Табын Мәрйәм Инә иконаһы
Табын Мәрйәм Инә иконаһы (рус. Табынская икона Божией Матери) — Рус православие сиркәүендә мөғжизәле тип һаналған Изге Инә иконаһы. Айырыуса Башҡортостанда, Ырымбур, Һамар һәм Силәбе өлкәләрендә, шулай уҡ Ҡаҙағстандың ҡайһы бер төбәктәрендә бындай ололау киң тарала. Икона X—XIII быуаттарға ҡарай.
Легендаға ярашлы, 1590 йылдарҙа икона Вознесение пустынендә (Башҡортостандың Курорт ауылы) тоҙло сығанаҡ янында табыла һәм Ҡазан Мәрйәм Инә иконаһы тип атала. 1765 йылдан ул Табын ҡәлғәһендә (һуңғараҡ — Башҡортостандың Ғафури районындағы Табын ауылы) урын ала. Шуға күрә уның исеме лә Табын Мәрйәм Инә иконаһы булып китә. XX быуат уртаһында юҡҡа сыға. Әлеге ваҡытта Табын иконаһының ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.
Өфө епархияһында уның боронғо һәм хәҙерге заман күсермәләре бар. Икона дөйөм Рәсәйҙең изге әйберҙәре исемлегенә индерелгән[1].
Иконаның тасуирламаһы
Икона биҙәлеше, буяуҙары һәм грек яҙмаһы һүрәте буйынса X—XIII быуаттарға ҡарарға мөмкин. Үлсәме — 72 х 106 см. Характерлы үҙенсәлеге — ҡара төҫтә, хатта уның һыҙаттарын айырып булмай. Иконографик төрө Ҡазан образына яҡын, ләкин ҡайһы бер айырмалары бар: апостольниктың өҫтәмә деталдәре бар, Мәрйәм Инәнең йөҙө ҙурыраҡ, һәм ул сабыйының йөҙө менән ҡушыла. Шулай итеп, был уның Ҡазан иконаһының күсермәһе түгел, ә уға оҡшаған ғына тип раҫларға мөмкинлек бирә. Әммә тәүҙә Табын иконаһын Ҡазан иконаһы тип йөрөтәләр[2].
Тарихы
Иконаның табылыуҙары
Табын Мәрйәм Инә иконаһының тәүге табылыуы, риүәйәт буйынса, 1590 йылдарҙа була: Вознесение пустыненең иеродиаконы Амвросий кискеһен бесәнлектән ҡайтып бара. Тоҙло сығанаҡ эргәһенән үткәндә «Минең иконамды ал» тигән тауыш ишетә. Был һүҙҙәрҙе ҡотҡо тип иҫәпләп, иғтибар итмәҫкә тырыша. Өсөнсө көндө шул уҡ урындан үтеп барғанда ул тағы ла: «Аллаһ Тәғәләнең иманлы ҡәрҙәштәре Мине Раббым ғибәҙәтханаһына ҡабул итергә ашыҡһын» тигән тауыш ишетә. Ул тирә-яғына ҡарай һәм ҙур имән күләгәһендәге оло таш өҫтөндә Мәрйәм Инә иконаһын күрә. Таш был урында Нуғай юлын киҫеп үткән ике шишмә өҫтөндә эленеп торған була[2].
