Орсаев Егор Орсаевич

Егор Орсаевич Орса́ев (рус. Орсаев Егор Орсаевич: 1910 йылдың 12 июне, Камай1951 йылдың 25 сентябре, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Артиллерия полкының орудие командиры, сержантСоветтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

1910 йылдың 12 июнендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мишкә районыКамай ауылында тыуған. Мари. Башланғыс белемле. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Армияға саҡырылғанға тиклем «Ленин юлы» колхозында эшләй[1].

1942 йылда Мишкә район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хәрби хеҙмәткә алына.

683-се артиллерия полкының орудие командиры Сталинград, Дон, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә.

Һуғыштан һуң Камай ауылында колхоз рәйесе булып эшләй.

1951 йылдың 25 сентябрендә вафат була, тыуған ауылында ерләнә[1].

Батырлығы

Герой исеменә 52‑се армия 214‑се уҡсылар дивизияһы 683‑сө артиллерия полкының орудие командиры сержант Орсаев 1945 йылдың 26 ғинуарында Олау (хәҙерге Олава ҡалаһы, Польша) районында Одер йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлыҡы өсөн сержант Орсаев Егор Орсаевичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6220) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2]..

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Егор Орсаевич Орсаевтың исеме Мишкә районы муниципаль районы Камай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
  • Мишкә районының Мишкә ауылында һәм Геройҙың тыуған ауылында урамдарға Орсаев исеме бирелгән;
  • Мишкә ауылында Мемориаль комплекстың гранит стенаһына Орсаев барельефы, Камеево ауылында ул йәшәгән йортҡа һәм мәктәп стенаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған[6];
  • Мишкә районында герой иҫтәлегенә йыл һайын спорт саралары үткәрелә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 И. Ғ. Кәримова. Орсаев Егор Орсаевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2025.
  2. 1 2 Орсаев Егор Орсаевич. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2025. (рус.)
  3. 1 2 3 4 5 6 Орсаев Егор Орсаевич. Портал Министерства обороны Рссийской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2025. (рус.)
  4. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2025. (рус.)
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2025. (рус.)
  6. 7 сентября в с.Камеево состоялся торжественный митинг, посвященный открытию мемориальной доски в честь Героя Советского Союза Орсаева Егора Орсаевича. Официальный портал Республики Башкортостан (7 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 декабрь 2025. (рус.)

Һылтанмалар