Кейекбай
Ауыл | |||
Киекбаево | |||
---|---|---|---|
башҡ. Кейекбай | |||
| |||
53°02′48″ с. ш. 57°15′29″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Бурзянский | ||
Ауыл биләмәһе | Кейекбай ауыл советы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | ↘296[1] кеше (2010) | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453588 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 219 819 001 | ||
ОКТМО коды | 80 619 419 101 | ||
|
|||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Кейекбай (рус. Киекбаево) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Кейекбай ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 296 кеше[2]. Почта индексы — 453588, ОКАТО коды — 80219819001.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 16 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 161 км
Кейекбай ауылы Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы Көргәс йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 16 километр һәм Белорет тимер юлынан 161 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Ауыл тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1834 йылда Көргәс йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән ауылға, Кейекбайға, Әтектәр үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Бында 23 ғаилә — 170 кеше күсеп килгән. Ауыл Кейекбай Юлтимеров исемен йөрөтә. Ауылдың икенсе исеме — Баш Тире. 25 йылдан һуң 40 ихатала 300 кеше йәшәгән.
Халҡы — ярым күсмә малсылар. XIX быуаттың 40-сы йылдары башында ауылдағы бөтә 28 йорт йәйләүгә күскән. Улар иҫәбенә 113 ат, 61 һыйыр, 15 баш кәзә тура килгән. 170 кешегә 24 бот ужым ашлығы, 184 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән.
Ауылда 1812 йылдағы Ватан һуғышы ветераны «Парижды алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән Арыҫланғол Хәмитов һәм Ырымбур губернаторы Перовскийҙың уңышһыҙ тамамланған Хиуа походы (1839—1840)нда ҡатнашҡан Йәмлиха Байназаров йәшәгән[4].
1864 йылдан алып Кейекбай улус үҙәгенә әүерелә.
1920 йылда 93 йорттоң һәр береһендә уртаса 4,2 кеше йәшәй[4].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[1] |
280 | ↗317 | ↘296 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[6].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 225 | ||||
1920 йыл 26 август | 388 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 171 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 91 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 236 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 280 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 296 | 157 | 139 | 53,0 | 47,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Әлеге ваҡытта Кейекбайҙа башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто бар[3].
Кейекбай ауылының дин әһелдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1859 йылда Бөрйән районының Кейекбай ауылы мәхәлләһенең тәүге мәсете төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған. Унда Мәндәғолдан (4 саҡрым), Аҡбулаттан (8 саҡрым) мәсеткә йөрөгәндәр. Рәсәй Эске Эштәр Визаратының (Министрлығының) Ырымбур виләйәте идараһы (ЫВИ) тарафынан 1875 йылда 17-се июнендә раҫланған. Имам Юлтимеров Заһитулла Фәйзулла улы (1825—1909 йй.) ауылда тәүге мәсет төҙөтөүгә өлгәшкән д а у а м ы …
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кейекбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 45 б Кейекбай ауылы
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Кейекбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 45. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан