Ғәзизов Таһир Хәсән улы
Биографияһы
Таһир Хәсән улы Ғәзизов 1935 йылдың 12 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуа. 1962 йылда Ҡазан университетын тамамлағандан һуң[2] Рәсәй Фәндәр академияһы Ҡазан ғилми үҙәгенең А.Е.Арбузов исемендәге Органик һәм физик химия институтында (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Ҡазан фәнни үҙәгенең Органик һәм физик химия институты) эшләй: 1973 йылдан алып — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдан башлап төп ғилми хеҙмәткәр, 1992—2002 йылдарҙа Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының бүлек начальнигы[1]. Таһир Ғәзизов Арбузовтың донъяла билдәле булған ҡатмарлы реакцияһының механизмын асыҡлау һәм уның йүнәлеш сиктәрен билдәләү мәсьәләләре буйынса фосфорорганик берләшмәләр химияһы проблемаһын хәл итә[3]. Арбузов реакцияһы өлкәһендә Рәсәйҙең, Украинаның, Англияның, Германияның, Польшаның, АҠШ-тың, Францияның, Японияның байтаҡ күренекле ғалимдары эшләй. Ләкин бер кемгә лә реакция механизмдары серҙәрен асыу һәм тулы күләмдә аңлатыу мөмкин булмай. Донъялағы был проблеманы хәл итеү өҫтөндә 25 йылдан ашыу дауамында Ғәзизов бәләкәй генә хеҙмәткәрҙәр төркөмө менән эшләй[3].
Фәнни тикшеренеүҙәре
Фәнни хеҙмәттәре фосфорорганик берләшмәләр химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәргә арналған. Үҙенең тикшеренеүҙәре һәм күп һанлы әҙәбиәтте тәнҡит күҙлегенән анализлау һөҙөмтәләре нигеҙендә ул Арбузовтың әлеге ваҡытта билдәле булған классик һәм классик булмаған реакция төрҙәрен берләштереүсе һәм тасуирлаусы дөйөм схема тәҡдим итә, уның йүнәлеш сиктәрен билдәләй. Схемаға ярашлы яңы реакцияларҙы анализлау һуңғы продукттарҙы фаразларға һәм уларҙы үткәреү өсөн оптималь шарттар һайларға мөмкинлек бирә[3]. Ғәзизов тарафынан 3 валентлы фосфор кислоталарының эфирлы һәм ангидридлы сығарылмаларының төрлө электрофил берләшмәләр менән реакцияларының дөйөм законлыҡтары асыҡлана һәм Арбузов реакцияһының билдәле төрҙәре системаға һалына. Ғәзизов спирттарҙы, фенолдарҙы, меркаптандарҙы һәм аминдарҙы һайлап фосфорлаштырыуҙың яңы ысулын эшләй, фосфорит кислотаһының элек мөмкин булмаған трет-бутил эфирҙарын синтезлай, уларҙың үҙенсәлектәрен тикшерә, яңы юғары һөҙөмтәле биологик актив фосфорорганик берләшмәләр ала. Ғәзизов тарафынан таж һымаҡ зарядһыҙланыуҙың химик реакциялар тиҙлегенә һәм уларҙың йүнәлешенә тәьҫире өйрәнелә, уны химия сәнәғәте предприятиелары ағынты һыуҙарын таҙартыу процесында файҙаланыу мөмкинлеге күрһәтелә[1].
170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 19 уйлап табыу авторы.
2010 йылдың 28 ноябрендә Ҡазанда вафат була.
Төп хеҙмәттәре
- Проблемы научного обеспечения агропромышленного комплекса. Казань, 1994;
- Реакция Арбузова. Казань, 2003.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ғәзизов Таһир Хәсән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ История школы с.Старосубхангулово
- ↑ 1 2 3 Вариации на арбузовскую тему(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Ғәзизов Таһир Хәсән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)