Мораҡ (Ғафури районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мораҡ
53°47′09″ с. ш. 56°11′26″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ғафури районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453074
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 221 825 001
ОКТМО коды 80 621 425 101
ГКГН номеры 0523462

Мораҡ (Ғафури районы) (Рәсәй)
Мораҡ
Мораҡ (Ғафури районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мораҡ

Мораҡ (рус. Мраково) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 634 кеше[2]. Почта индексы — 453074, ОКАТО коды — 80221825001. ИФНС коды — 0268.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 634 329 305 51,9 48,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғафури районындағы Мораҡ ауылына нигеҙҙе Юрматы улусының Ҡармыш түбәһенән аҫаба башҡорттар һала. 1795 йылда үткәрелгән рәүиз материалдарында ауылда төрлө милләт кешеһе йәшәүе теркәлә. 15 ихатала 77 аҫаба башҡорт, 10 ихатала типтәр булып киткән 53 ерһеҙ башҡорт, 3 ихатала 14 типтәр, 5 ихатала Түбәнге Мәҫәле ауылынан сыҡҡан 32 мәжүси сыуаш йәшәй. Бөтә типтәрҙәр ҙә 1773 һәм 1803 йылдарҙа килеп төпләнә[3]. .

1816 йылғы рәүиздә 16 башҡорт ихатаһында 102 башҡорттоң йәшәүе яҙып ҡуйыла. Башҡорт ғәскәрендә вазифа биләгән кешеләр: 51 йәшлек йорт йөҙ башы Әбделкәрим Мәүлекәйев (ике ҡатынынан тыуған балалар: Әбделвәли (15 йәш), Һибәтулла (4 йәш), Рәхмәтулла (12 йәш) һәм Ғисмәтулла); 35 йәшлек йорт йөҙ башы Әбдрәхим Мәүлекәйев (улдары: Ниғмәтулла (18 йәш) һәм Кәлимулла (1 йәш); 38 йәшлек старшина ярҙамсыһы Шәмсетдин Мәүлекәйев (улдары: Хисаметдин һәм Зәйнетдин - 16, 8 йәштәләр;). 1859 йылғы рәүиз документтарында ауылда күп ҡатын алып йәшәгән ир-аттың байтаҡ булыуы билдәләнә[3].

1834 йылғы рәүиздә ауылда 77 типтәр ир-егет теркәлә, уларҙың 20-һе ерһеҙ, ярлы һәм өйләнмәгән була. Ошо уҡ рәүиз документтарында ауылда 112 башҡоорт йәшәүе тураһында мәғлүмәт бар, уларҙың 8-е керҙәштәр (припущенниктар) була.Сыуаштарҙың һаны 176-ға етә. 1870 —1890 йылдар араһында Мораҡ тигән ике ауыл булып сыға. 1-се Мораҡта 150 ихатала 376 ир-егет һәм 335 ҡатын ҡыҙ, ә 1806 йылда 172 ихатала 488 ир-егет һәм 467 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Ауылда күбеһенсә башҡорттар йәшәй, әммә типтәрҙәр ҙә була, ә ерһеҙ башҡорттпар "татар" тип атала. Шулай итеп, типтәр атамаһы милләт күрһәткесе түгел, ә социаль категория булыуы асыҡ күренә, йәғни аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан башҡорттар һәм башҡа халыҡтар вәкилдәре лә булыуы ихтимал[3].

2-се Мораҡта сыуаштар һәм "татарҙар" йәшәй. 1920 йылда ауылда ике бакалея кибете һәм икмәк һаҡлай торған кибет була. Ҡаҙнанан финансланған сыуаш мәктәбе эшләй. Хәҙерге ваҡытта ауыл берәү генә, һәм унда башҡорттар һәм "татарҙар" йәшәй[3].

Ауылдың урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Яҙ (урамы) (рус. Весенняя ( улица ))
  • Йылға (урамы) (рус. Заречная ( улица ))
  • Ҡамышлы (урамы) (рус. Камышлинская ( улица ))
  • Кооператив ( урамы ) (рус. Кооперативная ( улица ))
  • Йәштәр Молодежная ( урамы ) (рус. Молодкжная ( улица ))
  • Күпер ( урамы ) (рус. Мостовая ( улица ))
  • Партизан ( урамы ) (рус. Партизанская ( улица ))
  • Баҡса ( урамы ) (рус. Садовая ( улица ))
  • Совет ( урамы ) (рус. Советская ( улица ))
  • Совет ( тыҡырығы ) (рус. Советский ( тыҡырығы ))
  • Ташлы ( урамы ) (рус. Ташлинская ( улица ))
  • Мәктәп ( урамы ) (рус. Школьнаяая ( улица ))
  • Мәктәп ( тыҡырығы ) рус. Школьный (переулок)
  • Шоссе ( урамы ) (рус. Шоссейная ( улица ))

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]