Еҙем-Ҡаран

Еҙем-Ҡаран (рус. Зилим-Караново) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 431 кеше[2]. Почта индексы — 453061, ОКАТО коды — 80221816001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 431 208 223 48,3 51,7

Тарихы

Еҙем-Ҡаран ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән төньяҡта 46 км һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 63 саҡрым алыҫлыҡта Тәпәреш йылғаһы[3] буйында урынлашҡан. . Ауылға Нуғай даруғаһы Дыуан-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса Күрпәс-Табын улусы Еҙем ауылы башҡорттары нигеҙ һала, 1786 йылдан Яңы Еҙем (Яңы Еҙем-Ҡаран) исеме менән йөрөй. Артабан шул уҡ шарттарҙа бында Кәлсер-Табын улусы башҡорттары һәм яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша. Яһаҡлы татарҙар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә. XIX быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә. 1865 йылда 75 йортта 437 кеше теркәлгән. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡҡ, умартасылыҡҡ, урман кәсептәре менәнн шөғөлләнгән.. Мәсет, училище, 20 сауҙа кибете булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 тимерлек, 5 бакалея кибете теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан. 1920—1922 йылдарҙа — Табын кантонының административ үҙәге. Халҡы: 1906 йылда — 859 кеше; 1920 йылда — 1228 кеше; 1939 йылда — 1022 кеше; 1959 йылда — 737 кеше; 1989 йылда — 517 кеше; 2002 йылда — 494 кеше; 2010 кеше — 431 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, Мәжит Ғафури йорт-музейы бар[4][5].

Урамдары

Исемдәре:[6]

Базар урамы (рус. Базарная (улица))

Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))

Зәки Вәлиди урамы (рус. Заки Валиди (улица))

Урман урамы (рус. Лесная (улица))

Мәжит Ғафури урамы (рус. Мажита Гафури (улица))

Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))

Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))

Еңеү урамы рус. Победы (улица))

Ялан урамы (рус. Полевая (улица)

Йылға урамы (рус. Речная улица))

Йылға тыҡрығы (рус. Речной (переулок))

Саттаров урамы (рус. Саттарова (улица))

Географик урыны

Билдәле шәхестәр

Иҫтәлекле урындары

Тема буйынса өҫтәмә