Ташаҫты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ташаҫты
рус. Таш-Асты
Rock Uklykaya, Tash-Asty.jpg
54°08′46″ с. ш. 56°47′07″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ғафури районы
Ауыл биләмәһе Имәндәш ауыл Советы (Ғафури районы)
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән 1795
Тәүге телгә алыу 1795
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 123[1] кеше (2010)
Милли составы башҡорттар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453063
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 221 819 008
ОКТМО коды 80 621 419 136
Показать/скрыть карты
Ташаҫты (Рәсәй)
Ташаҫты
Ташаҫты (Башҡортостан Республикаһы)
Ташаҫты
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Ташаҫты (рус. Таш-Асты) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 123 кеше[2]. Почта индексы — 453063, ОКАТО коды — 80221819008.

Файл:Ташасты.jpg
Ташаҫты ауылы, Еҙем аша күпер
Ауған ҡайын. Еҙем йылғаһы. Уҡлыҡая

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 123 62 61 50,4 49,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Имәндәш ауыл Советы биләмәһенә инә. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнығышта 56 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 63 саҡрым алыҫлыҡта Еҙем йылғаһы буйында, Еҙем тәбиғи паркында урынлашҡан. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер-Табын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 йылдағы сығанаҡтарҙа телгә алына. 1795 йылда 14 йортта 60 кеше иҫәпкә ингән. 1795—1920 йылдарҙа ауыл артыҡ үҫешмәй, 14-18 ихатанан тора. 1865 йылда 23 йортта 113 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, сана һәм ағас һауыт-һаба яһау, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. 1906 йылдан хәҙерге исеме менән йөрөй. Ауыл эргәһендә Киндерле мәмерйәһе, Октябрь мәмерйәһе, Ташаҫты археологик ҡомартҡыһы урынлашҡан. Халҡы: 1906 йылда — 116 кеше; 1920 йылда — 99 кеше; 1939 йылда — 198 кеше; 1959 йылда — 199 кеше; 1989 йылда — 119 кеше; 2002 йылда — 142 кеше; 2010 йылда — 123 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)[3].

Исемдәре:[4]

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Видеояҙмалар һәм матбуғатта

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]