Диакон иконаға баш эйә һәм монастырға йүгерә. Монахтар иконаны хөрмәтләп күтәреп алып килеп, ғибәҙәтханаға урынлаштыралар. Әммә иртән икона юҡҡа сыға. Уны эҙләйҙәр һәм монастырь ҡапҡаһында торғанын күрәләр. Монахтар иконаны ғибәҙәтханаға кире алып киләләр, әммә иртәгәһенә иртән ул йәнә элекке урынында була. Шунан улар ҡапҡа өҫтөндә бәләкәй сиркәү төҙөргә һәм иконаға ҡарап доға ҡылырға ҡарар итәләр. Яңы барлыҡҡа килгән икона тураһында Өфө ҡалаһы воеводаһына һәм Ҡазан митрополитына, буласаҡ патриарх Гермогенға хәбәр ебәрелә. Артабан, риүәйәттә хәбәр ителгәнсә: «Саф икона монастырға күсерелә. Ҡазанға ла, Өфөгә лә ебәрелә, әммә унда үҙенә урын тапмайынса, ул тағы ла таш өҫтөндә күренә һәм яңынан монастырға оҙатыла». Был турала батша Фёдор Иоанновичҡа билдәле була, ул яңы ерҙәр бүләк итә, унда митрополит Гермоген икона табылған урында «Пречистенский» монастырына нигеҙ һала. Яңы иконаны Ҡазан иконаһы тип атай башлайҙар[2]. Әлеге ваҡытта икона табылған урында Изге Инә-Табын монастыры (рус.)баш. урынлашҡан.
Табын иконаһының икенсе күренеүе 1765 йылда беренсе тапҡыр табылған урында була тип фаразлана[3]. Риүәйәт буйынса, өс башҡорт көтөүсеһе тоҙло сығанаҡтар янында мал көткән һәм таш өҫтөндә Мәрйәм Инә иконаһын күргән. «Был рус Аллаһы» тип, улар балта менән иконаны ике өлөшкә сабалар. Былай мыҫҡыллаған өсөн көтөүселәр һуҡырая. Улар, илап, «Рус Аллаһы беҙҙе һауыҡтырмайынса китмәйбеҙ» тип доға ҡыла башлайҙар. Башҡорттар араһындағы 14-15 йәшлек иң йәше тырышып доға ҡыла һәм ҡабаттан күрә башлай. Ул иптәштәрен тоҙло сығанаҡҡа алып килә. Риүәйәт буйынса, улар, ҡылған эштәренә үкенеп, күҙҙәрен тоҙло һыу менән йыуалар һәм Изге Инәнең мәрхәмәте менән күрә башлайҙар. Ошо ваҡыттан алып шишмә һыуы изге һанала. Шул мәлдә Богоявленск заводы халҡы малдары тураһында борсолоп, тоҙло сығанаҡтарға йүгерә һәм боронғо риүәйәттәрҙән билдәле булған мөғжизәле иконаны табып ала. Иконаны сиркәүгә күсерәләр, әммә иртән таба алмайҙар. Уны тоҙло сығанаҡтарҙан 20 км алыҫлыҡтағы Табын ауылында табалар. Һуңынан урындағы халыҡ күп тапҡыр иконаны кире алырға тырыша, әммә, риүәйәт буйынса, Мәрйәм Инә иконаны һәр ваҡыт мөғжизәле рәүештә Табынға ҡабат ҡайтара. Шул ваҡыттан алып халыҡ уны «Табын иконаһы» тип атай. Фараздар буйынса, йәш башҡорт суҡына һәм миссионерлыҡ эшмәкәрлеге алып бара, 130 йәшендә Силәбелә тәре йөрөшө ваҡытында вафат була. Риүәйәттә әйтелгәнсә, Табын иконаһы Пасха байрамынан һуң туғыҙынсы йомала табыла, икона беренсе тапҡыр ҙа шул уҡ көндө табылған тип фаразлана[2].
Икона менән тәре йөрөшө
В. И. Даль көндәлеге раҫлауынса, XIX быуат башында икона менән Өфө һәм Ырымбур губерналарының яртыһын урап сығалар. Иконаны айырыуса ололау 1848 йылдан башлана, ул саҡта бөтә ил буйынса ваба эпидемияһы бара. Икона Стәрлетамаҡҡа килтерелгәс, сиркәү йылъяҙмаһында яҙылыуынса, доға ҡылыу ҡалала сирҙең артабан таралмауына булышлыҡ итә. Шул саҡ Стәрлетамаҡта икона менән тәре йөрөшө башҡарырға ҡарар ителә. Ырымбурға тиклем походты киңәйтеү 1848—1853 йылдарҙа, унда халыҡтың күп өлөшө вафат булған ваба ауырыуы таралыуы ваҡытында башлана[2].
