Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы
Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы (рус. Мустафин Ахат Газизьянович; 1957 йылдың 21 ғинуары, Ҡолсора, Башҡорт АССР-ы) — химик, химия фәндәре докторы, профессор (2003), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы (2009); Башҡорт дәүләт университеты ректоры (2010—2013).
Биография
1979 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Йәйге каникулдарҙа студент төҙөлөш отрядтәрендә ҡатнашҡан[1]. 1980—1985 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән; 1985—1999 йылдарҙа — БФАН СССР (Органик химия институты) инженер, кесе, өлкән, баш ғилми хеҙмәткәр.
1999—2000 йылдарҙа — Башҡорт аграр университеты доценты, профессоры.
2000—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, 2002—2004 йылдарҙа — Башҡортостан Мәғариф министры урынбаҫары. 2004 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты.
2007 йылдан Башҡорт университетының физик химия һәм химик экология кафедраһы мөдире.
2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик), 2010 йылда — Башҡорт дәүләт университеты ректоры итеп һайланған[2][3].
2013 йылдан Башҡорт дәүләт университетының физик химия һәм химик экология кафедраһын етәкләгән, баш ғилми хеҙмәткәр булған. 2018 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе урынбаҫары. 2019 йылдың 11 июлендә Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесе вазифаһына ваҡытлыса тәғәйенләнгән[4].
Фәнни эшмәкәрлеге
1999 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған; профессор (2003). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009).
Тикшеренеү йүнәлештәре — ароматик аминдар рәтендәге региоспецифик алмашыныу, биологик әүҙем азотлы гетероциклик системалар һәм нуклеозидтарҙы маҡсатлы синтезлау.
12 фән кандидаты әҙерләгән. 400-ҙән ашыу фәнни эш авторы, шул иҫәптән 110 авторлыҡ таныҡлығы һәм уйлап табыу патенты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007)
- Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының маҡтау грамоталары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Махмутов Н. А строй отряды … шагают дальше. — Уфа: Лето, 2012. — С. 306. — 344 с. — ISBN 978-5-8708-060-1.
- ↑ Новым ректором БГУ стал Ахат Мустафин. 20 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мустафин Ахат Газизьянович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ Мустафин Ахат Газизьянович (ингл.). ntj-oil.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.