Ҡунафин Заһит Рәжәп улы
Ҡунафин Заһит Рәжәп улы, MC БАШ (рус. Кунафин Загит Ражапович; 1984 йылдың 29 марты, Иҫке Монасип) — автор-башҡарыусы, ҡурайсы, рэп-башҡарыусы, спортсы. Еңел атлетика һәм полиатлон буйынса беренсе разрядҡа эйә. Туризм буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионы. Туризм өлкәһе буйынса шәхси эшҡыуар[1].
Биографияһы
Заһит Рәжәп улы Ҡунафин 1984 йылдың 29 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған.
Мәктәп йылдарында төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, спорт буйынса беренселектә йөрөй. 1995 йылда ғаиләләре Белорет ҡалаһына күсенә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң (2001), Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класына уҡырға инә. Уҡыу йылдарында тәүге йырҙарын яҙа, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә башлай.
Училищенан һуң, 2005 йылда, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына инә, әммә ижадтан айырылмай.
Йырҙары
• Fәфү ит…;
• Айырылышыу;
• Аҡ сәскә;
• Бар ит, Аллам!;
• Белмәгәйнем барлығыңды;
• Беҙҙең ауыл;
• Булмаҫ ҡабынып;
• Бөтәбеҙ бергә;
• Дуҫтар;
• Йәй;
• Килһәм;
• Йәштәр тик тормай;
• Мин осам;
• Мин ғашиҡ;
• Нәсихәт йыры;
• Рәхмәт;
• Уйҙарым 1;
• Уйҙарым 2;
• Уйҙарым 2 (Ағыла);
• Фәхишә;
• Хистәр;
• Хуш;
• Хыянат;
• Ялҡытты;
• Ҡобайыр;
• Үҙеңә ышан;
• Һин минеке;
• Һин яңғыҙ;
• Һуңғы кис;
• Өмөт[2].
• 2005 йылда 11 йырҙан торған «Уйҙарым» беренсе альбомы сыға.
Ҡаҙаныштары
Беренсе тапҡыр ҙур сәхнәгә 2004 йылда «Йәшлек-шоу» йәш башҡарыусылар фестивалендә сыға. Ул башҡарған «Ҡалдырма» йыры тиҙ арала хитҡа әйләнә һәм хит-парадтарҙа алдынғы урындарҙа тора. 2006 йылда «Йәшлек-шоу» йәш башҡарыусылар фестивалендә «RAP һәм R&B өлкәһендә ижат иткән йыл йырсыһы» номинацияһында еңеүсе була, шулай уҡ уның «Ағыла уйҙарым» йыры «Йыл хиты», 2008 йылда «Бар ит, Аллам!» йыры «Йыл йыры» тип табыла.
2007 йылда уның «Һиңә генә» йыры «Рәхмәт» тип аталған йәштәр кинокомедияһы (рус.)баш. синглы була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кунафин Загит Ражапович. Сайт rusprofile (4 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2025.
- ↑ MC БАШ. Единый портал башкирской народов РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2025.
Һылтанмалар
- MC БАШ. Единый портал башкирской народов РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2025.
- MC BASH. Сервис Яндекс Музыка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2025.
- Лейла Аралбаева. Главный башкирский рэпер МС Баш споет для влюбленных. ИА "Башинформ" (7 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2025.
- МС БАШ (Загит Кунафин). Сайт МАУ «Концертно-театральное объединение» (6 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2025.
Башкирский рэп. Мс Баш - Мин осам (я лечу)