Йомағолов Илфат Әбделәхәт улы

Илфат Әбделәхәт улы Йомағолов (рус. Ильфат Абдулахатович Юмагулов1962 йылдың 30 июне, Юлыҡ ауылы, Башҡорт АССР-ы2018 йылдың 22 сентябре, Өфө) — совет, Рәсәй театр һәм кино актёры. 1987 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1993).

Биографияһы

1962 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған.

Тыуған ауылында һигеҙ класс тамамлағас, профтехучилищеға уҡырға инә. Дипломлы белгес, ил алдындағы бурысын үтәгәндә лә балта оҫтаһы булып хеҙмәт итә.

Ике йыл Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә.

Режиссер Рифҡәт Исрафилов курсында белем ала. 1987 йылда институттың актерлыҡ бүлеген тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә.

1987—2010 йылдар эсендә иллегә яҡын роль башҡара. Олпат кәүҙәле, аҡыллы, тыныс сырайлы актерға йәштән үк ҡарттар ролен уйнауҙы ышанып тапшыралар. Уның «Ай тотолған төндә», «Балаҡайҙарым», «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?», «Һуңғы уҙаман» һәм башҡа спектаклдәрҙәге ролдәре театр һөйөүселәрҙең күңелендә әле лә һаҡлана.

Ә уның үҙенең иң яратҡан ролдәренең береһе булып Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектакленән Диауана образы."Диуаналыҡ" күңелде ташламаһын… Уйлап ҡараһаң, донъябыҙҙа аҡыллы «диуаналар» һирәк осрай, диуана «аҡыллылар» ишәйҙе", — ти ул «Башҡортостан» гәзитенә биргән бер интервьюһында.

Хәтере ныҡ, әҙәбиәткә яҡын кеше бер-ике уҡыуҙа сценарийҙы хәтеренә һеңдерһә, тәбиғәттән бирелгән һәләте яңы ролде уңышлы башҡарырға булышлыҡ итә. Спектаклдәрҙә уйнауҙан тыш текстарҙы башҡорт теленә тәржемә итә, шиғырҙар һәм пьесалар ҙа яҙа.

1993 йылда «Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.

«Ай ҡыҙы» дауамлы нәфис фильмы, «Миҙал», «Рәхмәт» кеүек киноларҙа төп ролдәрҙе уйнай.

2005 йылда режиссер Салауат Вәхитовтың «Осраҡлы булмаған осраҡ, йәки Бер мөхәббәттең ете көнө» фильмында төшә.

2010 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры менән хеҙмәттәшлек итә.

Актер 2018 йылдың 22 сентябрендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.

Ғәиләһе

  • Атаһы — Әбделәхәт Әбделхаҡ улы. Сығышы менән Юрмаш ауылынан. Ғаилә башлығы балта оҫтаһы булыу менән бергә, һүрәтте лә һәйбәт төшөргән. Йәшерәк сағында ғаиләһе менән күсеп, Учалы ҡалаһын төҙөүҙә лә ҡатнашҡан.
  • Ҡатыны — Рисәлә Урал ҡыҙы. Улы Иштуған, ҡыҙы Фирүзә.