Баһауетдинова Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы

Баһауетдинова Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы (10 сентябрь 1953 йыл) — педагог, филология фәндәре кандидаты (1997), Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре (2005); Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2007).

Биографияһы

Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова 1953 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостандың Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған.

1961—1969 йылдарҙа Юлыҡ урта мәктәбендә уҡый, аҙаҡ Ишембайҙың 2-се интернат-гимназияһында уҡыуын дауам итә (1969-71). 1976 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай.

1976-79 йылдарҙа Башҡортостандың Стәрлебаш районы Ҡалҡаш урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.

1980 йылдан Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылы 1-се һанлы мәктәбендә уҡыта, 1986 йылда тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1993 йылдан мәктәп директоры була[1]. 2008 йылдан алып Өфөлә БР‑ҙың Мәғарифты үҫтереү институтының экспертиза һәм аттестация бүлеге мөдире вазифаһында.

Экспертиза һәм аттестация бүлеге мөдире булып эшләү менән бер үк ваҡытта 2008 йылдан Өфөлә БР мәғарифты үҫтереү институтында, 2011 йылдан алып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр.

Фәнни эшмәкәрлеге

Баһауетдинова Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы 47 фәнни мәҡәлә, 15 уҡытыу-методик әсбап авторы. «Мәҙәниәттәр диалогы» нигеҙендә башҡорт телен уҡытыуға айырым иғтибар бирә. Ижади фекерләүҙе үҫтереү кеүек төшөнсәләрҙе үҙләштереүҙе нигеҙҙә асыҡ реаль мәғәнәләрҙә бирә.

Уҡыусыларҙың этнолингвокультурологик компетенцияһын формалаштырыу буйынса үҙенең фәнни эшмәкәрлеге бар. Баһауетдинова 25 йылдан артыҡ уҡыусылары менән бергә Стәрлебаш районы фольклорын, тыуған яҡ топонимикаһын өйрәнә һәм йыя.

Рәсәй мәҙәниәте программаһы сиктәрендә нәшер ителгән «Башҡорт теленең этнографик лексикаһы» монографияһы, «Башҡортса-русса һүҙлек», «Башкорт теле һем әҙәбиәте буйынса традицион булмаған дәрестәр» методик ҡулланмаһы — күп йыллыҡ хеҙмәт емеше[2].