Иҫке Монасип

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Fesk
Иҫке Монасип
рус. Старомунасипово
Иҫке Монасип ауыл мәсете.jpg
53°13′41″ с. ш. 57°34′36″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Бөрйән
Ауыл советы Иҫке Монасип
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 635[1] кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453584
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 219 822 003
ОКТМО коды 80 619 422 111

Иҫке Монасип (Рәсәй)
Иҫке Монасип
Иҫке Монасип (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Монасип
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Иҫке Монасип (рус. Старомунасипово; икенсе атамаһы ҺартБашҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 635 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80219822003.

Ауыл эргәһендәге ер-һыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫке Монасип ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[3]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫке Монасип ауылы тарихы викидәреслектә.

Һуңғы ике быуат эсендә Ағиҙел йылғаһы буйында һәм 11-се тирмәнең бер өлөшөндә 33 ихаталы Монасип ауылы барлыҡҡа килә. Уға нигеҙҙе Монасип Юлдашбаев һала (1752—1823). Уның балалары — Исхаҡ һәм Исмәғил. XIX быуат уртаһында Яңы Монасипҡа 15 ихата бүленеп сыға, Иҫке Монасипта 46 ихата ҡала. Халыҡ ярым күсмә тормошто дауам итә, йәйен 79 ихатанан 60 арба йәйләүгә күсә. 1842 йылда 404 кеше йәшәгән ауылда 500 ат, 200 һыйыр, 40 һарыҡ һәм 15 кәзә аҫырала. 24 фунт ужым бойҙайы, 344 фунт яҙғы бойҙай сәселә.

1806—1807 йылдарҙағы Францияға ҡаршы кампанияла Рахманғол Яҡшыбаев, рядовойҙар Хоҙайбиргән Ишҡолов, Йәнғол Туғыҙбаев, Иҫәнғол Ишимбәтов ҡатнаша. 1813—1814 йылдарҙа Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашҡан Мырҙағол һәм Ғәлибәй Рамаҙановтар, Ейәнбирҙе Тойғонов, Көмөшбай Булатов, Буланбай Айытҡолов Парижға барып етә һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1828—1829 йылдарҙа рус-төрөк һуғышы ваҡытында Ниғмәтулла Арапов, Ҡадирбай Хәлилов, Ишкинйә Әйүпов, Мөхәмәтрәхим Мөхәмәтғәлин сик буйында кордон хеҙмәтендә була[4][5].

Икенсе версия тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Рахманғолов Рәмзи Мансур улының (1928-2002) яҙмалары буйынса: Яңы Монасип төп ауыл була, ә Иҫке Монасип унан айырылып сыға. Р. М. Рахманғоловтың атаһы, заманына күрә уҡымышлы мулла Рахманғолов Мансурҙың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланған ҡулъяҙмаһында Иҫке Монасип ауылы тарихы тураһында түбәндәге яҙма һаҡлана: «XVII быуат башында уҡ Һарт ауылы билдәле булып, хәҙер халыҡ телендә Мишәр туғайы тип йөрөтөлгән урында - Ағиҙелдең бейек ярында урынлашҡан була. Ябағасыл исемле кеше ауылда баш була. Шул осорҙа Көйөргәҙе һыуы буйы Урта Баба ауылынан Биктимр исемле кеше Аҙау исемле улы менән килеп, 1669 йылда ил муллаһы булып хеҙмәт итә. Ауылдың иң үрге осонда мәсет була. Биктимерҙән һуң 1690-1740 йылдарҙа Аҙау имам була. Унан Ғәлимырҙа, Ғәбделсалих имам, Аҫылғужа мәзин, 1791 йылда Буран Йылҡыбай улы имам, Дәүләтгәрәй мәзин булалар. 1817 йылда халыҡ Үрге Мишәр туғайынан ошо Иҫке Монасип ауылы ултырған Ҡарағай туғайға күсеп, мәсетте лә һүтеп, ташып алалар. 1837 йылда духовный собраниенан рөхсәт алып, мәсетте йәнә төҙөтәләр».

