Аргументы и факты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Аргументы и факты»
Изображение логотипа
АиФ.jpeg
Оригиналь
атамаһы
«Аргументы и факты»
Тип аҙналыҡ гәзит
Форматы A3
Хужаһы ОАО «Московские информационные технологии»
Нәшер итеүсе АО «Аргументы и факты»
Ил
Баш мөхәррир Михаил Дмитриевич Чкаников
Нигеҙләү датаһы 1978 йылдың ғинуары
Теле урыҫ теле[1]
Төп офисы Мәскәү
Тиражы 1 562 951 экз. (II кв. 2019 йыл)
ISSN 0204-0476
Веб-сайты aif.ru
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

«Аргументы и факты» («АиФ») — совет мәғлүмәт бюллетене, ә артабан СССР һәм Рәсәй гәзите. 1978 йылдан сыға, 1991 йылдан киң мәғлүмәт сараһы булараҡ нәшер ителә: Рәсәйҙең аҙналыҡ ижтимағи-сәйәси гәзите.

Сит илдәрҙә иң популяр Рәсәй баҫмаларының береһе. 1990 йылда кешелек тарихында иң ҙур тиражы өсөн Гиннесстың рекордтар китабына инә — 33 441 100 дана, уҡыусылар һаны 100 миллиондан ашыу[2]. Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә абруйлы премиялар лауреаты[3].

Гәзит 1978 йылдың ғинуарынан баҫыла. Башта лекторҙар, пропагандистар, политинформаторҙар һәм агитаторҙар өсөн бюллетень була: рәсми матбуғатта табыуы ауыр булған мәғлүмәт, статистик һандар, ваҡиғаларға анализдар баҫтыра. Редакция Бөтә Союз «Белем» йәмғиәтенең «Белем» нәшриәте структураһына инә[4].

1978—1979 йылдарҙа айына бер, 1980 йылдан 1982 йылдың мартына тиклем айына 2 тапҡыр сыға[4]. 1982 йылдан аҙналыҡ булып шаршамбы көнендә сыға[4]. Был йылдарҙа баҫманың тышҡы күренеше һәм биттәренең форматы ике тапҡыр ныҡлы үҙгәрә. Гәзиттең хәҙергегә яҡын биҙәлеше 1983 йылдың февраленән килә.

1990 йылдың майында кешелек тарихында иң ҙур тиражлы гәзит булараҡ Гиннесстың рекордтар китабына индерелә[5] — 33,5 миллион дана булып баҫыла[4] , ә уҡыусылар һаны 100 миллиондан ашып китә[6].

1997 йылда «www.aif.ru» атамалы сайты эшләй башлай [4][3].

2005 йылда «Промсвязькапитал» компанияһының «”Аргументы и факты” нәшриәт йорто» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 27 процент акцияларын гәзиттең элекке менеджерҙарынан һатып алыуы билдәле була. «Промсвязькапитал» «”Аргументы и факты” нәшриәт йорто» медиаактивтарының 56 проценты, Санкт-Петербургтағы «Метропресс», шулай уҡ «Мособлпечать» һәм «АиФ» баҫма продукцияһын таратыу селтәрҙәренең контроль пакеттары менән идара итә[7].

2006 йылдың мартында гәзит төҫлө форматта сыға башлай.

2013 йылда сайт «Яңылыҡтар һәм киң мәғлүмәт саралары» категорияһында иң популяр 10 ресурс исемлегенә инә[8].

2013 йылдың ноябрендә «Аргументы и факты» нәшриәт йорто үҙенең флагман сайтының һәм 36 төбәктәге сайттарының яңыртылған версияһын эшләй башлай, шулай уҡ iPhone, iPad һәм Android өсөн мобиль ҡушымталар сығара.

2014 йылда «Аргументы и факты» компанияһын акцияларының контроль пакеты Мәскәү мэрияһына ҡараған[9][10][11] «Московские информационные технологии» (Мит) йәмғиәте һатып ала. Гәзит бурыстары өсөн[12] һәм типографияһыҙ һатыла[11]. Гәзит «Медиа 3» медиахолдингына ҡарай[13][14].

