Үрге Нөгөш

Үрге Нөгөш (рус. Верхний Нугуш; шулай уҡ Ямаш) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 56 кеше[2]. Почта индексы — 453586, ОКАТО коды — 80219813002.

Нөгөш йылғаһының урта ағымында, уның уң ярында урынлашҡан. 1812 йылда Мәҡсүт ауылы халҡы нигеҙ һалған.

1816 йылда 146 кеше йәшәгән 15 хужалыҡ теркәлгән. 1850 йылда 27 хужалыҡта 373 кеше йәшәгән[3]

undefined
undefined

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]
515756
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 56 26 30 46,4 53,6

Географик урыны

Урамдары

  • Нөгөш урамы (рус. Нугуш (улица))[7]

Тарихы

Ауылға 18 һәм 19 бб. араһында Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүҙә Нөгөш исеме менән йөрөй. Шулай уҡ Бәккән тамаҡ булараҡ яҙып алынған. Бында йорт старшинаһы Әлибәк Уразғолов (1767—1831) йәшәгән. Ауылда 1816 йылда — 146, 1843 йылда — 169, 1866 йылда 31 хужалыҡта 177 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

XIX быуат уртаһында Түбәнге Нөгөш ауылына нигеҙ һалынғас, хәҙерге исемен ала. 1911 йылда мәсет төҙөлә, ә 1924 йылда мәктәп асыла. 1930 йылда «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы ойошторола, ул 1950-се йылдарҙа урман сәнәғәте составына инә.

Башҡорттар йәшәй (2002). 1900 йылда 186 кеше иҫәпләнгән, 1920 йылда — 242, 1939 йылда — 94, 1959 йылда — 142, 1969 йылда — 482, 1989 йылда — 53, 2002 йылда — 51, 2010 йылда — 56 кеше. Башланғыс мәктәп бар (ағас бина 2000 йылда яңыртып төҙөлә)[8].

Тирә-яҡ мөхит

Билдәле шәхестәр

  • Толомғужин Зөфәр Ғәле улы 1942 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Үрге Нөгөш ауылында тыуған. Яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре[10][11]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Таймасов, С. У. Т14 Бурзяне в XVIII — первой половине XIX века / С. У. Таймасов. — Уфа: Китап, 2019. — 160 с. ISBN 978-5-295-07145-4, с.103
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  7. Улицы
  8. ВЕРХНИЙ НУГУШ
  9. Яманаев Исмагил Губайдуллович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 588. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  10. Тулумгужин Зуфар Галиевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  11. Тулумгужин Зуфар Галиевич, писатель
  12. Бөрйәндең боронғо ауылдары хаҡында