13 май
13 май — рәсми календарь буйынса йылдың 133-сө (кәбисә йылында 134-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 232 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Бразилия: Претос Велхос фестивале.
Канада: Әсә көнө.
Нигерия: Гарланд көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡара диңгеҙ флоты көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының һаҡ-конвой подразделениелары көнө.
- 1925 йыл: СССР-ҙа Советтарҙың III съезы асыла.
- 1938 йыл: СССР-ҙың милиция органдары составында һаҡ-конвой подразделениелары ойошторола.
тулы исемлек
- 1950 йыл: Британияла «Формула-1» чемпионатының тәүге уҙышы уҙғарыла.
- 1955 йыл: Швейцария инженеры Жорж де Местраль йәбешкәк ҡаптырмаға патент ала.
- 1960 йыл: Швейцария альпинистары донъяның туғыҙынсы бейек тау түбәһе Дхаулагирины яулай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Эйхенвальд Антон Александрович (1875—1952), композитор, дирижёр, фольклорсы. «Мәргән» легенда-героик операһы һәм «Ашҡаҙар» драматик операһы авторы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1945) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944).
- Ҡужин Ғилметдин Хисам улы (1930–14.02.2002), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хәйбулла районы «Степной» совхозының элекке механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Аҡъюл ауылынан.
тулы исемлек
- Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы (1935—12.02.2013), әҙәби тәнҡитсе-ғалим. 1962—2007 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 1987—1999 йылдарҙа әҙерлек бүлеге мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).
- Үрәзмәтов Флүр Зинур улы (1955), агроном-ғалим, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2004—2020 йылдарҙа Шишмә район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996), Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2005) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Ғәлләмов Тимур Фәнил улы (1980), спортсы. 2003—2010 йылдарҙа Рәсәйҙең самбо буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Октябрьский ҡалаһының 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). Шәхси иҫәптә донъя (2006—2007) һәм Рәсәй (2006—2008) чемпионы. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Илдус Зәкирйән улы (1936), сауҙа өлкәһе ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иҫке Ҡырғыҙ ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арыҫланова Люциә Шәрифйән ҡыҙы (1937), педагог. 1993—2003 йылдарҙа Кушнаренко педагогия училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Копьёв Михаил Васильевич 1947—19.08.2017), рәссам, график, театр рәссамы. 1986 йылдан Вологда дәүләт техник университетының архитектура һәм дизайн кафедраһы доценты. Вологда өлкәһенең мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Хлыбов Виктор Петрович (1947), сценограф. 1964—1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының, 1979 йылдан — Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрының ҡуйыусы, 1994 йылдан — баш рәссамы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
- Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы (1947), ғалим-табип-гигиенист. 2004 йылдан Башҡортостан физик культура институтының адаптив физик культура факультеты, 2008 йылдан — Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты Өфө институтының (филиалының) иҡтисад һәм менеджмент факультеты деканы, 2016 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999) һәм мәғариф отличнигы (2012).
- Ананенков Александр Георгиевич (1952), ғалим-иҡтисадсы. 2004—2011 йылдарҙа «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары, 2002 йылдың 28 июненән — директорҙар советы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
- Хөсәйенова Фәниҙә Хәмиҙулла ҡыҙы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1972—2016 йылдарҙа Салауат тире-винерология диспансерының шәфҡәт туташы, шул иҫәптән 1975—1979 һәм 1990—2006 йылдарҙа — өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғималов Фуат Рамазан улы (1957), ғалим-биолог. Биохимия һәм генетика институтының ғилми секретары. Биология фәндәре докторы.
- Әминева Рәйлә Рафаэль ҡыҙы (1957), һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. 1976 йылдан Көйөргәҙе районы Ермолаевка үҙәк район дауаханаһының пост һәм өлкән шәфҡәт туташы, 2002 йылдан — баш шәфҡәт туташы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Харрасов Шәйхи Фәтҡулла улы (1898—?), дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1928 йылдан Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе урынбаҫары, 1929 йылдың 1 апреленән 1930 йылдың 14 авгусына тиклем — эске эштәр халыҡ комиссары. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
- Сәғитов Рәшит Үзбәк улы (1958), педагог, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Әбйәлил районы Гусев урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984 һәм 2002 йылдан — директорҙың уҡыу-тәртиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1998—2002 йылдарҙа – мәктәп директоры. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһының крайҙы өйрәнеүселәр ойошмаһы ағзаһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Салауат ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хализова Мария Ивановна (1929—8.04.2008), малсы, йәмәғәтсе. 1953—1985 йылдарҙа Иглин районы «Путь Ленина» колхозы һауынсыһы. РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш (1963—1967) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1957). Сығышы менән ошо райондың Ленинский ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1625 йыл: Карло Маратта, Италияның барокко дәүере рәссамы, архитектор.
- 1750 йыл: Лоренцо Маскерони, Италия математигы, шағир.
тулы исемлек
- 1795 йыл: Павел Шафарик, Чехия филологы, тарихсы, славян халыҡтары берҙәмлеге идеяһы авторы.
- 1840 йыл: Альфонс Доде, Франция яҙыусыһы.
- 1850 йыл: Модест Чайковский, Рәсәй империяһы драматургы, либреттолар авторы, музыка тәнҡитсеһе, Пётр Ильич Чайковскийҙың кесе туғаны.
- 1895 йыл: Лариса Рейснер, Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе һәм СССР яҙыусыһы.
- 1905 йыл: Стефания Станюта, СССР һәм Беларусь Республикаһы актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1950 йыл: Стиви Уандер, АҠШ йырсыһы, композитор.
- 1960 йыл: Ефим Александров, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, артист һәм режиссёр.
- 1960 йыл: Миләүшә Таминдарова, йырсы, Татарстандың дәүләт камера хоры етәксеһе, Ҡазан дәүләт консерваторияһы доценты, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007).
- 1985 йыл: Иван Реон, Британия актёры, йырсы һәм йырҙар авторы.
- 1992 йыл: Ибраһим Ғиззәтуллин, башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).
- 1998 йыл: Балдыбаев Сәғит Вәлит улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- 2016 йыл: Зәйнуллин Марат Вәли улы, башҡорт теле белгесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009).