2017 йылдың 25 ғинуарынан гәзиттең баш мөхәррире итеп «Российская газета» ның элекке баш мөхәррир урынбаҫары Игорь Черняк тәғәйенләнә, ул интернет-сайтты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя[15]. Быға тиклем эшләгән Николай Зятьков 2016 йылдың 30 декабрендә яҡтарҙың килешеүе буйынса вазифаһынан китә.

2022 йылдың 8 февраленән «Аргументы и факты» нәшриәт йорто редакцияһын Михаил Чкаников етәкләй, ул һуңғы ике йылда «Российская газета редакцияһы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары була[16].

2003 йылда тиражы 2 964 000 дана була[17]. 2014 йылдың февраленә дөйөм тираж 2,1 миллион дана тәшкил итә[13]. 2022 йылдың ноябрь башына аҙналыҡ 1,24 миллион дана булып нәшер ителә.

«Mediascope» тикшеренеү компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, «АиФ»-тың бер һанының уҡыусылар аудиторияһы 4,5 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә (AIR мәғлүмәттәре 2019 йылдың май—октябре, Рәсәй, халыҡ һаны 100 000+ булған ҡалалар, уҡыусылар 16+)[18].

«Аргументы и факты» донъяның 60-тан ашыу илендә, шул иҫәптән БДБ, Балтик буйы илдәрендә, Көнбайыш Европала, АҠШ-та, Канадала, Австралияла, Израилдә подписка һәм ваҡлап һатыу буйынса таратыла. «АиФ»-тың төбәк редакциялары бар, улар Рәсәйҙә — 64 (партнер һәм бүлендек предприятиелар) һәм сит илдәрҙә — 17[19].

Аҙналыҡ гәзиттең сертификатланған тиражы 1 562 951 дана тәшкил итә (2019 йылдың II кварталы)[20]. «АиФ»-тың федераль сығарылышына өҫтәмә булып баҫылған төбәк ҡушымталарының тиражы күпкә түбәнерәк. Мәҫәлән, 2020 йылдың ғинуарында баҫылған «Аргументы и факты—Урал» төбәк сығарылышының 4-се (1363-сө) һанының тиражы 40 444 дана тәшкил итһә, ошо ҡушымта һалынған төп «Аргументы и факты»ның 4-се (2045-се) һанының тиражы — 1 257 636 дана булған[21].

Сайтҡа инеп ҡарауҙың уртаса һаны, AiF.ru LiveInternet мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда 28 миллион самаһы булған[22].

«АиФ» нәшриәт йорто бер нисә проект сығара. Улар араһында «АиФ. Здоровье» һәм «АиФ. На даче» гәзиттәре бик популяр. «АиФ» нәшриәт йорто ноң журнал проекттары: «АиФ. Про здоровье», «АиФ. Про кухню».

1990 йылдарҙа «АиФ» нәшриәт йорто бик күп гәзит проекттары сығара: (слоган «АиФ». Семья—газета для всей семьи"), «АиФ. Авторяд», «АиФ. Арт-фонарь», «АиФ. Долгожитель», «АиФ. Дочки-матери» (цветная женская газета), «АиФ. Есть идея!»,"АиФ. Жизнь и кошелёк"/« АиФ. Разбор», «АиФ. Здоровье», «АиФ. Любовь», «АиФ. На даче», «АиФ. Суббота—воскресенье», «АиФ. Я — молодой», «Биржа АиФ» (БДБ илдәре граждандарынан бушлай иғландар гәзите) һәм башҡалар. Был баҫмалар «тематик ҡушымталар» тип иҫәпләнә, әммә уларҙың һәр береһе айырым яҙылыу һәм ваҡлап һатыу буйынса таратыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре артабан форматын үҙгәртә һәм төҫлө журналдарға әүерелә.

2015 йылда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына «АиФ» редакцияһы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы балалар көндәлектәре йыйынтығын «Детская книга войны. Дневники 1941—1945 гг.» тигән исем менән ғәҙәти китап[23] һәм аудиокитап[24] формаһында сығара: һуңғыһында Рәсәйҙең 35 билдәле кешеһе көндәлектәрҙе уҡый. Китап шулай уҡ инглиз теленә тәржемә ителә[25][26]. Был эш юғары китап һәм хөкүмәт наградалары менән билдәләнә[27][28].