1856 йылдың 12 декабрендә эске эштәр министрының генерал-губернаторға ҡарата 250-се айырым күрһәтмәһендә Император бойороғо буйынса Ҡазан иконаһы тип аталған Табын иконаһы менән даими тәре йөрөшө раҫлана: «йыл һайын Стәрлетамаҡ өйәҙенең Табын ауылы сиркәүендә урынлашҡан Ҡазан Мәрйәм Инә иконаһын тәре йөрөшө оҙатыуында сентябрь айында — Ырымбур ҡалаһына һәм Пасханан һуңғы 9-сы йомала Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерергә». Ырымбурҙа икона — 8 сентябрҙән 29-ына тиклем, Стәрлетамаҡта 8 көн була[2].
XX быуатта
Граждандар һуғышы осоронда икона Ырымбурға килтерелә, унда Табын иконаһын айырыуса хөрмәт иткән аҡ казактар була. Атаман А. И. Дутов казактарҙы үҙ армияһына йәлеп итеү өсөн иконаның абруйына таяна. Бынан һуң аҡтар сафына егерме меңгә яҡын казак һәм фронтовик күсә. 1920 йылдың мартында икона Ҡытайға килтерелә. 1949 йылда Пекинға алып барған ваҡытта юҡҡа сыға. Бер фараз буйынса, иконаны иезуиттар Римға алып китеп, Рим папаһына тапшыра[2].
Табын иконаһының юҡҡа сығыуының икенсе версияһына ярашлы, 1919 йылда уны атаман Дутов Ырымбур армияһы ҡалдыҡтары менән бергә Ҡытайға алып китә, унда ул — Синьцзянь провинцияһының Суйдун ҡалаһындағы поход сиркәүендә казак ғәскәре штабында, ә 1938 йылдан һуң шул уҡ провинцияның Кульджа ҡалаһындағы Николаевский ғибәҙәтханаһында була. Кульджа сиркәүе диаконының улы халыҡтың, шул иҫәптән башҡа диндән булғандарҙың да, иконанан һауығыуын билдәләй. Табын иконаһы йыш ҡына тәре йөрөшөнә алып сығыла. Ғәҙәттә улар рус халҡы йәшәгән ҡалаларҙа башҡарыла. 1950 йылдарҙа Кульджа ғибәҙәтханаһы игумены уны СССР-ға алып сығырға маташа, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый, сөнки был мәхәллә кешеләре быны эшләүгә ризалыҡ бирмәй. Һуңынан икона юҡҡа сыға. Кульджа халҡы әйтеүенсә, ул ҡала ситендә йәшерелә[2]. Әлеге ваҡытта иконаны эҙләү эштәре алып барыла[4].
Хәҙерге заманда ололау
Табын Мәрйәм Инә иконаһы күсермәһе менән тәре йөрөшө (рус.)баш. Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон фатихаһы менән Өфө епархияһында — 1992 йылда, Ырымбур һәм Быҙаулыҡ митрополиты Валентин фатихаһы менән Ырымбур епархияһында 2000 йылдан тергеҙелә.
Ырымбур казак ғәскәре идаралығы йыл әйләнәһенә тәре йөрөшөн тергеҙә, ул 2010 йылдың 3 июненән туҡтауһыҙ хәрәкәт итә. Был ваҡыт эсендә казактар икона менән Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Рус православие сиркәүенең меңәрләгән мәхәлләһендә була. Тәре йөрөшө шулай уҡ Сербияла, Абхазияла, Көньяҡ Осетияла үтә.
2013 йылда тарихта тәүге тапҡыр казактар Табын иконаһы менән Изге Афон тауы буйлап тәре йөрөшөндә үтә, иконаны Афон тауының иң түбәһенә күтәрә.