Байтаҡ ғаиләләр: Буран Йылҡыбай улы (50 йәш), улы Ишемғужа (22 йәш); Мөхөмөткөнәфи улдары Хәсән, Мөхәмәтшәриф менән; Мөхәмәтғәле Рахманғолов (41 йәш); Юлдаш Ҡужағолов (55 йәш), Ҡужағол, Хоҙайбиргән (32 йәш); Әйүп Ишембәтов (24 йәш); Йомағол Ишҡолов (40 йәш), улы Исламбай (7 йәш); Монасип Юлдашбаев (63 йәш), улы Исмәғил (22 йәш) иркенерәк булған арғы яҡ ялан Ҡарағайтуғайға күсеп ултырып, яңы ауылдарын Һарт тип атайҙар, ә оло ауыл Мишәр тип атала башлаған. Мишәрҙә ҡалған ғаиләләр: Төлкөбай Тимрбаев (62 йәш), улы Сәғит Төлкөбав (18 йәш); Миңлбай Булатов (27 йәш), улдары Дәүләтбай (6 йәш), Буранбай (1 йәш); Шәриф Айҙағолов (42 йәш), улы Ҡыуандыҡ (2 йәш), туғаны Төрөкмән (35 йәш); Әйүп Сурағолов (41 йәш), улдары Ишем (10 йәш), Ишкенә (15 йәш), Ишбирҙе (4 йәш), Йәғәфәр ( 3 йәш).

Ҡасандыр Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдары бер булып, күпмлер ваҡыттан икегә айырылыуҙары тураһында халыҡта таралған легенда ла бар. Уны 1982 йылда Әйүпова Нурия Хөснитдин ҡыҙы 1898 йылғы Төлкөбаев Сәғит Ғәли улынан яҙып алған. Элек Көйөргәҙе олоҫо Урта Баба ауылынан бер йәш егет Һарт ауылына ил муллаһы булып килә. Әүәле халыҡ сабата кеймәгән, сарыҡ йә итек кейгән, ә был мулла сабата кейә икән. Бының сабата кейгәнен күреп, Һарттар уны йә татар, йә мишәрҙер тип уйлай.Был мулла ауылдан кәләш алып донъя көтә башлай. Бер-бер артлы балалары күбәйә һәм ил муллаһы үҙенә ер һорай. Уға хәҙерге Мишәр туғайын бирәләр. Мулла ғаиләһе менән һәм тағы ла бер нисә ғаилә күсеп килеп, яңы ауылға нигеҙ һала.

Башҡортостан Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Зәйтүнә Шәрипова Нәби ауылы аҡһаҡалы Юныс Һатыбаловтан яҙып алған легенда ла иғтибарға лайыҡ. Уның һөйләүенсә, һал кәсебендә йөрөгән Һарт ауылы егеттәре Өфө яҡтарынан мишәр кәләштәр алып ҡайталар һәм Ағиҙел бөгөлөндәге ҡая аҫтындағы туғайға өй һалып төпләнәләр. Шунан алып ауылды күршеләре Мишәр тип йөрөтә башлайҙар икән[6].

Ауыл бөгөн[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1986 йылға тиклем Иҫке Монасип ауылы Иҫке Монасип ауыл Советы үҙәге була. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге № 6-2/395 «Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советының административ үҙәген күсереү тураһында» Ҡарары:

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советының административ үҙәген Иҫке Монасип ауылынан Яңы Монасип ауылына күсерергә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе Ф. Солтанов Өфө, 12 декабрь 1986 йыл
№ 6-2/395

http://www.ufa.regionz.ru/index.php?ds=39593

Иҫке Собханғол-Белорет юлынан ауылға тиклем ҡырсынташ юл. Ҡыш Ағиҙелдә боҙ торғанда Нәби, Ҡурғашлы, Байназар ауылдарына ҡышҡы юл һалына. Төп урамдар — С. Юлаев һәм Кепес урамдарына асфальт түшәлгән. Ауылға газ үткән.

Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшерлыҡ пункты, дүрт магазин, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәсет бар. Урта мәктәп бинаһына капиталь ремонт эшләнә, мәктәп өр-яңынан йыһазландырыла. Иҫке Монасип һәм Яңы Монасип ауылдары араһында яңы йөк машиналары йөрөмәле күпер төҙөлә[7].

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам исеме[8]:

  • Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
  • Ғ. Ихсанов  урамы (рус. улица Г. Ихсанова)
  • Ҡамышаҡ  урамы (рус. улица Камышак)
  • Кепес  урамы (рус. улица Кепес)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Күпер урамы (рус. улица Мостовая)
  • Ослотау  урамы (рус. улица Ослотау )
  • С. Юлаев  урамы (рус. улица С. Юлаева)
  • Ерекле  урамы (рус. улица Ерекле)
  • Тирәкле  урамы ({{lang-ru|улица Тираклы )
  • Суҡтал  урамы (рус. у лица Суктал)
  • Иҫке Ыҙма  урамы (рус. улица Иске Ысма)

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 683
2010 йыл 14 октябрь 635 311 324 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иҫке Монасип ауылында тыуғандар
  1. Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (3.08.1964), шағир, драматург һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1997), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
  2. Баймырҙин Ривал Рәхмәт улы (11 февраль 1949 йыл) — педагог, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, РБ мәғариф алдынғыһы
  3. Муллағолов Мирза Ғизетдин улы (20.06.1938), этнограф. Тарих фәндәре кандидаты (1989). Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).
  4. Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы (4.01.1930—24.01.2017), малсылыҡ алдынғыһы, тыл һәм хеҙмәт ветераны, 9-сы биш йыллыҡ ударнигы. БАССР Юғары Советы депутаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), «Почёт Билдәһе» ордены (1973), Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1981) кавалеры.
  5. Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы (12.04.1938), хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), «Почет Билдәһе» ордены (1981 йыл), «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (1973), ВДНХ-ның бронза (1985) һәм көмөш (1978) миҙалдары кавалеры, социалистик хеҙмәт ударнигы.
  6. Муллағолов Марат Ғизетдин улы (20.03.1940 — 29.08.2012), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), тарихсы-этнограф, фольклорсы, оҫта рәссам һәм фотограф, скульптор-дизайнер.
  7. Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы (24 ғинуар 1951 йыл — 2 сентябрь 2011 йыл) — композитор, педагог. 2000 йылдан Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы. Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1977).
  8. Хәлитов Хәниф Мансур улы 15 ғинуар 1970 йыл, Башҡортостан Республикаһы, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы) — запастағы подполковник.
  9. Хәлитов Ғайса Әхәт улы (5 декабрь 1962 йыл, Башҡортостан Республикаһы, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы) — Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
  10. Ишемғужин Барый Бәҙретдин улы (1903 йыл — 16 февраль 1945 йыл) — Граждандар һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары кавалеры.
  11. Вәлиев Зәки Шәмсетдин улы (21 сентябрь 1951 йыл) — партия һәм хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының автомобилдәрҙә ауыл хужалығы уңышы продукттарын ташыу отличнигы (1979), Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Союз социалистик ярыш еңеүсеһе (1985 йыл), «Ун беренсе биш йыллыҡ» Республика социалистик ярыш еңеүсеһе (1985).
  12. Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы (5 сентябрь 1960 йыл) — уҡытыусы, спортсы. Гер күтәреү буйынса 5 тапҡыр донъя чемпионы, Гиннесс рекордтар китабына индерелгән.
  13. Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы (9 июль 1967 йыл) — педагог, филология фәндәре кандидаты

Башҡортостандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Видеофильмдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Генеалогия һәм архивтар сайтында мәҡәлә (урыҫса)
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий
  6. Ҡалып:Тарих һөйләй Ҡаратау
  7. Иҫке Монасип // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Иҫке Монасип ауылы
  9. https://1418museum.ru/heroes/2092587/ 2022 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.