Юлыҡ (Ғафури районы)

Юлыҡ (рус. Юлуково) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 741 кеше[2]. Почта индексы — 453067, ОКАТО коды — 80 221 822 004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 741 368 373 49,7 50,3

Географик урыны

Тарихы

Юлыҡ Ҡауарҙы ауыл Советы составында. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсышта 52 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышта 68 саҡрым алыҫлыҡта Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Стәрлетамаҡ­ өйәҙе Күрпәс‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 йылдан билдәле. 1795 йылда 59 йортта 334 кеше, 1865 йылда 75 йортта — 622 кеше йәшәгән. Ауыл кешеләре малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. 1906 йылда мәсет, училище теркәлгән. Зауряд-хорунжий Шарипҡул Аманғолов, Динмөхәмәт Үтәғолов, Юлмөхәмәт Ҡайғолов, Хәсән Азаматов, Кинйәбулат Байков, Иштуған Әүлиәров, Хабибулла Ураҡаев, Абдулманнаф Ниғмәтуллин, Ишкин Тләкбаҡыев, Абдулмәжит Урманшин 13-сө полк составында 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша.[3]. Халҡы: 1906 йылда — 737 кеше; 1920 йылда — 843 кеше; 1939 йылда — 1132 кеше; 1959 йылда — 905 кеше; 1989 йылда — 835 кеше; 2002 йылда — 805 кеше; 2010 йылда — 741 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Дөйөм урта белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4].

Этимологияһы

« Ауылдың исеме Юлыҡ исемле кеше исеменә бәйле икәнен дәлилләнә. Вәлиулла Ҡөлөмбәтовтың 1940 йылда Еҙем буйы башҡорттарынан яҙып алған яҙмаһында («Башҡорт халҡы ижады» II том) түбәндәгеләр һүрәтләнә: «Юлыҡ халҡы затынан Бәшәрғол исемле кеше кәләшенең нәҫелдәрен күрер өсөн Урал буйына барғанда, юлда быларҙың балалары тыуа. Уралға барып еткәс, ҡатынының нәҫелдәре «Юлда тыуған балаға Юлыҡбай тип исем бирегеҙ тигәндәр». Ата-инә шатланып риза булғандар. Бына ошо юлда тыуып, Уралда исем алған Юлыҡбай батыр ир-егет булып үҫеп етә. Салауат яуында ҡатнашып, шул яуҙа менгән толпары менән һәләк була. Дошман яуында үлгән Юлыҡбай батырҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ауылды Юлыҡ тип атағандар». Был риүәйәттең дөрөҫлөгөн ауылдың йөҙйәшәр әбейе Алибаева Таһира ололарҙан ишеткән хәтирәләре иҫбатлай. Уның һөйләүе буйынса ауыл урынында Ҡушыҡ исемле ауыл булған. Ошо ауылдың кешеһе Тирәкленән (хәҙерге Архангель районындағы ауыл) кәләш алған. Шул ауылға барғанда улдары тыуған. Юлда тыуғанға балаларына Юлыҡ тип ҡушҡандар[5]. »

Урамдары

Исемдәре:[6]

Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружба (улица))

Еҙем урамы (рус. Зилимская (улица))

Еҙем тыҡрығы (рус. Зилимский (переулок))

М.Ғафури урамы (рус. М.Гафури (улица))

Мағаш урамы (рус. Магашская (улица))

Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Билдәле шәхестәре

Видеояҙмалар

Тема буйынса өҫтәмә