Берәтәк (Бөрйән районы)


Берәтәк (рус. Бретяк) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 424 кеше[2]. Почта индексы — 453587, ОКАТО коды — 80219804002.

Транспорт

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[1]
422458424
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 424 207 217 48,8 51,2

Географик урыны

Урамдары

  • Тау урамы
  • Йылға аръяғы урамы
  • Ҡаран урамы
  • Йәштәр урамы
  • Нөгөш урамы
  • Салауат Юлаев урамы
  • Мәктәп урамы

Тарихы

Брәтәк йылғаһы

Аҫҡар ауыл советына ҡарай. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнбайышта 71 саҡрым һәм Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнбайышта 185 саҡрым алыҫлыҡта Берәтәк йылғаһы[5] тамағында урынлашҡан. Ауылға XVIII быуат уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. XIX быуат аҙағында утар булараҡ барлыҡҡа килгән мәғлүмәттәр ҙә бар. Берәтәктамаҡ, Оло Берәтәк исемдәре менән билдәле була. Ауыл халҡы Үрге Әүжән-Петровск заводы өсөн урман әҙерләү менән шөғөлләнгән. Халҡы: 1900 йылда — 58 кеше; 1920 йылда — 27 кеше; 1939 йылда — 139 кеше; 1959 йылда — 401 кеше; 1989 йылда — 380 кеше; 2002 йылда — 422 кеше; 2010 йылда — 424 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Аҫҡар урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар[6].

Шулай уҡ уҡығыҙ

  • В.Ғ.Ғүмәров «Берәтәк ауылы тарихы»[7]
  • Берәтәк ауылы тарихы[8]
  • Брәтәк ауылындағы ер-һыу атамаларын өйрәнеү. (Тикшеренеү эше)[9]

Фоторәсемдәр

Видеояҙмалар

  • Айыҡ ауыл[10]

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
  • Брәтәк ауылы
  • Брәтәк ауылы Бөрйән районы Башкортостан Республикаһы

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  5. Ағиҙел йылғаһы бассейны
  6. Берәтәк (Бөрйән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. В.Ғ.Ғүмәров «Берәтәк ауылы тарихы»
  8. Берәтәк ауылы тарихы
  9. Брәтәк ауылындағы ер-һыу атамаларын өйрәнеү
  10. Бурзянский район деревня Бретяково

Һылтанмалар