Яңы Ҡарамыш

Яңы Ҡарамыш (рус. Новокарамышево) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 81 кеше[2]. Почта индексы — 453057, ОКАТО коды — 80221810005. ИФНС коды — 0268.

Тарихы

Егән буйында урынлашҡан Яңы Ҡарамыш ауылына нигеҙ 18701896 йылдарҙа Ҡотлоғужа ауылынан күсеп ултырған башҡорттар тарафынан һалына, шуға ла айырым ауыл булып йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, халыҡ ауылды йыш ҡына "Ҡотлоғужа" тип йөрөтөр була. 1896 йылғы рәүиздә ауылдағы 35 ихатала 211 кеше йәшәүе теркәлә. 1906 йылда 42 ихатала 107 ир-егет һәм 119 ҡатын-ҡыҙ көн итә. 1920 йылда советтар үткәргән халыҡ иҫәбен алыу 51 ихатала 255 кешенең йәшәүен билдәләй[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 81 36 45 44,4 55,6

Географик урыны

Ауылдың урамдары

  • Яр буйы (урамы) рус. Береговая ( улица )
  • Болон (урамы)рус. Луговая ( улица )
  • Үҙәк (урамы) рус. Центральная ( улица )

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә