Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге (рус. Уфимский федеральный исследовательский центр Российской академии наук) — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан төбәк ғилми үҙәге. 1951 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы булараҡ ойошторола. 2017 йылдан бөгөнгө атамаһын йөрөтә.

Тарихы

  • 1951 йыл. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы (СССР ФА БФ) ойошторола. Составы: Биология институты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Тау-геология институты, иҡтисади тикшеренеүҙәр секторы һәм химия секторы. 
  • 1961—1963 йылдар. СССР Фәндәр академияһында барған үҙгәртеп ҡороуҙар барышында СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы учреждениеларының күпселеге СССР Фән һәм техника буйынса дәүләт комитетына тапшырыла. 
  • 1967 йыл. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы тергеҙелә. Составы: Геология институты, Химия институты, Биология институты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, биохимия һәм цитохимия бүлеге, иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге.
  • 1987 йыл. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы СССР Фәндәр академияһының Урал үҙәгендәге Башҡортостан фәнни үҙәге итеп үҙгәртелә. 
  • 1992 йыл. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге үҙаллы төбәк фәнни үҙәге статусын ала.
  • 2017 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге.
undefined

Төп подразделениелары

Президиум рәйестәре

Билдәле ғалимдары

Әҙәбиәт

  • Известия Уфимского научного центра РАН [6]
  • Республика, склоненная над книгой. Башкирский филиал АН СССР. // Башкирия за полвека. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969.
  • Кузеев Р. Г. Наука в Башкирской АССР сегодня и завтра. Уфа: Издательство Башк. респ. орг. об-ва «Знание», 1980.
  • Ильгамов М. А., Саитова М.А. Академическая наука Башкортостана // Вестник РАН. М., 2000. - Т. 70, № 6.
  • Халфин С. А., Юсупов Р. Г. Академическая наука в Башкортостане: становление и развитие (1951—2001 гг.). Уфа, 2006.

Өҫтәлмә факт

  • 2026 йылдың мартында Рәсәй почтаһы Өфө Федераль тикшеренеүҙәр үҙәге бинаһы төшөрөлгән конверт сығара, ул ғилми учреждениеның 75 йыллығына бағышлана. Маркалы конверттың тиражы 100 мең дана[7]

Иҫкәрмәләр

  1. Постановление Президиума РАН «О председателе Учреждения Российской академии наук Уфимского научного центра РАН» № 72 от 13 апреля 2011 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2011. Архивировано 16 июль 2021 года.
  2. Председателем Уфимского федерального исследовательского центра РАН избран Ахат Мустафин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026. Архивировано из оригинала 28 февраль 2019 года.
  3. Руководство Уфимского федерального исследовательского центра РАН. Мартыненко Василий Борисович. Руководитель, доктор биологических наук. Федеральное государственное бюджетное научное учреждение Уфимский федеральный исследовательский центр Российской академии наук. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  4. Б. М. Миркин. Мартыненко Василий Борисович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (16 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  5. Поздравляем Василия Мартыненко с избранием руководителем УФИЦ РАН. Башкирский государственный педагогический университет им. М.Акмуллы. Официальный сайт (28 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026.
  6. http://www.sciencerb.ru/# 2017 йылдың 24 ғинуар көнөндә архивланған.
  7. Галина Бахшиева. В РФ выпущен конверт с изображением Уфимского исследовательского центра РАН. ИА «Башинформ» (27 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2026. (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә