Түбәнге Ташбүкән

Түбәнге Ташбүкән (рус. Нижний Ташбукан) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 166 кеше булған[2]. Почта индексы — 453054, ОКАТО коды — 80221834001. ИФНС коды — 0268.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 166 77 89 46,4 53,6

Тарихы

1834 йылда үткәрелгән VIII Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһынан алдараҡ Үрге Ташбүкәндә йәшәгән бер нисә ғаилә ауылдан саҡ ҡына ситкәрәк күсенеп төпләнә, был тораҡ пункты рәүиз документтарында Түбәнге Ташбүкән тип теркәп ҡуйыла һәм бында көн иткән 114 кешенең 87-һе керҙәштәр тип билдәләнә. 27 кеше ер хужаһы, йәғни аҫаба башҡорт тип таныла[3]. .

1859 йылдағы X рәүиздә ике Ташбүкәнде бергә алғанда 70 йорт була, һәм Түбәнге Ташбүкәндә 584 кешенең йәшәүе теркәлә. 37 йылдан һуң ауылда йәшәгән халыҡ һаны 720 кешегә етә. XIX быуат аҙағына был ауыл Хәйбулла тип тә йөрөтөлә[3].

Ауылдың урам исемдәре

  • Гагарин (урамы) (рус. Гагарина ( улица ))
  • Кооператив (урамы) (рус. Кооперативная ( улица ))
  • М.Ғафури ( урамы ) (рус. М. Гафури ( улица ))
  • С. Юлаев ( урамы ) (рус. С. Юлаева ( улица ))

Географик урыны

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә