Бөтә донъя ир-егеттәр көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бөтә донъя ир-егеттәр көнө
Ирҙәр йыйылған фотоколлаж
Ирҙәр йыйылған фотоколлаж
Төрө Халыҡ-ара
Рәсми Men's World Day
Билдәләнә ноябрҙең беренсе шәмбеһе

Бөтә донъя ир-егеттәр көнө (рус. Всемирный день мужчин) — ноябрҙең беренсе шәмбеһендә билдәләнгән байрам. Был иҫтәлекле көн журналист һәм яҙыусы Джордж Киндел инициативаһы менән 2000 йылдың ноябрендә Вена магистраты, БМО-ның Веналағы бүлексәһе етәкселеге һәм бер нисә халыҡ-ара ойошма ярҙамында ойошторола. Киндель сараға М.С.Горбачевты саҡырып ала. М.С. Горбачев сараның ойоштороусыһы һәм президенты булырға теләк белдерә, ойоштороусылар быға ризалаша.[1][2][3]


Байрам халыҡ-ара иғтибарын киң йәлеп итмәй. Рәсми кимәлдә Австрияла 2000-2004 йылдарҙа Һәм Германияла 2003 йылда билдәләнә[4]. Һуңынан рәсми булмаған статуста тороп ҡала.

Бөтә донъя ирҙәр көнө сиктәрендә 2000-2006 йылдарҙа Венала йыл һайын сәйәсәт, фән, бизнес, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә күренекле эшмәкәрҙәренә «Бөтә донъя ирҙәр премияһы» тапшырыла; 2004-2009 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн шундай уҡ премия март башында тапшырыла. 2010 йылдан, гендер нейтралитеты идеялары йоғонтоһонда, ике айырым премия урынына берҙәм Донъя премияһы (The World Awards) тапшырыла башлай, әммә был идея ла уңышҡа өлгәшмәй һәм тиҙҙән туҡтатыла.

  1. Александра Егорова. Всемирный день мужчин в 2023 году: история и традиции праздника // Комсомольская правда : сайт. — 2022. — 11 февраля.
  2. Исчезнувший праздник: Всемирный день мужчин // Радио Sputnik / РИА Новости : сайт. — 2022. — 22 октября.
  3. Первого ноября отмечается Всемирный день мужчин. Утро.ру (2008).
  4. Weltmännertag: Ein Tag mit vielen Missverständnissen