Бәпембә
Бәпембә | |||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||
Taraxacum F.H.Wigg., 1780 | |||||||||||||||||||
|
Бәпембә (лат. Taráxacum) — ҡатмарлы сәскәле, ҡабарынҡы туҙғаҡ орлоҡло, һары суҡ сәскәле һәм ҡыуыш һабаҡлы, һөт һымаҡ һутҡа эйә күп йыллыҡ үлән[1]. Оҙонлоғо 20 см алып 60 см тиклем етеүе мөмкин булған итле үҙәк тамырлы. Елбәгәйҙең япраҡтары тамыр яны розеткаһына йыйыла. Сәскә һабаҡтарының япраҡтары юҡ, яңғыҙ йәки һирәк осраҡта тармаҡлы кәрзинле. Сәскәһе һары, аҡ йәки алһыу, тел япраҡлы булыуы мөмкин. Сәскә һабаҡтарының япраҡтары юҡ һәм яңғыҙ йәки һирәгерәк тармаҡлы кәрзиндәре бар. Сәскәһе һары, аҡ йәки алһыу, тел япраҡлы булыуы мөмкин. Сәскәләр иртән, иртәнге сәғәт 6-ла асыла һәм көндөҙгө сәғәт 3-тән һуң, йоҡоға талған һымаҡ, йәнә ябыла.
Был үҫемлек дымлы һауа торошонда сыҙамай һәм йәйге ямғырҙар ваҡытында, ҡиммәтле һеркәне һаҡлап ҡалыу өсөн, ҡыҫыла. Еңелсә ел аҡлан өҫтөндә мамыҡ болоттарҙы күтәрә, ә өлгөргән орлоҡтар парашюттарҙа яйлап ергә төшә һәм бер аҙна эсендә шытып сыға[2].
Бәпембә (салмабаш) — Ерҙә киң таралған үҫемлектәрҙең береһе. Уны Рәсәй, Украина, Белоруссия, Кавказ, Молдавия һәм Урта Азия биләмәһендәге далаларҙа, болондарҙа, урман ситтәрендә, тау битләүҙәрендә, юл буйҙарында, баҡсаларҙа, парктарҙа һәм йәшелсә баҡсаларында осратырға мөмкин. Бәпембә боронғо мысырлыларға, римлеләргә һәм гректарға билдәле булған, әммә уның сыҡҡан урынын теүәл билдәләү һаман да йомаҡ булып ҡала.
Рәсәйҙә бәпембәнең 300-гә яҡын төрө осрай, шул уҡ ваҡытта дарыу бәпембәһе киң таралған, ә иң һирәк осрағаны — Рәсәйҙең "Ҡыҙыл китабы"на индерелгән аҡ телле бәпес. Елбәгәйҙәрҙән кофе тәменә оҡшаған салаттар, ҡайнатмалар, шарап, бал һәм эсемлек әҙерләйҙәр. Халыҡ медицинаһында бәпембә төрлө ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеү өсөн ҡулланыла, ә традицион ҡытай медицинаһында 1000 йылдан ашыу дауамында унан дарыу эшләйҙәр[3].
Бәпембә Башҡортостанда киң таралған үҫемлектәрҙең береһе. Бигерәк тә кеше йәшәгән урындарҙы үҙ итә. Орлоҡтарын ел осорғанлыҡтан, бәпембә бик тиҙ тарала.
Көнбайыш Европа илдәренән Францияла, Швейцарияла, Бельгияла, шулай уҡ Һиндостанда, Америка Ҡушма Штаттарында айырым плантацияларға сәсеп үҫтерәләр. Унда бәпембә витаминдарға бай төрлө аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулланыла.
Атамаһының этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ырыу атамаһы лат. Taráxacum был үҫемлектең ғәрәп атамаһын (ғәрәпсә طرخشقون — «тарухшакун») латинлаштырыуҙан йәки башҡа ҡатмарлы сәскәле үҫемлектең фарсы атамаһынан килеп сыҡҡан[4].
Урыҫ әҙәби телендәге одуванчик һүҙе — һәр кемгә билдәле үҫемлектең күп атамаларының береһе. Владимир Иванович Даль иркәләү суффиксынан башҡа — одуван формаһын — ҡуллана[5]. Һүҙ әҙәби обдуть тигәнгә тиң (төньяҡ-көнсығыш һәм урал һөйләштәрендә әүҙем) оду́ть ҡылым формаһына ан суффиксын ялғап ҡулланыла. Был атамала үҫемлектең төклө орлоҡтары ел йәки еңел тын ярҙамында өрөп тарала торған үҙенсәлеге сағыла[6].
.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәпембә — йыуанлығы 2 см тиклем һәм оҙонлоғо 20-60 сантиметрға тиклем булған, өҫкө өлөшөндә ҡыҫҡа күп башлы тамырһабаҡҡа күскән тармаҡлы үҙәк тамырлы үҫемлек[7].
Япраҡтары барыһы ла тамыр яны розеткала[7], ергә параллель үҫкәненән алып төҙөнә тиклем, ҡайһы бер төрҙәрҙең һабағында, пластинкаһы оҙонса, кире йомортҡа формаһында, кире ланцет йәки һыҙатлы-кире ланцет формаһында, бөтөн, ҡауырһын һымаҡ айырсалы йәки ҡауырһын һымаҡ теленмә, ике яғы ла яланғас йәки бер аҙ төклө.
Берәүҙән алып унға тиклем һәм унан да күберәк, төҙ йәки күтәрелеүсән, ҡыуыш эсле, яңғыҙ, һирәгерәк тармаҡлы кәрзинле сәскә һабаҡлы[7], үрге өлөшө яланғас йәки төклө уҡлы. Ҡағиҙә булараҡ, ике — өс рәттә урынлашҡан киң йомортҡа формаһынан ланцет формаһына тиклем 8-18 сәскә эргәлегенән һаҡланған аҫҡы сәскәлек. Урамаһы ҡыңғырау йәки цилиндр һымаҡ ҡыңғырау формаһында, ғәҙәттә сәскә атҡан ваҡытта тырпайған, емештәре өлгөргән ваҡытта тоташҡан һәм өлгөргәндән һуң тарбаҡланған ике — өс рәт 7-25 япраҡсаһы бар. Сәскәһе кәрзиндә 20-150-шәр, бөтәһе лә тел япраҡлы, ҡағиҙә булараҡ, һары төҫтә, ҡайһы бер төрҙәре йәшкелт, һарғылт аҡ, аҡ, ал төҫтә[7]. Һеркәлеге ғәҙәттә һары йәки һарғылт аҡ, емешлек ауыҙы һары, йәшкелт, һирәгерәк һорғолт йәки ҡараһыу төҫтә.
Бейек таулы райондарҙан һәм Арктик киңлектәрҙән тыш, ике ярымшарҙың да тропик булмаған өлкәләрендә таралған. Йыш ҡына ҡый үләне булараҡ газондарҙа, һирәгерәк сәсеүлектәрҙә осрай. Борондан ҡалған ҡаҙылма орлоҡтар Taraxacum tanaiticum Рәсәйҙең көньяғындағы плиоценда табылған[8].
Үҫемлектең бөтә өлөштәрендә ҡуйы аҡ һөт һымаҡ һуты бар.
Урындағы климатҡа ҡарап сәскә ата: март — апрелдә, Рәсәйҙең урта һыҙатында май уртаһында — июнь башында, апрель аҙағынан июнгә тиклем аҡ өлпөлө орлоҡсалар менән емеш бирә.
Хужалыҡ әһәмиәте һәм ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аш-һыуҙа файҙаланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Элек-электән төрлө халыҡтар бәпембәләрҙе аҙыҡ итеп ҡулланған[9]. Ул Европала яҡшы билдәле булған һәм традицион ҡытай медицинаһында ҡулланылған. Үҫемлекте ерле американдар ҙа[10], Америка ҡитғаһына тәүге күсеп килеүселәр ҙә ризыҡ һәм дарыу сифатында файҙаланған. Төньяҡ Америкаға, дарыу үҫемлеге булараҡ, бәпембә, моғайын, Мейфлауэр карабында килгәндер[11].
Каротиноидтар һәм В2 витаминына бай йәш япраҡтары һәм һабаҡтары әсе түгел, шуға күрә йыш ҡына салат, аш-һыу әҙерләгәндә ҡулланыла. Өлгөргән япраҡтары, әселеген кәметеү маҡсатында, ҡулланыр алдынан тоҙло һыуҙа ебетелә.
