Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы

Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы (рус. Бухарова, Гульнур Харуновна; 1960 йылдың 29 ноябре, Түбәнге Ташбүкән, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-тел белгесе. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы (1990—2024); Рәсәй фәндәр академияһы Өфө Федераль тикшереү үҙәгенең тел ғилеме бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре вазифаһын башҡарыусы (2024 йылдан)(2024 йылдан). Филология фәндәре докторы (2010).

Биографияһы

Гөлнур Һарун ҡыҙы Бохарова Башҡорт АССР-ы Ғафури районы Түбәнге Ташбүкән ауылында тыуған.

1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1978 йылдан Ҡурғашлы ауылының урта мәктәбендә уҡыта.

1988 йылдан СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.

1989 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби-драма бүлегенең өлкән мөхәррире вазифаһын үтәй[1].

1990 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусы булып эшләй.

2024 йылдан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө Федераль тикшереү үҙәгенең тел ғилеме бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре вазифаһын башҡарыусы вазифаһында эшләй[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

Гөлнур Һарун ҡыҙының фәнни хеҙмәттәре когнитив лингвистика, лингвокультурология, ономастика, этимология проблемаларына бағышланған. 150-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы булып тора[1].

Хеҙмәттәре

  • Башкирская мифотопонимия : диссертация … кандидата филологических наук : 10.02.02. — Уфа, 1998. — 287 с.
  • О происхождении мифотопонима «Шульган» // Ватандаш : журнал. — 2003, № 11. — С. 139—143.
  • Мифопоэтическая картина мира в башкирской топонимии. — Уфа, 2003. — 150 с.
  • Башкирская ономастика в контексте духовной культуры : словарь мифотопонимов / Российская акад. наук, Уфимский науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. ; М-во образования и науки Российской Федерации, Башкирский гос. пед. ун-т. — Уфа : Гилем, 2006. — 112 с. — ISBN 5-7501-0627-6.
  • Башкирский народный эпос «Урал‑батыр»: когнитивно‑дискурсивный и концептуальный анализ. — Уфа, 2008.
  • Башкирский народный эпос «Урал-батыр»: когнитивно-дискурсивный и концептуальный анализ : диссертация … доктора филологических наук : 10.02.02. — Уфа, 2009. — 468 с.
  • Формирование и управление человеческими ресурсами в современных условиях. — Уфа : Гилем, 2009. — 241 с. — ISBN 978-5-75011-060-5
  • Башкирская географическая терминология : (историко-культурный и этимологический комментарий, лексикографирование). — Санкт-Петербург : Социально-гуманитарное знание, 2016. — 272 с. — ISBN 978-5-9909004-0-0.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Бухарова Гульнур Харуновна. rihll.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2026.

Һылтанмалар