Географик урыны

Курорт ауылы Ағиҙелдең уң ҡушылдығы булған Көгөш йылғаһы ярында урынлашҡан. Район үҙәге Красноусол ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 6 километр алыҫлыҡта, Аҡкүл тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 40 километр алыҫлыҡта ята[2]. Республиканың баш ҡалаһы Өфөгә тиклем ара 145,8 км тәшкил итә[3][4].

Тарихы

Ауылға Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны биләмәһендә XX быуаттың 20-се йылдарында Красноусол курорты барлыҡҡа килеү менән бәйле нигеҙ һалына[2].

XVI—XVII быуаттарҙа хәҙерге ауыл һәм шифахана территорияһы Нуғай даруғаһының Кесе-Табын улусы составында була. Бында, тоҙло шишмәләр янында, Вознесенск монастырына (Вознесение пустыне) нигеҙ һалына, манаралы ағас сиркәү төҙөлә. 20-нән ашыу монах һәм монахлыҡҡа әҙерләнеүсе послушник йәшәй, улар игенселек һәм тоҙ ҡайнатыу менән шөғөлләнгән. Ошо урындан алыҫ түгел Табын Мәрйәм Инә иконаһы табыла һәм урындағы сиркәүҙә урынлаштырыла[2].

Тоҙло шишмәләр хәҙер Красноусол минераль сығанаҡтары булараҡ билдәле. Улар тураһында урындағы халыҡ боронғо замандарҙан уҡ белгән. XVII быуат башынан бында тоҙ әҙерләй башлайҙар. Усолка йылғаһы ярында, шишмәләрҙең тоҙло һыуын ҙур һауыттарҙа оҙаҡ итеп ҡайнатып, парға әйләндерәләр. Алынға тоҙҙо Усолка йылғаһы буйлап, ә артабан Ағиҙел, Кама һәм Волга буйлап Өфө губернаһының төрлө төбәктәренә һәм Мәскәүгә оҙаталар[5].

Шул ваҡыттан алып был төбәктә йәшәүселәр минераль тоҙло шишмәләрҙең дауалау үҙенсәлектәре тураһында ла белә, уларҙы «Изге шишмәләр» тип атап йөрөтә[5].

1924 йылда Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты сығанаҡтарҙы тикшереүҙе ойоштора. Был факт рәсми рәүештә Красноусольск курортының барлыҡҡа килеүе тип иҫәпләнә. 1939 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Красноусол сығанаҡтары базаһында 50 койкалыҡ тәжрибә бальнеологик станцияһы асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1958 йылдан, шифаханаға булараҡ, йыл әйләнәһенә эшләү режимына күсерелә[5].

Шифахана менән параллель рәүештә уның эргәһендәге ауыл да үҫә. XX быуаттың 50-се йылдарынан ул ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына, 2005 йылда уға хәҙерге ауыл статусы бирелә[2].

undefined

1998 йылдан ауылда Богородица-Табын ҡатын-ҡыҙҙар монастыры һәм 1994 йылда төҙөлгән сиркәү эшләй. Шулай уҡ урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм мәсет бар[2].

Халҡы

1959 йылда ауылда 119 кеше, 1970 йылда — 536, 1989 йылда — 993, 2002 йылда — 907, 2010 йылда — 598 кеше йәшәгән [2].

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, башлыса башҡорттар (34%) һәм урыҫтар (28%) йәшәй[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 Курорта село. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (29 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7. (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2025)
  4. Маршрут и расстояние между Уфа и Красноусольский Санаторий. Сайт «Jemo.ru». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025.
  5. 1 2 3 История санатория. АО «Санаторий Красноусольск», официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. (рус.)

Һылтанмалар

  • Курорта село
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2025)

Тема буйынса өҫтәмә