Киптерелгән тамырҙарынан «бәпембә кофеһы» әҙерләйҙәр[12], бәпембә сәскәләренән ҡайнатма әҙерләйҙәр һәм шарап яһайҙар[13][12], асылған сәскә бөрөһөнән (ғунса) «бәпембә балы» әҙерләйҙәр.
Көҙ көнө 40 % инулин туплаған дарыу бәпембәһе тамыры (лат. Radix Taraxaci) шифалы сеймал сифатында ҡулланыла. Бауырҙы нығытыусы һәм һауыҡтырыусы үткер сара, ҡуйы экстракт рәүешендә әсе булараҡ, аш һеңдереү биҙҙәренең секрецияһын көсәйтеү маҡсатында киптерелгән тамырынан һурпа (отвар) әҙерләнә. Бәпембә тамыры төнәтмәһе аппетитты аса, спазмолитик, эсте йомшартҡыс һәм ҡан таҙартыу үҙенсәлектәренә эйә[14].
Медицина[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәйҙә башҡаларына ҡарағанда йышыраҡ дарыу бәпембәһе (Taraxacum officinale) осрай, уның япраҡтарында тимер, кальций, фосфор, калий, А һәм В витаминдары, аскорбин кислотаһы йәки С витамины, Е витамины, гликозидтар (тараксацин, тараксацерин), тритерпен спирттары, аҡһымдар (5 %) һәм башҡа ҡайһы бер берләшмәләр бар. Фосфор миҡдары буйынса бәпембә япраҡтары башҡа япраҡлы йәшелсәләрҙән өҫтөнөрәк[7].
Косметика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәпембә халыҡ дуванчик косметикаһында популярлыҡ менән файҙалана: яңы бәпембә япраҡтарынан битлек (маска) тирене туҡландыра, дымландыра һәм йәшәртә, ә сәскәләренең төнәтмәәәһе һипкелдәрҙе һәм пигмент таптарын ағарта.
Сәскә һабағы (Цветонос)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәпембә — ҡиммәтле яҙғы һеркә һәм бал ҡорттарына 10-15 көн буйына йыйым биреүсе бал сығанағы. Алтынһыу һары йәки ҡарағусҡыл гәрәбә төҫөндәге, ҡуйы консистенциялы, көслө еҫле һәм ҡырҡа әсе тәмгә эйә бәпембә нектарынан йыйылған бал[15], бик тиҙ эре бөртөклө ултырмаға әйләнеп кристаллаша. Һеркәһе — ҡыҙғылт һары төҫтәге ҡорт йөнө.
Каучук сығанағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәпембәләрҙең ҡайһы бер төрҙәренең тамырҙарында каучук бар. Элегерәк ике бәпембә төрө — Күкһағыҙ (Taraxacum koksaghyz) һәм Ҡырымһағыҙ (Taraxacum hybernum) — каучук сығанағы сифатында үҫтерелгән. Көнсығыш Тянь-Шань эндемигы күкһағыҙ тамырҙарында 20 %-ҡа тиклем юғары сифатлы каучук бар. Әлеге ваҡытта был кәсепте яһалма каучук ҡыҫырыҡлап сығарһа ла, каучуклы бәпембәләрҙе үрсетеү буйынса ла яңы тәҡдимдәр бар[16].
Башҡа мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәпембә — йорт кимереүселәре, шул иҫәптән йорт ҡуяндары өсөн аҙыҡ.
Бәпембә — әрһеҙ ҡый үләне, уға ҡаршы көрәш еңел түгел. Тамыр киҫелештәрендә өҫтәлмә үренделәре һәм ян тамырҙар барлыҡҡа килә. Сәскәгә бөрөләнеү һәм сәскә атыу фазалары ваҡытында баҫылып торһа ла, үҫемлектәрҙең емеш биреүе тамамланғас, регенерация һәләте ныҡ юғары. Шуға күрә сүпләнгән ер участкаларын сәскәгә төймәләнеү фазаһында ҡырҡыу ҡоралдары менән эшкәртергә кәңәш ителә.
Таксономияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Taraxacum F.H.Wigg., nom. cons., 1780, Prim. Fl. Holsat. 56.
Төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәпембәләрҙең ике меңдән ашыу апомиксис микротөрҙәре бар, етмешкә яҡыны — «эре», йәки йыйылма микротөрҙәр. Ботаниктарҙың ҡайһы берҙәре тарыраҡ ҡарашта һәм ни бары 60-ҡа яҡын төрөн генә ҡабул итә[17].
Бәпембәнең бер төрө, аҡ телле елбәгәй (Taraxacum leucoglossum) Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Одуванчик . Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 19 октябрь 2023.
- ↑ Как рассевается одуванчик? Аргументы и факты (2 апрель 2020). Дата обращения: 19 октябрь 2023.
- ↑ Наталия Богданова. Одуванчик: польза и вред для человека . Комсомольская правда. Дата обращения: 19 октябрь 2023.
- ↑ Каден Н. Н., Терентьева Н. Н. Этимологический словарь латинских названий растений, встречающихся в окрестностях агробиостанции МГУ «Чашниково» / Под ред. канд. филол. наук доц. В. И. Мирошенковой. — М.: Издательство МГУ, 1975. — С. 151, 108.
- ↑ Даль В. И. Толковый словарь живого великорусского языка под ред. Бодуэна де Куртенэ. — СПб.-М: 1905—1909.
- ↑ Меркулова В. А. Очерки по русской народной номенклатуре растений: травы, грибы, ягоды. — М.: Наука, 1967. — С. 101.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Чернева, 2013
- ↑ Felix Yu. VELICHKEVICH and Ewa ZASTAWNIAK — Acta Palaeobot. 43(2): 137—259, 2003
- ↑ McGee, Harold. A survey of common vegetables // On Food and Cooking: the science and lore of the kitchen (инг.). — New York: Scribner, 2004. — P. 320. — ISBN 978-0-684-80001-1.
- ↑ Clarke, Charlotte Bringle. Edible and useful plants of California. — Berkeley: University of California Press, 1977. — С. 191. — ISBN 978-0-520-03261-3.
- ↑ Association, Maine Organic Farmers and Gardeners Dandelions (ингл.). www.mofga.org. Дата обращения: 17 апрель 2017. Архивировано из оригинала 2 апрель 2017 года.
- ↑ 12,0 12,1 The Oxford English Dictionary (инг.). — 2nd ed. — Oxford: Oxford University Press, 1989. — Vol. IV. Creel-Duzepere. — P. 237.
- ↑ 3503.—Dandelion Wine // Mrs Beeton's Book of Household Management (инг.). — London: Ward, Lock & Co., 1907. — P. 1483.
- ↑ Блинова К. Ф. и др. Ботанико-фармакогностический словарь : Справ. пособие / Под ред. К. Ф. Блиновой, Г. П. Яковлева. — М.: Высш. шк., 1990. — С. 217. — ISBN 5-06-000085-0.
- ↑ Ватолин Д. О мёде и не только о нёмНаука и жизнь. — 2008. — № 11. — С. 122. //
- ↑ Американцы тянут серийную резину из русских одуванчиков Архивная копия от 14 июнь 2012 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2011)
- ↑ A. J. Richards. Eutriploid facultative agamospermy in Taraxacum (инг.) // New Phytologist : journal. — 1970. — Vol. 69, no. 3. — P. 761—774. — DOI:10.1111/j.1469-8137.1970.tb02461.x. — .
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡалып:Анненков
- С. Р. Одуванчик // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Одуванчик / О. В. Чернева // Николай Кузанский — Океан. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 23). — ISBN 978-5-85270-360-6.
- Kirschner J., Štěpánek J. A Nomenclatural Checklist of Supraspecific Names in Taraxacum // Taxon. — 1997. — Vol. 46. — P. 87—98. — DOI:10.2307/1224294.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡалып:Tropicos
- Бәпембә: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2010)
- Одуванчик на сайте USDA NRCS Архивная копия от 20 октябрь 2010 на Wayback Machine (инг.) Проверено 21 декабря 2008 г.
- Желтомордик Архивная копия от 24 июнь 2012 на Wayback Machine. О народных названиях одуванчика.
[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы стандант булмаған төҫтә]]