Аҡбулат (Бөрйән районы)

Аҡбулат (рус. Акбулатово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 5 кеше[2]. Почта индексы — 453588, ОКАТО коды — 80219819002.

Тарихы

1816 йылда Сыңғыҙ ауылынан (хәҙерге Баймаҡ районы) 20 ғаилә Ямашлы йылғаһы буйында Яңы Аҡбулат ауылына нигеҙ һала. Аҡбулаттың улы Боҫҡон һәм уның Этҡол, Түләк, Бикҡол кеүек ейән-ейәнсәрҙәре, шулай уҡ бүләләре төп ауылда йәшәгән. Этҡолдоң улы Әсфәндиәр — Әнүәр Әсфәндиәровтың шәжәрәһен башлап ебәреүсе. 1859 йылда ауылда 19 йорта 134 кеше йәшәгән, 1920 йылда иһә 53 йортта — 267 кеше. XIX быуаттың 40-сы йылдар. башында 26 йорт (119 кеше), 120 ат, 100 һыйыр, 21 һарыҡ, 20 кәзә теркәлгән. Ауыл халҡының игенселек менән шөғөлләнеүе билдәһеҙ. Бер нисә хужалыҡ ҡына 48 бот яҙғы иген сәскән[3][4]

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[6]
1055

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (90 %)[7]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 5 2 3 40,0 60,0

Географик урыны

Урамдары

  • Зәки Вәлиди урамы

Билдәле шәхестәре

Иҫтәлекле урындары

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)