Ахунов Рөстәм Ринат улы
Рөстәм Ринат улы Ахунов (рус. Рустем Ринатович Ахунов; 1978 йылдың 22 авгусы, Өфө) — иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 2021 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең үҙәк аппаратының Төбәк иҡтисадының заманса проблемалары лабораторияһының ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының алтынсы (2018—2023)[1] һәм етенсе (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[2]. Иҡтисад фәндәре докторы[3], Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы.
Биографияһы
Ахунов Рөстәм Ринат улы Өфө ҡалаһында тыуған. 2000 йылда «Милли иҡтисад», 2002 йылда — «Юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
2001—2003 йылдарҙа БДУ-ның иҡтисад факультетының милли иҡтисад кафедраһы ассистенты.
2003 йылда — 08.00.05 — Иҡтисад һәм халыҡ хужалығы менән идара итеү (региональ иҡтисад) һөнәре буйынса «Регион милли иҡтисадтың функциональ системаһы булараҡ» темаһына иҡтисад фәндәре кандидаты фәнни дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
2003—2005 йылдарҙа — БДУ-ның иҡтисад факультеты милли иҡтисад кафедраһы етәксеһенең фәнни эштәр буйынса урынбаҫары.
2003—2005 йылдарҙа — БДУ-ның иҡтисад факультеты милли иҡтисад кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
2005—2018 йылдарҙа — БДУ-ның иҡтисад факультеты милли иҡтисад кафедраһы доценты.
2007 йылда — БДУ-ның милли иҡтисад кафедраһы доценты исеме бирелә, етәксе кадрҙар әҙерләү Президент программаһын уңышлы тамалай.
2006—2008 йылдарҙа — РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһының бизнес һәм эшлекле администрациялау институтын тамамлай, MBA (Master of business administration — Эшлекле администрациялау оҫтаһы) дәрәжәһе бирелә.
2011 йылда — РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһында DBA (Doctor of Business Administration) дәрәжәһе бирелә.
2012 йылда — Швейцарияла Европа университетында DBA (Doctor of Business Administration) дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2011 йылда — БДУ-ның иҡтисад факультетының деканы итеп һайлана.
Рөстәм Ринат улының етәкселегендә БашДу-ның иҡтисад факультеты БашДу-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты итеп үҙгәртелә[4].
2013—2017 йылдарҙа — БДУ-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры.
2017 йылда университеттарҙың юғары звено етәкселәре (ректорҙар, проректорҙар), дәүләт һәм муниципаль етәкселек, урта һәм ҙур бизнес, эшҡыуарлыҡ, социаль һәм фән сфералары етәкселәре өсөн белем биреү программаһы буйынса Мәскәү етәкселәр мәктәбе «Сколково»ла уҡый.
2017 йылда — 08.00.05-Иҡтисад һәм халыҡ хужалығы менән идара итеү (региональ иҡтисад) һөнәре буйынса «Конкурентлылыҡ һәм етештереү потенциалы үҙ-ара йоғонто яһау нигеҙендә региональ үҫеш менән етәкселек итеү» темаһына иҡтисад фәндәре докторы фәнни дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
2018 йылдан — БДУ-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының инновациялы иҡтисад кафедраһы профессоры, макроэкономик үҫеш һәм дәүләт менән идара итеү кафедраһы профессоры.
2017 йылдың 20 майынан — 2018 йылдың 12 апреленә тиклем — БашДУ-ның стратегик үҫеше буйынса проректор[5].
2018 йылдың 13 апреленән 2019 йылдың 4 июленә тиклем Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең рәйесе вазифаһын башҡарыусы[6].
2019 йылдың 5 июленән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Төбәк иҡтисадының заманса мәсьәләләре лабораторияһы мөдире. 2021 йылдан — ғилми хеҙмәткәре.
Фәнни хеҙмәттәре
160-тан ашыу хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялар, уҡыу әсбаптары, ВАК мәҡәләләре.
