Әбделмәнов Исмәғил Абдулла улы

Әбделмәнов Исмәғил Абдулла улы (рус. Абдульманов Исмагил Абдуллович) (1910-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. Гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец[1].

Биографияһы

Исмәғил Абдулла улы Әбделмәнов 1910 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер-Табын улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында тыуған.

Башҡорт АССР-ы Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына[1][2].

Гвардия рядовойы Әбделмәнов Исмәғил Абдулла улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткәрелгән Еңеү парадында маршал Г. К. Жуковтың коноводы итеп тәғәйенләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткәрелгән Еңеү парадында маршал Г. К. Жуков коноводы сифатында ҡатнашҡан[1].

Хәтер

Әбделмәнов Исмәғил Абдулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.