Харрасов Шәйхи Фәтҡулла улы

Харрасов Шәйхи Фәтҡулла улы (1898—?) — СССР-ҙың дәүләт хеҙмәткәре. 1929—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары.

Биографияһы

1898 йылда Ырымбур губернаһы Балҡан руднигы ҡасабаһында тыуған.

1919—1921 йылдарҙа ТроицкОрск тимер юлында эшләй.

1922—1924 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт халыҡ комиссариаты инспекторы була.

1926 йылдан 1928 йылға тиклем Өфө ҡалаһы хеҙмәт биржаһы мөдире була.

1928 йылдан 1929 йылдың 1 апреленә тиклем Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. Һуңынан, 1929 йылдың 1 апреленән 1930 йылдың 14 авгусына тиклем — Башҡорт АССР-ның эске эштәр буйынса халыҡ комиссары.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.