Салауат Юлаев көндәре
Салауат Юлаев көндәре[1][2] — июндең икенсе декадаһында (12-16) Башҡортостан Республикаһында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләү даталары. Башҡортостан Республикаһы Президентының 2004 йылдың 24 июлендәге «Башҡортостан Республикаһында Салауат Юлаев көндәрен булдырыу тураһындағы» 399-сы Указы менән булдырыла[3].
Тарихы
Тарихи сығанаҡтар буйынса Салауат Юлаевтың тыуған йылының һәм көнөнөң аныҡ датаһы билдәле булмағанлыҡтан (1754 йыл тип йөрөтөлһә лә, башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1752 йыл күрһәтелә. 1775 йылда 25 февралендә Сенат экспедицияһы яуап алғанда Салауат Юлаев үҙенең йәшен былай тип әйткән:
«…отроду ему двадцать первой год»— [4]
һәм тыуған көнө март һәм октябрь айҙары арауығына тура килгәнлектән, 16 июнь көнө биографтар килешеүе менән шартлы рәүештә ҡабул ителә.
Республикала Салауат көндәре Рәсәй көнө, Өфө ҡалаһы көнө менән бер рәттән байрам ителә[5]. Республика етәкселеге был көндә милли батырыбыҙ һәйкәленә сәскәләр һала[6], ғилми конференциялар ойошторола, дәүләт учреждениеларында тематик саралар үтә, Салауат тураһындағы кинофильмдар, опералар[7] ҡуйыла[8].
Салауат көндәре 2005 йылда беренсе тапҡыр республика кимәлендә Салауат районында «Салауат йыйыны»[9] итеп ойошторола. Артабан ул төрлө райондарҙа уҙғарыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ М. Х. Идельбаев. Салауат Юлаев көндәре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Дни Салавата Юлаева в Республике Башкортостан
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан от 20 июля 2004 г. N УП-399 «Об установлении в Республике Башкортостан Дней Салавата Юлаева»
- ↑ Салават Юлаев (исторический портрет), 2011, с. 360
- ↑ 12 июня столица Республики Башкортостан отмечает сразу три главных праздника — День России, 450-летие основания крепости Уфа и 270-летие со дня рождения Салавата Юлаева
- ↑ В Башкирии празднуют Дни Салавата Юлаева
- ↑ В Башопере проходят Дни Салавата
- ↑ В Республике Башкортостан проходят Дни Салавата Юлаева
- ↑ В Башкирии масштабно отметят 270-летие со дня рождения Салавата Юлаева