Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы

Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина (рус. Танзиля Салиховна Давлетбердина; 1964 йылдың 3 авгусы, Тимер, Башҡорт АССР-ы) — СССР һәм Рәсәй шағиры, драматург һәм журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2024).

Биографияһы

Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы 1964 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Белорет районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районына ҡараған) Тимер ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған[1].

1981 йылда, Бөрйән районының Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты (2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты) филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Унда «Филолог, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» тигән квалификация (рус.)баш. буйынса юғары һөнәри белем ала[1].

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Республика халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эше ғилми-методик үҙәгенең библиографик (рус.)баш. бүлеге мөхәррире булып башлай[2].

1988—1992 йылдарҙа — Башҡортостандың балалар журналы «Пионер» (хәҙер «Аманат» журналы) редакцияһының мәктәп һәм пионерҙар тормошо бүлеге мөхәррире[1].

1992—1994 йылдарҙа — Ғафури районы Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе уҡытыусыһы[2].

1994 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамаша» ижад берекмәһенең өлкән мөхәррире[1].

2001 йылда — «Аҙна» нәшриәт йорто хеҙмәткәре.

2002 йылдан алып «Китап» нәшриәтенең уҡыу-педагогик әҙәбиәт редакцияһы хеҙмәткәре, 2003 йылдан — редакция мөдире, 2004 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары[1].

2005—2006 йылдарҙа — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире[2].

2007—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһының (рус.)баш. директор урынбаҫары[1].

2010 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының әйҙәүсе кәңәшсеһе[2].

2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһының рәйес урынбаҫары[3][4].

Ижады

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның мәктәптә уҡығанда һәм студент йылдарында уҡ шиғырҙары республика гәзит-журналдарында баҫыла башлай.

1989 йылда «Тау һуҡмағы» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә[1]. Шағирә «Ҡыҙ хәтере» (1992), «Мин кем?» (1997), «Ҡояшлы йыр» (2003), «Йәй ҡыҙы» (2008), «Ҡанатлы йөрәк» (2014) исемле йыйынтыҡтарына тупланған шиғырҙарында, поэмаларында заман һулышын һиҙгер тоя һәм уның көнүҙәк мәсьәләләрен күтәрә, уның шиғри әҫәрҙәрендә ил менән халыҡтың киләсәге өсөн хәүефләнеү мотивтары өҫтөнлөк итә.

Лирик-фәлсәфәүи шиғырҙарында һәм поэмаларында ул кешенең ерҙәге тәғәйенләнеше, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр, кеше менән тәбиғәт араһындағы бәйләнештәр хаҡында уйлана, тормош асылына төшөнөргә ынтыла.

Нескә лиризм менән һуғарылған, юғары гражданлыҡ рухында яҙылған әҫәрҙәре ихласлығы менән күңелде арбай. Уларға милли колорит хас. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның поэмалары ғәҙәти булмаған сюжетҡа (рус.)баш. ҡорола. Улар көслө тойғоларҙан, һыҙланыуҙарҙан, уйланыуҙарҙан яралған.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғырҙарына композиторҙар Ғәзиз Дәүләтбирҙин (бер туған ағаһы), Салауат Низаметдинов, Ришат Сәғитов, Салауат Сәлмәнов һәм башҡалар йырҙар ижад иткән.

Әҙип үҙен шағир-тәржемәсе итеп тә танытҡан: Владимир Высоцкий, Александр Пушкин, Марина Цветаева һәм башҡа әҙиптәрҙең, шул иҫәптән Белоруссия ижадсыларының шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә иткән.

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның 2019 йылда баҫылып сыҡҡан хикәйәләр, пьеса, поэма һәм шиғырҙарҙан төҙөлгән «Көҙгө алмалар» исемле йыйынтығы 2020 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте тарафынан Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителә[5][6].

