Аҫылғужин Вәхит Ишмөхәмәт улы
Тыуған көнө | 27 сентябрь 1960 |
---|---|
Заты | ир-ат |
Гражданлығы | |
Вафат булған көнө | 16 февраль 2020 (59 йәш) |
Һөнәр төрө | Нефтсе (Ишембай) |
Тыуған урыны | |
![]() |
Аҫылғужин Вәхит Ишмөхәмәт улы (27 сентябрь 1960 йыл — 16 февраль 2020 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе
Биографияһы
Вәхит Ишмөхәмәт улы Аҫылғужин 1960 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1977 йылда Өфө нефть институтына уҡырға инә, Совет Армияһында хеҙмәт итә.
Вәхит Ишмөхәмәт улы 1982 йылдан алып «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығында эшләй. Ябай быраулаусынан алып ҙур предприятие етәксеһенә тиклем һөнәри үҫештең бөтә баҫҡыстарын да эҙмә-эҙлекле үткән. Быраулаусы, мастер, производство бүлегенең өлкән инженеры, Профсоюздар үҙәге геологы, өлкән геолог, НГДУ-ның баш технологы, идаралыҡ начальнигының баш инженеры-беренсе урынбаҫары.
2000 йылдан «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Ишембайнефть» филиалы етәксеһе[1]. Республиканың күп кенә нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнашыусы. Аҫылғужин В. И. — сәнәғәтсе, йәмәғәт эшмәкәре.
Уйлап табыусы
- Ете уйлап табыу патенты һәм 30-ҙан ашыу рационализаторлыҡ тәҡдимдәре авторы
- Скважиналарҙы ҡом һәм шлам тығындарынан таҙартыу өсөн насос[2]
- Нефть тураһында өс тиҫтәгә яҡын мәҡәлә авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.
- Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы депутаты[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе.
- «Һөнәргә тоғролоҡ» корпоратив премия[4].
Сығанаҡтар
Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.