2014 йылдың 28 февралендә Табын Мәрйәм Инә иконаһы Мордва Республикаһының Лаврентьев ауылында төҙөлөп ятҡан сиркәүҙә һәм Урман Ардашевында тергеҙелгән сиркәүҙә була, ә һуңынан уны бер аҙнаға Санаксар монастырына алып баралар. Табын иконаһы менән тәре йөрөшө етәксеһе — ғәскәри старшина Константин Вадимович Крылов.
Йыл һайын Пасханан һуң 9-сы йомала икона хөрмәтенә байрам билдәләнә[1].
Ғибәҙәтханалар
- Башҡортостандың Изге Инә-Табын монастырындағы Изге Инә-Табын ғибәҙәтханаһы;
- Похвистневолағы Табын Мәрйәм Инә иконаһы соборы[5];
- Ырымбурҙағы Табын Мәрйәм Инә иконаһы ғибәҙәтханаһы[6];
- Пестравкалағы Табын Мәрйәм Инә иконаһы ғибәҙәтханаһы[7];
- Башҡортостандың Салауат районында Малаяҙ ауылындағы Табын Мәрйәм Инә иконаһы ғибәҙәтханаһы[8];
- Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районында Смирновский ҡасабаһындағы Пустое күле янындағы бәләкәй сиркәү.
Доғалар
Тропарь: «Наста днесь пресветлый праздник, Пречистая Дево, честныя Твоея Табынския иконы, Владычице, яже паче лучей солнечных возсия, от Источника приснотекущаго, Христа, Бога нашего, источаеши целебныя дары с верою к Тебе притекающим, Тя бо Христос Помощницу людем Своим дарова, покрывати и спасати от всякия беды рабы Своя, едину Благословенную».
Иконаның ололаныусы күсермәләре
XIX быуаттағы ололаныусы күсермәһе Башҡортостандың Изге Инә-Табын монастырында урынлашҡан[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Табынская Божией Матери икона. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Загадка Табынской иконы Божией Матери. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026.
- ↑ Место второго явления Табынской иконы Божией Матери. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026.
- ↑ Епископ Салаватский и Кумертауский Николай посещает Австралийско-Новозеландскую епархию. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026. Архивировано 8 октябрь 2013 года.
- ↑ Собор иконы Божией Матери Табынская в Похвистнево. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026. Архивировано 10 май 2019 года.
- ↑ Церковь Иконы Божией Матери Табынская. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026. Архивировано 16 март 2013 года.
- ↑ Церковь Иконы Божией Матери Табынская в Пестравке. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026. Архивировано 19 июль 2022 года.
- ↑ Богородице-Табынская церковь (с. Малояз). Православные лики России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026.
- ↑ Богородице-Табынский монастырь. Богородице-Табынский храм на Святых Ключах (с. Курорта). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026. Архивировано 11 апрель 2022 года.
Әҙәбиәт
- Модестов Н. Н. Село Табынское и Вознесенская пустынь //Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Оренбург, 1914. Вып.31;
- «Сказание об иконе Казанской Божией Матери, находящейся в Вознесенской церкви Уфимской епархии Стерлитамакского уезда села Табынского» (из летописи Табынского прихода 1914 г.); священник Н. Гуменский;
- Труды Оренбургской ученой архивной комиссии: Вып. 31. Том 316. Село Табынское и Вознесенская пустынь. Табынская икона Божией Матери. Крестный ход из села Табынского в г. Оренбург и другие места Оренбургской епархии; священник Н. Н. Модестов;
- Очерки истории Табынского края. В. Н. Курмаев. 1994 г. Уфа;
- «Всего мира Надеждо и Утешение» (история явления, ухода за рубежи России и поисков Чудотворной Табынской Божией Матери) Чванов М. А., Уфа, Белая река, 2007; также опубликовано в журнале «Бельские просторы» № 9, 2003;
- Уфимская епархия Русской Православной Церкви. М., 2005.