Аҫылғужин Уйылдан Мөхәмәҙиә улы
Аҫылғужин Уйылдан Мөхәмәҙиә улы (рус. Асылгужин Уилдан Мухамадиевич, 25 декабрь 1894 йыл — 27 июнь 1984 йыл) — дин әһеле, тыл ветераны.
Биографияһы
Уйылдан Мөхәмәҙиә улы Аҫылғужин 1894 йылдың 25 декабрендә Орск өйәҙе Ырымбур губернаһы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы) Үрге Нөгөш ауылында тыуған. Дини белемде Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Көҙән ауылы мәҙрәсәһендә ала.
1930 йылда репрессиялана һәм 1997 йылда аҡлана[1]
1936 йылдан «Ҡыҙыл байраҡ» артеле бригадиры. Үрге Нөгөш мәсетендә мулла булып тора.
1984 йылдың 27 июнендә вафат була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Исмәғил Ғөбәйҙулла улы Яманаев. Халыҡ табиптары онотолмай
- Һаулыҡ — тән, йән, рух сәләмәтлегенән
Сығанаҡтар
Асылгужин Уилдан Мухамадиевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 70. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.