Фәрүәз Урманшин

Фәрүәз Фәрғәт улы Урманшин (рус. Фарваз Фаргатович Урманшин; 1970 йылдың 23 майы, Юлыҡ ауылы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй йырсыһы, ҡурайсы, актёр һәм радиотапшырыуҙар алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021), атҡаҙанған артисы (2012)[1][2].

Биографияһы һәм эшмәкәрлеге

Фәрүәз Фәрғәт улы Урманшин 1970 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған.

1985 йылда урта мәктәптең һигеҙ синыфын тамамлай һәм 1985-1989 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында уҡый[3].

1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бүлеген (башҡорт музыка фольклоры кафедраһы) тамамлай[3].

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда «Ватан» корпорацияһы ҡарамағындағы «Ватан» фольклор-эстрада төркөмөндә башлай. 1994-1995 йылдарҙа Сибай дәүләт филармонияһында йырсы-солист була, 1995 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында актёр[3].

1999-2001 йылдарҙа «Башҡортостан» теле- һәм радиотапшырыуҙар компанияһы дикторы, ошо уҡ компанияла «Гәлсәр һандуғас» продюсер үҙәгендә өлкән мөхәррир, 2001-2002 йылдарҙа Башҡортостан радиоһында диктор, 2002-2005 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемедәге Сибай башҡорт дәүләт театрында актёр, ә 2006 йылдан — «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлегендә алып барыусы булып эшләй[3].

Фарваз Урманшин.jpg

Студент йылдарынан уҡ төрлө йыр конкурстарында ҡатнаша башлай. 1992 йылда башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Урал моңо-1992», 1996 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары-96», 1997 йылда башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Аманат-1997» республика йыр бәйгеләре лауреаты була.

2012 йылда Фәрүәз Урманшинға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[4].

2019 йылда Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһендә[5] «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына лайыҡ булды[6].

2019 йылдан — Хеҙмәт ветераны.


2020 йылдың майында 50 йәшлек юбилейын билдәләне[7].

«Юлдаш» радиоһында эшләгән. 2012 йылда Башҡортостан телерадиокомпанияһы радиотапшырыуҙары студияһының алып барыусыһы, 2021 йылда «Юлдаш» каналының яңылыҡтар бүлеге алып барыусыһы булараҡ күрһәтелгән[1][8].

2023 йылда Гафури районы мәҙәниәт һарайының директоры булараҡ телгә алына[9]. Район гәзите уны 2026 йылда ла шул вазифала тип күрһәтә[10].

2021 йылда Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Урманшиндың «Күңелем 25-тә, үҙем 50-лә генә!» исемле концерты үткән[11]. 2026 йылдың июнендә Ғафури районы һабантуйының концерт программаһында сығыш яһаған[12].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Аманат-1997» башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсының беренсе премияһы (1997)[11].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012)[1].
  • «Йөрәк һүҙе» шиғри конкурсының тамашасы һөйөүе призы (2019)[13].
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[2].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Гали Алтынбаев стал народным артистом, а Фарваз Урманшин — заслуженным артистом Башкортостана. Башинформ (2 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2026.
  2. ↑ 1 2 Радий Хабиров наградил работников культуры и искусства Башкортостана. Башинформ (19 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2026.
  3. ↑ 1 2 3 4 Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Урманшин Фарваз Фаргатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2020)
  4. ↑ Гали Алтынбаев стал народным артистом, а Фарваз Урманшин – заслуженным артистом Башкортостана. Информационное агентство «Башинформ», 2 апреля 2012 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 май 2020)
  5. ↑ Йорэк хузе - Мустай Карим. Выпуск 63. ФАРВАЗ УРМАНШИН (Тикшерелеү көнө: 23 май 2020)
  6. ↑ «ЙӨРӘК ҺҮҘЕ»-2019. Состоялся финал поэтического конкурса. Сайт издания «Ветеран Башкортостана» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 май 2020)
  7. ↑ Фәрүәз Урманшин концертына саҡыра (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите (20 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2026.
  8. ↑ Радий Хабиров наградил работников культуры и искусства Башкортостана. Культурный мир Башкортостана (19 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2026.
  9. ↑ Артисты Гафурийского района представили в Уфимском университете программу «Воины Урала». Өфө фән һәм технологиялар университеты (19 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2026.
  10. ↑ Милые, стильные, талантливые. «Звезда» гәзите (20 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2026.
  11. ↑ 1 2 В ГКЗ «Башкортостан» прошёл концерт народного артиста РБ Ф. Урманшина. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2026.
  12. ↑ Праздник труда и народного единства. «Звезда» гәзите (6 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2026.
  13. ↑ «ЙӨРӘК ҺҮҘЕ»-2019. Состоялся финал поэтического конкурса. «Ветеран Башкортостана» (15 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2026.