Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы
Мөслим Бәхтейәр улы Әбсәләмов (рус. Муслим Бахтиярович Абсалямов; 1932 йылдың 12 июне, Юлдыбай, Башҡорт АССР-ы — 2009 йылдың 5 июле, Өфө) — уҡытыусы, яҙыусы-прозаик. 1952—1992 йылдарҙа Йылайыр районы Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Юлдыбай ауылының почётлы гражданы.
Биографияһы
- 1932 йылдың 12 июнендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Юлдыбай ауылында тыуған[1].
- 1952 йылда Орск ҡала уҡытыусылар институтын тамамлай.
- 1963 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
- 1952—1992 йылдарҙа Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы.
- 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- 2009 йылдың 5 июлендә Өфөлә вафат була, тыуған ауылында ерләнә[1].
Ижады
1970 йылдарҙа әҙәбиәткә килә. «Тәүге бүләк» — беренсе хикәйәләр йыйынтығы 1976 йылда баҫылып сыға[1].
Яҙыусы-прозаиктың күп әҫәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәм унан һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың Тыуған илгә, тыуған төйәккә һөйөү тойғоларын, шатлыҡ-ҡайғыларын, ниәт-теләктәрен, үҙ заманының ынтылышарын сағыу буяуҙар менән һүрәтләй. Тыл эшсәндәренең ҡара тир түгеп хеҙмәт итеүен, һуғыш заманының барса һынауҙарын иңендә татыған, иртә өлкәнәйгән үҫмерҙәрҙең яҙмышын күрһәтеп бирә. Геройҙарының патриот тойғоларын, юғары гражданлыҡ рухын халыҡсан һутлы тел менән, тормошсан итеп уҡыусыһына еткерә.
Әҫәрҙәре
- Тәүге бүләк. Повестар, хикәйәләр — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976 — 78 бит.
- Сонтор бала саҡ. Повесть. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1983—188 бит.
- Берләм һуҡмаҡтар. Хикәйәләр — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1989
- Үрҙәр. Повестар, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1993—288 бит.
- Бөтә кешеләр ҙә бер туған. Әкиәт. — Өфө, Китап, 1993 — 20 бит.
- Башыңды юғары тот. Сатирик хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1997.
- Тыуған илем, Ватаным. Әкиәт. — Өфө, Китап, 2002.
- Хәлфә. Роман — Өфө, Китап, 2004.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы
- Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983)
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы
- Юлдыбай ауылының почётлы гражданы.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 11 майындағы 207-се Ҡарары менән Мөслим Бәхтейәр улы Әбсәләмовтың исеме Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль (рус.)баш. районының Юлдыбай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелгән<ref name="постановление">Постановление Правительства Республики Башкортостан от 11 мая 2021 года № 207 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (11 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (рус.)
- Юлдыбай урта мәктәбендә мемориал таҡтаташ ҡуйылған (2012)[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 М. Х. Иҙелбаев. Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (12 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (баш.)
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Һылтанмалар
- В своих книгах он показывал жизнь простого народа (К 80-летию со дня рождения писателя Муслима Абсалямова). ИА «Башинформ», 12 июня 2012 года] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)
- Продолжаем рассказывать о людях нашего района, которые внесли значительный вклад в его развитие (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)
- В Уфе состоялось награждение победителей Всероссийского конкурса, проведенного журналом «Ватандаш» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)