Ноябрь

ноябрь
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
            1
2 3 4 5 6 7 8
9 10 11 12 13 14 15
16 17 18 19 20 21 22
23 24 25 26 27 28 29
30            
2026 йыл

Ноябрь, ҠырпағайГригориан календарының ун беренсе айы. Оҙонлоғо 30 көн булған дүрт айҙың береһе. Төньяҡ ярымшарҙа календарь көҙөнөң һуңғы айы, Көньяҡ ярымшарҙа яҙҙың һуңғы айы. Исеме латын теленән алынған, лат. Novem — «туғыҙ» тигәнде аңлата. Юлиан календары индерелгәнсе Боронғо Римдә йылдың туғыҙынсы айы булған. Башҡортса атамаһы «Ҡырпағай» — ҡырпаҡ ҡар яуған ай.

Байрамдар, тантаналар

Халыҡ-ара

Рәсәй

  • 1 ноябрь — Суд приставтары Көнө.
  • 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө (2005 йылдан алып билдәләнә).
  • 4 ноябрь — Удмурт Республикаһының дәүләтселек көнө
  • 5 ноябрь — Хәрби разведчиктар көнө.
  • 7 ноябрь — Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө, 1992—1994 йылдарҙа «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының Йыллығы», 1995 йылда «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының егерме дүртенсе йыллығы (1941 йыл) уңайынан Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда хәрби парад үткәреү Көнө», 1996—2004 йылға тиклем «Килешеү Һәм татыулыҡ Көнө» .
  • 10 ноябрь — Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре Көнө, Милиция көнө.
  • 11 ноябрь — Иҡтисадсылар көнө.
  • 12 ноябрь — Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
  • 13 ноябрь — Радиация, химик һәм биологик ғәскәрҙәр көнө.
  • 15 ноябрь — Бөтә Рәсәй хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө.
  • 18 ноябрь — Ҡыш бабайҙың тыуған көнө.
  • 19 ноябрь — Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө.
  • 20 ноябрь — транспорт хеҙмәткәрҙәре Көнө
  • 21 ноябрь — Рәсәй Федерацияһы һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
  • 21 ноябрь — Бухгалтерҙар көнө.
  • 22 ноябрь — Психологтар кКөнө.
  • Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе — Әсәйҙәр көнө.
  • 27 ноябрь — Диңгеҙ пехотаһы көнө.
  • 27 ноябрь — Баһалаусылар көнө.

Башҡортостан

  • 29 ноябрь — Рәсәй дәүләтенең федератив өлөшө булараҡ Башҡортостандың территориаль-милли автономияһын ойоштороу көнө

Мосолман

Категориялар