Ғәлиев Сабир Ғәле улы
Биографияһы
Ғәлиев Сабир Ғәле улы 1931 йыл 15 майында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында тыуа. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1945 йылдан алып «Ҡыҙыл Байраҡ» промартеле эшсеһе. 1951 — 1954 йылдарҙа Совет Армияһында разведка ротаһы өлкән сержанты. 1955 йылда Архангельск өлкәһенең Архангельск ҡалаһында сайыр һыҙыу мастеры һәм бухгалтер һөнәренә уҡый. 1960 — 1963 йылдарҙа сайыр һыҙыу мастеры, сайырсы булып эшләй. Оҙаҡ йылдар ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Тырыш хеҙмәте хөкүмәт тарафынан юғары баһалана. Күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары бар, маҡтаулы исемдәргә эйә.
Ғаиләһе
Наградалары
Хеҙмәт ветераны (1985)
«Почёт Билдәһе» ордены (1986),
«9-сы биш йыллыҡ ударнигы» (1975)
«10-сы биш йыллыҡ ударнигы» (1980)
«11-се биш йыллыҡ ударнигы» (1986)
Сығанаҡтар
Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Таң гәзите.17 ноябрь 2021 Йәшәүҙән йәм таба беләләр