Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы

Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы (13 май 1935 йыл12 февраль 2013 йыл) — әҙәби тәнҡитсе. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Ғәли Ибраһимов (1998) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).

Тормошо

Ғалим 2013 йылдың 12 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

И. Ғ. Вәлитовтың фәнни эшмәкәрлеге З. А. Биишева, Ж. Ғ. Кейекбаев, М. Кәрим, Ә. Хәким һ. б. әҫәрҙәренең стиль һәм жанр Үҙенсәлектәрен тикшереүгә арналған «Ижади үрҙәргә» (1986) китабында фольклор традицияларының әҙәбиәткә йоғонтоһон тикшерә; А. Х. Абдуллин, Р. Ғ. Солтангәрәев, Ш. М. Янбаев һ. б. әҫәрҙәрен анализлай. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Әҙәрҙәре

  • Ижади үрҙәргә. Өфө, 1986.
  • Зәйнәб Биишева ижады. Өфө, 1980 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм наградаһы

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995);
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979);
  • З. Биишева исемендәге премия лауреаты (2011);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Яңауыл ауылы.

Һылтанмалар