  1. 1 2 The ISSN portal (ингл.) — Paris: ISSN International Centre, 2005. — ISSN 0204-0476
  2. Книга рекордов Гиннесса. Самое-самое из России. // Аргументы и факты (1 сентябрь 2010). Дата обращения: 7 декабрь 2018. Архивировано 9 декабрь 2018 года.
  3. 1 2 История газеты «Аргументы и факты» - РИА Новости, 01.03.2020. Дата обращения: 22 май 2021. Архивировано 22 май 2021 года.
  4. 1 2 3 4 5 Фишман А. М., 2005
  5. Об издательском доме. // Media Guide. Дата обращения: 16 декабрь 2018. Архивировано 17 декабрь 2018 года.
  6. Андрей Гальчук. 500 удивительных фактов о России. — Litres, 2014. — 469 с. — (Книги для чтения в ванной и не только)
  7. Промсвязьбанк стал полноправным собственником «АиФ» Архивная копия от 22 май 2021 на Wayback Machine // Коммерсантъ, № 172, 14.09.2005. — С. 17.
  8. LiveInternet: Рейтинг сайтов. // Liveinternet.ru. Дата обращения: 16 декабрь 2018. Архивировано 3 сентябрь 2019 года.
  9. Аргументы и факты Москвы. // Ведомости. Дата обращения: 28 декабрь 2021. Архивировано 28 декабрь 2021 года.
  10. Главред «АиФ» не знает, продают ли газету правительству Москвы Архивная копия от 28 декабрь 2021 на Wayback Machine // Interfax
  11. 1 2 Мэрия Москвы купила «Аргументы и факты». // Ведомости (12 март 2014). Дата обращения: 16 декабрь 2018. Архивировано 17 декабрь 2018 года.
  12. Власти Москвы купили «Аргументы и факты» Архивная копия от 25 ғинуар 2021 на Wayback Machine // РБК
  13. 1 2 «Аргументы и факты» Собянина Архивная копия от 22 май 2021 на Wayback Machine // РБК
  14. Правительство Москвы не будет вмешиваться в политику «АиФ» Архивная копия от 22 май 2021 на Wayback Machine // Известия, 11.03.2014.
  15. Главным редактором еженедельника «Аргументы и факты» назначен Игорь Черняк Архивная копия от 25 ғинуар 2017 на Wayback Machine // Аргументы и факты, 23.01.2017.
  16. Главным редактором газеты «Аргументы и факты» назначен Михаил Чкаников (08.02.2022). 17 март 2022 тикшерелгән.
  17. Аргументы и факты Архивная копия от 22 май 2021 на Wayback Machine // Большая российская энциклопедия. Электронная версия
  18. Пресса. // Mediascope. Дата обращения: 24 декабрь 2019. Архивировано 24 декабрь 2019 года.
  19. Газета «Аргументы и факты» Архивная копия от 25 октябрь 2020 на Wayback Machine // Media Guide
  20. Реестр сертифицированных изданий: 2019 год Архивная копия от 24 декабрь 2019 на Wayback Machine // Бюро тиражного аудита — АВС Россия
  21. Информация с последних полос обоих изданий
  22. Новый рекорд АиФ.ру после перезапуска и редизайна. // Союз издателей «СППИ ГИПП». Дата обращения: 25 декабрь 2019. Архивировано 25 декабрь 2019 года.
  23. Детская книга войны. // Children1941-1945.aif.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2019. Архивировано 3 декабрь 2019 года.
  24. Детская книга войны. Аудиоверсия (ингл.). // Children1941-1945audio.aif.ru. Дата обращения: 24 декабрь 2019. Архивировано 22 декабрь 2019 года.
  25. «Детская книга войны» вышла на английском и будет доступна во всём мире. // РИА Новости (5 май 2016). Дата обращения: 25 декабрь 2019. Архивировано 25 декабрь 2019 года.
  26. Children of war. // Children1941-1945eng.aif.ru. Дата обращения: 24 декабрь 2019. Архивировано 28 декабрь 2019 года.
  27. Медведев вручил дипломы лауреатам премии правительства в области СМИ за 2015 год. // ТАСС. Дата обращения: 25 декабрь 2019. Архивировано 25 декабрь 2019 года.
  28. «Детская книга войны» получила премию правительства России. // Аргументы и факты (22 декабрь 2015). Дата обращения: 24 декабрь 2019. Архивировано 24 декабрь 2019 года.