Миһранова Эльза Венер ҡыҙы
Миһранова Эльза Венер ҡыҙы (рус. Мигранова Эльза Венеровна; 1971 йылдың 15 декабре, Өфө) — ғалим-тарихсы, этнограф, тарих фәндәр кандидаты (2003).
Биографияһы
Эльза Венер ҡыҙы Миһранова 1971 йылдың 15 декабрендә Өфөлә тыуған. Өфөнөң 118-се урта мәктәбен көмөш миҙал менән тамамлай, 1994 йылда Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер — Өфө фән һәм технологиялар университеты) тарих факультетын бөтөрә.
1994 йылдан хеҙмәт юлын Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге (ӨФТҮ) ҡарамағындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлегендә башлай. 1994—1997 йылдарҙа — ғилми-тикшеренеү стажёр-хеҙмәткәре, 1997—1998 йылдарҙа — кесе ғилми хеҙмәткәре, 1998—2001 йылдарҙа — аспирант, 2001—2004 йылдарҙа — кесе ғилми хеҙмәткәре, 2004 йылдан — этнография һәм антропология бүлеге (2006 йылдан — этнология бүлеге) өлкән ғилми хеҙмәткәре[1].
2003 йылда Санкт-Петербургта Кунсткамерала «Башҡорттарҙың традицион туҡланыу системаһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[1]. 2025 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, «Известия УФИЦ РАН» фәнни журналы редакция коллегияһының яуаплы секретары булып тора[2].
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
Ғилми хеҙмәттәре башҡорттарҙың традицион туҡланыу системаһына (шул иҫәптән көндәлек, йола, байрам аштарына), уның формалашыуына һәм эволюцияһына, шулай уҡ башҡорттарҙа һәм башҡа халыҡтарҙа аҙыҡ-түлек табыу, әҙерләү һәм тапшырыу ысулдарында оҡшашлыҡ һәм айырмалыҡтарҙы асыҡлауға арналған. Айырым тикшеренеүҙәр шулай уҡ байрамдарҙы, ғаилә һәм календарь йолаларҙы, башҡорттарҙың, татарҙарҙың көнкүрешен, мәҙәниәтен, фольклорын, этник тарихын һәм башҡаларҙы өйрәнеүгә бәйле. Башҡорттарҙың аҙыҡ-түлек мәҙәниәте эволюцияһының боронғо этаптарын өйрәнә, уларҙың башҡа халыҡтар менән этномәҙәни бәйләнештәрен асыҡлай.
Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Ҡырғыҙстан буйынса 10-дан ашыу этнографик экспедицияла ҡатнаша. 150-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән бер нисә монография авторы[3].
2017 йылдың июнендә Мәскәүҙә «Красная площадь» китап фестивалендә «Башҡорттар. Традицион туҡланыу системаһы: тарихи-этнографик тикшеренеү» китабы мәҙәниәттәр диалогына өлөш индергән иң яҡшы баҫма булараҡ Рәсәйҙең «Аски» китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы һәм Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы конкурсы дипломын яулай[3].
Ғилми хеҙмәттәре:
- Изучение традиций питания башкир в конце XIX в. // Этнография и антропология в Башкортостане. Уфа, 2001. С. 125—136;
- Традиции гостеприимства, отраженные в башкирских народных пословицах // Фольклор народов России. Уфа, 2001. С. 126—130;
- Молочная пища скотоводческих народов (на примере башкир) // Проблемы культурогенеза народов Волго-Уральского региона. Уфа, 2001. С. 232—237;
- Некоторые обычаи и обряды, связанные с молочной пищей у башкир // Молодые ученые Волго-Уральского региона на рубеже веков. Уфа, 2001. С. 195—197;
- Некоторые способы лечения детей с помощью пищевых продуктов у башкир (по этнографическим данным) // Мать и дитя у народов Башкортостана. Уфа, 2001. С. 120—126;
- Традиционный повседневный и гостевой застольный этикет башкир // Ватандаш. 2003. № 1. С. 84-93;
- Традиционный гостевой этикет башкир // Материалы I конкурса научных работ молодых ученых и аспирантов УНЦ РАН и АН РБ. Уфа, 2003. С. 66-67;
- Традиции башкирского питания по мотивам народных пословиц // Башкирский фольклор. Вып. V. Уфа, 2004. С. 171—179;
- В поисках духовных сокровищ (к юбилею С. Н. Шитовой) // Ватандаш. 2006. № 7.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Мигранова Эльза Венеровна. Отечественные этнографы и антропологи. XX век. Музей антропологии и этнографии (Кунсткамера) РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
- ↑ Известия УФИЦ РАН. Серия: История. Филология. Культура. 2025. Т. 2. № 5. Уфимский федеральный исследовательский центр РАН (2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Исследователь народной мудрости. Ватандаш (7 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
Һылтанмалар
- Мигранова Эльза Венеровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2026)