Мартыненко Василий Борисович

Васи́лий Бори́сович Мартыне́нко (1974 йылдың 20 октябре, Бөрө ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең геоботаник-ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, фән өлкәһе эшмәкәре. 2023 йылдың февраленән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе[1]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), биология фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2020)[2].

Биографияһы

1974 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бөрө ҡалаһында тыуған[2].

1996 йылдың мартында Воронеж дәүләт урман техник академияһын (хәҙер университет) яҡшы билдәләренә тамамлай.

1996 йылдың мартынан ноябренә тиклем — Бөрө урман хужалығының Бөрө урмансылығы лесничийы ярҙамсыһы булып эшләй.

1996 йылдың ноябренән — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институтының геоботаника һәм үҫемлектәр ресурстары лабораторияһы аспиранты, 1999 йылдан — ғилми хеҙмәткәр, 2003 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр[2].

2004 йылдан — геоботаника һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта 2015 йылдың июненән — РФА Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты директоры вазифаһын башҡарыусы, 2018 йылдан — институт директоры[2][3].

2022 йылдың апреленән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең етәксеһе вазифаһын башҡарыусы[3]. 2023 йылдың 1 мартында Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең етәксеһе итеп һайлана[4].

Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем биреү министрлығының 2023 йылдың 17 майындағы 10-2/112-се бойороғо менән Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнә[3][5].

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғилми тикшеренеүҙәре республикалағы үҫемлектәр донъяһын һәм уның динамикаһын, үҫемлектәрҙең һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж төрҙәрен өйрәнеүгә, биотөрлөлөктө һаҡлауҙы фәнни яҡтан тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ғалим Көньяҡ Урал урмандарының төп зона типтарына һәм уларҙың тау варианттарына ентекле синтаксономия (рус.)баш. эшләгән, уларҙың төрлөлөгө формалашыуының ботаник‑географик законлыҡтары һәм төп факторҙары тикшереп асыҡлаған.

1999 йылда «Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының урмандарҙы тикшереү» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2009 йылда «Көньяҡ Урал урмандарының синтаксономияһы уларҙы һаҡлау системаһын үҫтереүҙең теоретик нигеҙе булараҡ» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 16 монография, WoS һәм Scopus индекстары менән нәшер ителгән журналдарҙа баҫылған 70-тән ашыу мәҡәлә авторы. Төп монографиялары Башҡортостан Республикаһының өс ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, Өфө яйлаһы, «Асылыкүл» тәбиғәт паркы үҫемлектәренә, Торатау һәм Йөрәктау шихандарына арналған[5].

Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре

  • Леса Башкирского государственного природного заповедника: синтаксономия и природоохранная значимость. Уфа, 2003 (авторҙаш);
  • Флора и растительность Южно-Уральского государственного природного заповедника. Уфа, 2008 (авторҙаш);
  • Уникальные памятники природы — шиханы Торатау и Юрактау. Уфа, 2014 (авторҙаш);
  • Низовые пожары как фактор сохранения сосново-лиственничных лесов Южного Урала // Экология. 2002. № 3. С. 228—231;
  • О факторах определяющих характер возобновления светлохвойных лесов Башкирского госзаповедника // Лесоведение. 2002. № 4. С. 66-69;
  • Синтаксономическое изучение растительности Республики Башкортостан: история, оценка современного состояния, перспективы // Известия Самарского научного центра РАН. 2004. Т. 6, № 2. С. 306—312. (авторҙаш)[6].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • ЮНЕСКО ҡарамағындағы «Башҡорт Уралы» биосфера резерватының Координация советы ағзаһы.
  • Өфө фән һәм технологиялар университетының Биология фәндәре буйынса диссертация советы ағзаһы[7];
  • Рәсәй Фәндәр академияһы «Экология» журналының редколлегия ағзаһы[8].
  • «Рәсәй үҫемлектәр донъяһы» журналының редакция советы ағзаһы;
  • Рәсәй Фәндәр академияһының биология фәндәре бүлексәһендә ботаника буйынса совет ағзаһы;
  • «Рус география йәмғиәте» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһенең тәбиғәтте һаҡлау комиссияһы рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһында экология, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының II дәрәжә диплом менән бүләкләнгән (дөйөм биология секцияһы);
  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы дипломы (2012);
  • Ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау буйынса республика фондының «Рыцарь леса» маҡтаулы исеме (2014);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2020).

Иҫкәрмәләр

  1. Руководство Уфимского федерального исследовательского центра РАН. Мартыненко Василий Борисович. Руководитель, доктор биологических наук. Федеральное государственное бюджетное научное учреждение Уфимский федеральный исследовательский центр Российской академии наук. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 Б. М. Миркин. Мартыненко Василий Борисович. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (16 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (баш.)
  3. 1 2 3 Майя Иванова. Руководителем УФИЦ РАН назначен Василий Мартыненко. Сайт Коммерсантъ Башкортостан (18 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)
  4. Василий Мартыненко избран руководителем Уфимского федерального исследовательского центра Российской академии наук. Всероссийская общественная организация «Русское географическое общество». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)
  5. 1 2 Поздравляем Мартыненко Василия Борисовича с назначением на должность руководителя Федерального государственного бюджетного научного учреждения Уфимского федерального исследовательского центра РАН. =Федеральное государственное бюджетное научное учреждение Уфимский федеральный исследовательский центр Российской академии наук. Официальный сайт (18 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)
  6. Известные учёные. Мартыненко Василий Борисович. АНО «Международная ассоциация ученых,преподавателей и специалистов». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)
  7. Диссертационный совет 24.2.479.01 биологические науки. Состав совета. 14. Мартыненко Василий Борисович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)
  8. Редакционная коллегия: Мартыненко Василий Борисович, доктор биологических наук. Журнал «Экология». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2026. (рус.)