Ғафуров Ғәббәс Мәһәҙи улы

Ғафуров Ғәббәс Мәһәҙи улы (31 декабрь 1908 йыл11 апрель 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби табип, медицина хеҙмәте майоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1953) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) ордендары кавалеры. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ағаһының улы[1].

Биографияһы

Ғәббәс Мәһәҙи улы Ғафуров 1908 йылдың 31 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (һуңыраҡ — Башҡорт АССР-ының Красноусол, артабан — Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында Әбделмәнов Нурғәни улы Мәһәҙиҙең ғаиләһендә тыуа[1].

Граждандар һуғышы йылдары осоронда аҡтар яғында һуғышҡан Мәһәҙи Әбделмәновты ҡыҙылдар атып үлтерә. Шағир Мәжит Ғафури ағаһының улын, ҡустыһы Ғәббәсте, үҙенең ғаиләһендә тәрбиәләй. Уҡырға зирәк егет медицина белеменә эйә була.

1937 йылда Ленинградта (Санкт-Петербург) Ҡыҙыл Армияның С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамамлай.

Хәрби хеҙмәте

Ғәббәс Мәһәҙи улы Ғафуров [[Башҡортостан хәрби комиссариаты|Башҡорт АССР-ының Республика хәрби комиссариаты]] тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. 1932 йылдың 1 сентябренән, Ленинградта Ҡыҙыл Армияның С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһында уҡый башлағанынан бирле, хәрби хеҙмәттә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 6-сы армия составына ингән 45-се уҡсылар дивизияһы 108-се айырым пулемёт батальонында хеҙмәт итә[2].

Артабан медицина хеҙмәте майоры Ғафуров Ғәббәс Мәһәҙи улы милитаристик Япония менән һуғышта ҡатнаша. Алыҫ Көнсығыш фронтының 69-сы Медицина-эвакуация хеҙмәтенең 99-сы даими хәрби-санитар поезында яралыларҙы дауалай[3].

Ғәббәс Мәһәҙи улы Ғафуров 1962 йылдың 18 майында хәрби хеҙмәтен Смоленск ҡалаһында тамамлай.