Әҙип драматургия өлкәһендә лә ижад итә. Уның «Минең ғаиләм» пьесаһы буйынса спектакль — Башҡорт дәүләт академия драма театрында, «Юғалтыу» әҫәре буйынса — Сибай башҡорт драма театрында, «Һөйөү көсө» пьесаһы — Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә ҡуйыла[7][8]. Һаналған ижади коллективтарҙың һуңғыһы нәҡ ошо спектакле менән Өфөлә март аҙаҡтарында үткән «Театр яҙы—2026» республика фестиваль-конкурсында ҡатнаша. Бәйгенең «Иң яҡшы дуэт» номинцияһында Салауат актёрҙары Гөлкәй Хәсәнова (Франциска) һәм Нәүфилә Яҡупова (Хәлимә) еңеүселәр тип билдәләнде[9].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Ирекмәндәрҙең «Добро. РФ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы[10] һәм 2024 йылдың ноябренән Луганск госпиталдәрендә дауаланған яралы яугирҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһының «Беренсе тирмә» ирекмәндәр проектында ҡатнашыусы[11]. 2024 йылдың декабре—2025 йылдың ғинуарында ике аҙна дауамында Луганск ҡалаһындағы хәрби госпиталдә эшләй[12].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014);
  • Салауат Юлаев ордены кавалеры (2024);
  • Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы һәм Ҡайғысуз Абдал исемендәге халыҡ-ара шиғриәт конкурсы лауреаты (2014).

Китаптары

  • Тау һуҡмағы. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1989.
  • Ҡыҙ хәтере. Шиғырҙар һәм поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Мин кем? Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 1997.
  • Ҡояшлы йыр. Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2003.
  • Йәй ҡыҙы. Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008.
  • Ҡанатлы йөрәк. Поэмалар, шиғырҙар. — Өфө: 2014[2].
  • Көҙгө алмалар. Хикәйәләр, пьеса, поэма, шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2019.
  • Хәҙерге белорус әҙәбиәте антологияһы. Хикәйәләр, шиғырҙар / идея авторҙары һәм проект етәкселәре: Айгиз Баймөхәмәтов, Алесь Карлюкевич. — Өфө: Китап, 2024. — (Ҡәрҙәшлек кәштәһе, тәржәмәсеһе Тәнзилә Дәүләтбирҙина).
  • Ляці, мая страла… Анталогія сучаснай башкірскай паэзіі: [пераклад] / укладальнікі: Алесь Карлюкевіч, Рагнед Малахоўскі. — Мінск: Беларусь, 2025.

Радиола

  • 2023 йылдың 21 декабрендә «Ашҡаҙар» радиоһының Фәрзәнә Аҡбулатова алып барған «Беҙҙең донъя» тапшырыуында ҡатнаша[13].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 4 5 Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1
  3. № 7.2024. Танзиля Давлетбердина. Нагое сердце. Журнал «Бельские просторы». Официальный сайт (11 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
  4. Школа литературного мастерства «КоРифеи» начала работу в БГПУ им. М. Акмуллы. Федеральное государственное бюджетное образовательное учреждение высшего образования «Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы». Официальный сайт (23 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
  5. Объявлены номинанты госпремии им. Салавата Юлаева в области литературы, искусства и архитектуры. «Молодёжная газета» Республики Башкортостан. Официальный сайт (29 август 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026. (рус.)
  6. Танзиля Давлетбердина выдвинута на соискание Государственной премии имени Салавата Юлаева. Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (10 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026. (рус.)
  7. Танзиля Давлетбердина. Сила любви» («Һөйөү көсө»). Премьера 03.10.2024). ГБУКИ РБ Салаватский государственный башкирский драматический театр (ГБУКИ РБ СГБДТ). Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
  8. «Сила любви» («Һөйөү көсө»). Салаватский государственный башкирский драматический театр. Афиша. Гастроли в Уфе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
  9. Лейла Аралбаева. В Уфе объявили победителей фестиваля «Театральная весна-2026». ИА «Башинформ» (27 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2026. (рус.)
  10. Волонтёры. Давлетбердина Танзиля Салиховна. Официальный сайт Всероссийской общественной организации «Добро.РФ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
  11. Первая юрта. Официальный сайт проекта. Официальный сайт проекта. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
  12. Тәнзилә Дәүләтбирҙина. Работа в регистратуре в Луганском госпитале. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның VK социаль селтәрендәге шәхси бите. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
  13. Студия ҡунағы — илһамлы ижадсы Тәнзилә Дәүләтбирҙина (башҡ.). «Ашҡаҙар» радиоһының VK социаль селтәрендәге сайты (1 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026. (баш.)

Әҙәбиәт

  • Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. Писатели земли башкирской. — Уфа: Китап, 2006. — С. 168, 169. — 496 с. — ISBN 978-5-295-03766-5. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2026);
  • Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. Писатели земли башкирской. — Уфа: Китап, 2015. — С. 225, 226. — 496 с. — ISBN ISBN 978-5-295-06338-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2026);
  • Әбүзәров Салауат Нәзир улы. Бөрйән йәме һыйған йәм // Башҡортостан : гәзит. — 2014. — 5 август.

Һылтанмалар

Категориялар