- Управление конкурентоспособностью в системе воспроизводственного потенциала региона: монография / Р. Р. Ахунов. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2015. — 242 с.[7]
- Оценка динамики участия региона в межрегиональных и международных обменных процессах на основе изменения соотношения промежуточного и конечного продуктов / К. Н. Юсупов, А. В. Янгиров, Р. Р. Ахунов, Ю. С. Токтамышева // Экономика региона. — 2017. — Т.13, выпуск 2. — 640 с. — С. 559—569.[8]
- Новая (смешанная) система оплаты труда российских госслужащих «по результатам» / Р. С. Гринберг, Р. В. Губарев, Р. Р. Ахунов, Е. И. Дзюба, А. И. Володин // Экономические и социальные перемены: факты, тенденции, прогноз. — Москва. — 2018. — Т. 11. — № 6. — С. 163—183. — 1 п.л. (авт. 0,7 п.л.). web of science DOI: 10.15838/ESC.2018.6.60.10[9]
- Башкортостан: 5 лет развития в зеркале СМИ: Информационное издание / Ахунов Р. Р. — Уфа: Аэтерна, 2023. — 158 с
Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫешенең социаль-иҡтисади стратегияһын эшләүсе (региондың территориаль үҫеше буйынса бүлектең етәксеһе)[10].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 2014 йылда XXII Олимпия уйындары һәм XI ҡышҡы Паралимпия уйындарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҙур өлөш индергән өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Иҫтәлекле медале (2014)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2015)
- Рәсәй Федерацияһы региондарының инвестицион климат торошо Милли рейтингыһының иң яҡшы практикаларын Башҡортостан Республикаһында үҙләштереүҙә сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа булышҡан өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2017)
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһының алтынсы (2018—2023) һәм етенсе (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Йәш ғалимдарға Башҡортостан Республикаһы башлығының гранттары конкурсын үткәреү буйынса Комиссия ағзаһы (рәйес урынбаҫары)[11]
- Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты республика бүлегенең региональ штабы ағзаһы
- «Башҡортостан финанстары» журналының редакцион советының ағзаһы (рәйес урынбаҫары)
- "Иҡтисад һәм идара итеү: фәнни-практик журналы"ның редакцион советы ағзаһы[12]
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы янындағы инвестицион климатты яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ағзаһы
- Башҡортостан Республикаһы Иҡтисад үҫеше министрлығының проект офисы ағзаһы
- Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы эргәһендәге эксперт-консультация советы ағзаһы
- Башҡортостан Республикаһы Иҡтисад үҫеше министрлығы коллегияһы ағзаһы
- Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты дәүләт автоном фәнни учреждениеның Күҙәтеү советы ағзаһы
- «Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан региональ бүлегенең Региональ сәйәси советы Президиумы ағзаһы[13]
- Башҡортостан Республикаһы Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы ағзаһы[14]
- Региональ тикшеренеүҙәр Халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы (RSA)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Персональная страница депутата на официальном сайте Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
- ↑ Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Ахунов Рустем Ринатович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Персональная страница учёного на официальном веб-сайте Академии наук Республики Башкортостан
- ↑ Экономический факультет Башгосуниверситета получил статус института
- ↑ У Рустема Ахунова, возглавлявшего Институт экономики, финансов и бизнеса Башгосуниверситета, новая должность 2019 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Исполняющим обязанности председателя Уфимского федерального исследовательского центра РАН стал известный экономист
- ↑ Р. Р. Ахунов. Управление конкурентоспособностью в системе воспроизводственного потенциала региона: монография
- ↑ К. Н. Юсупов, А. В. Янгиров, Р. Р. Ахунов, Ю. С. Токтамышева. Оценка динамики участия региона в межрегиональных и международных обменных процессах на основе изменения соотношения промежуточного и конечного продуктов: статья SCOPUS
- ↑ Р. С. Гринберг, Р. В. Губарев, Р. Р. Ахунов, Е. И. Дзюба, А. И. Володин Новая (смешанная) система оплаты труда российских госслужащих «по результатам»: статья Web of Science
- ↑ В Правительстве Башкортостана обсудили проект Стратегии социально-экономического развития республики до 2030 года 2019 йылдың 19 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Состав комиссии по проведению конкурса научных проектов молодых ученых на соискание грантов Республики Башкортостан
- ↑ Редакционный совет журнала "Экономика и управление: научно-практический журнал
- ↑ Президиум Регионального политического совета Башкортостанского регионального отделения Партии «Единая Россия» 2018 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Совет ректоров вузов Республики Башкортостан
Һылтанмалар
- Ахунов тураһында
- Статья в Башкирской Энциклопедии(недоступная ссылка)
- Персональная страница на официальном сайте Академии наук Республики Башкортостан
- Персональная страница на официальном сайте Государственного собрания — Курултая Республики Башкортостан
- Персональная страница на официальном сайте «Открытая Республика» 2020 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
- Персональная страница на официальном сайте «Единой России» в Республике Башкортостан 2020 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
- Персональная страница на официальном сайте Института экономики, финансов и бизнеса Башкирского государственного университета 2020 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
- Личная страница в Инстаграм
- Личная страница в Фейсбуке
- Ахунов менән
- 24.04.2020. газета «Республика Башкортостан», Владимир ЛЕОНТЬЕВ. Вакцина от «идеального шторма»(недоступная ссылка)
- 08.02.2019 газета «Республика Башкортостан», Ильдар АХИЯРОВ. Рустем АХУНОВ: От выживания — к рывку
- 03.09.2018 журнал «Сельские Узоры». Взгляд в будущее: УФИЦ РАН становится на инновационные рельсы
- 12.07.2018 газета «Республика Башкортостан», Владимир ОГОРОДНИКОВ. Мечта учёных — заполучить полфутболиста
- 16.10.2017. МКСЕТ.РУ. Татьяна Майорова. Проректор БашГУ Рустем Ахунов заявил, что его «заказали» конкуренты
- 05.07.2017. «Персонально Ваш», экономист Рустем Ахунов
- ПОИСКНЬЮС. Системный подход. Что ждут от новой программы фундаментальных исследований в региональных научных центрах.