Яубаҫаров Ғәни Сөләймән улы
Биографияһы
Яубаҫаров Ғәни (Ғәйнетдин) Сөләймән улы 1894 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Бөрйән улусы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы) Үрге Нөгөш ауылында тыуған.
Йәшләй етем ҡала. Төрлө кешеләрҙә ялсылыҡта йөрөй, аслыҡ йылдарында Әзербайжан тарафтарына сығып китә, эшләп тә, уҡып та йөрөп Баҡы ҡалаһында университет тамамлай. .
Ул Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, әсирлектә Австрияла була. 1919—1921 йылдарҙа Аҡтүбә һәм Каспий аръяғы фронттарында Ҡыҙыл Армия сафында үҙ теләге менән була.
1925—1927 йылдарҙа Ташкент өлкәһендә уҡыта. Мөмкинселек барлыҡҡа килеү менән Башҡортостанға ҡайта.
1932—1935 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Ғәни Сөләймән улы урыҫ, татар, үзбәк телдәрендә иркен һөйләшкән.
1927—1942 йылдарҙа Өфөлә, Ишембай ҡалаһының нефть техникумында һәм Стәрлетамаҡ уҡытыусылар әҙерләү институтында уҡыта.
1942 йылдан 1954 йылға тиклем Иҫке Собханғол урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, 1945—1947 йылдарҙа директор вазифаларын башҡара[2].
1954 йылда башланғыс һәм урта мәктәп хеҙмәткәрҙәре район комитеты рәйесе итеп һайлана.
Өлгәшкән уңыштары өсөн Ғәни Сөләймән улы Яубаҫаровҡа 1957 йылда «РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә.
1961 йылда вафат була, Иҫке Собханғол ауылында ерләнгән.
Ғаиләһе
Ҡатыны Мөршиҙә менән Сәлим исемле ул тәрбиәләйҙәр[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
- «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы[4]
Хәтер
Яубаҫаров Ғ.С. йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды[5].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Сығанаҡтар
- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- Заслуженные учителя РСФСР, БАССР и РБ. Яубасаров Ганий Сулейманович
- История МОБУ СОШ села Старосубхангулово 2022 йылдың 31 март көнөндә архивланған.
- Исмәғил Яманаев. Тауҙарҙан бейек КЕШЕ. — Сибай: Сибай мәғлүмәт үҙәге — БР ДУП"башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто филиалы 2017 йыл. 75—77-се биттәр