23 июнь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2025.
- ↑ Муртаза Рахимов подписал Указ о проведении в 2009 году 255-летия со дня рождения Салавата Юлаева и праздника "Салауат йыйыны". Башинформ (10 ноябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2025.
- ↑ На священной для башкир горе Торатау начинается праздник «Салават йыйыны-2010». Башинформ (12 июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2025.
- ↑ На родине национального героя Башкортостана состоялся Республиканский фольклорный праздник «Салауат йыйыны». Культурный мир Башкортостана (16 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2025.
Һылтанмалар
- Дни Салавата. / Фольклор народов Башкортостана — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2025.