Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө
Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө. Символ
Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө. Символ
Төрө Халыҡ-ара
Рәсми International Men's Day
Мәғәнәһе ир-егеттәргә ҡарата гендер дискриминацияһына һәм гендер тигеҙһеҙлеге проблемаһына иғтибар йәлеп итеү
Ҡабул ителгән 2009 йыл
Дата 19 ноябрь
Байрам саралары йыл һайын
Традициялар семинарҙар, мәктәп саралар, радио һәм телевидение тапшырыуҙары
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Халыҡ-ара ир-аттар көнө (ингл. International Men's Day, IMD) — йыл һайын 19 ноябрҙә билдәләнгән халыҡ-ара байрам. Тәүгә был байрамды 1999 йылда Тринидад һәм Тобаго илдәрендә үткәрҙеләр. Артабан был байрам Австралияла, Кариб бассейны илдәрендә, Төньяҡ Америка, Яҡын Көнсығыш, Европа илдәрендә һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында (БМО) хуплау тапты[1][2].

Халыҡ-ара ир-аттар көнөн ойоштороуҙың төп маҡсаты — ир-егеттәргә ҡарата гендер дискриминацияһына һәм гендер тигеҙһеҙлеге проблемаһына иғтибар йәлеп итеү. Байрам ойоштороусылары малайҙарҙың һәм теләһә ниндәй йәштәге ир-егеттәрҙең һаулығын һаҡлауға ҙур баҫым яһайҙар[2][3][4][5], һәм ир-егеттәрҙең ғаиләгә һәм балалар тәрбиәһенә уңай йоғонтоһон билдәләйҙәр[3][6][7]. ЮНЕСКО исеменән сығыш яһаған, Женева ЮНЕСКО Бюроһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр директоры, шулай уҡ элекке «Ҡатын-ҡыҙҙар һәм гендер тигеҙһеҙлеге» программаһы етәксеһе Ингеборг Брейнес: «Был — гендер балансы яҡшыртылыуға булышлыҡ итеүсе бик шәп идея», — тип билдәләне. Шулай уҡ ул ЮНЕСКО IMD ойоштороусылары менән хеҙмәттәшлеккә өмөтләнә тип өҫтәне[1][2].

Әлеге ваҡытта был байрам Белоруссия[8], Россию[8], Рәсәй, Украина, Бөйөк Британия, Канада, Дания, Норвегия, Франция, Италия, Ирландия, Австралия, Һиндостан, Ҡытай, Тринидад һәм Тобаго, Ямайка, Румыния, Көньяҡ Африка Республикаһы, Танзания, Зимбабве, Ботсвана, Сейшель утрауҙары, Бурунди, Мэн утрауы, Австрия, Босния һәм Герцеговина, Пакистан, Куба, Антигуа һәм Барбуда, Сент-Китс һәм Невис, Сент-Люсия, Гренада һәм Кайман утрауҙары, Венгрия, Гана, Сингапур, Мальта, Израиль һәм башҡа илдәрҙә 59-ҙан ашыу илдә билдәләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө тураһында тәүге иҫкәрмәләр 1960 йылдарҙа теркәлә, ул ваҡытта «күп кеше, 8 мартта билдәләнгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә оҡшатып, 23 февралдә Халыҡ-ара ир-егеттәр көнөн үткәрергә саҡыра» тигән хәбәрҙәр барлыҡҡа килә. 1990 йылдар башында, Америка Ҡушма Штаттарындағы ойошмалар тарафынан Миссури-Канзас ҡалаһы университетының ир-егеттәрҙе өйрәнеү үҙәге етәксеһе, профессор Томас Оастер (ингл. Thomas Oaster) инициативаһы менән февраль айында аҙ ғына саралар үткәрелә. Оастер 1994 йылда байрамды уңышлы үткәреүгә өлгәшә, әммә 1995 йылда уның тырышлыҡтары уңышһыҙлыҡҡа осрай, һәм ул артабанғы йылдарҙа байрамды үткәреүҙән баш тарта. 23 февралдәге байрамдан Австралия ла баш тартҡас, байрамды үткәргән берҙән-бер ил Мальта ғына ҡала, унда был байрам Мальта ир-егеттәр хоҡуҡтары ассоциацияһы ярҙамы менән 2009 йылға тиклем февралдә йыл һайын үткәрелә. Шул йылда байрамды 19 ноябргә күсереү һәм уны башҡа илдәр менән бергә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә[9].


Халыҡ-ара ир-егеттәр көнөн байрам итеү идеяһын БМО, ЮНЕСКО һәм башҡа илдәр хуплай[10][11][12][13].

Уны ноябрь айының беренсе шәмбеһендә билдәләнгән Бөтә донъя ир-егеттәр көнө һәм 22 октябрҙә үткәрелгән, рәсми булмаған, Ир-егеттәрҙең нервы системаһын яҡлау буйынса халыҡ-ара көн менән бутарға ярамай[14][15].

Тринидад һәм Тобаго[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тринидад һәм Тобаго халҡы 19 ноябрҙә Халыҡ-ара ир-егеттәр көнөн иң беренсе булып билдәләгән. Был сараны Порт-оф-Спейндағы Вест-Индия университетынан доктор Джером Тилуксингх (ингл. Dr. Jerome Teelucksingh) уйлап сығарған һәм координациялаған. Был байрамды булдырыуҙың сәбәбен аңлатып, Тилуксинг былай тигән: «Мин аңланым, бер генә көн дә ир-егеттәр көнө түгел... Кемдер Атайҙар көнө бар, тип әйтер, ләкин ата булмаған малайҙар, үҫмерҙәр һәм ир-егеттәр тураһында нимә әйтергә?» Доктор Тилуксингх ир-егеттәрҙең йәмғиәттәге ыңғай ролен билдәләүҙең мөһимлеген аңлап, үҙенең атаһын өлгө итеп алған һәм, өлөшләтә шуға күрә, атаһының тыуған көнө булған 19 ноябрҙе байрам көнө итеп һайлаған. Шулай уҡ был көндө һайлауҙың сәбәбе булып 19 ноябрҙә илдең урындағы футбол командаһының гендер, дини йәки этник айырмалыҡтарҙы юйып, берҙәмлек дәрәжәһен булдырыуы тора[2]. Киләһе йылдарҙа был сараны доктор Тилуксингх һәм «Яҡшыраҡ Тринидад һәм Тобаго өсөн граждандар» ойошмаһының рәйесе Харрак Балрамсингх (ингл. Harrack Balramsingh) бергәләп координациялаған.

Байрам итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәҡдим итеүселәрҙең фекере буйынса, Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө йәмғиәтте ир-егеттәргә ҡарата дискриминация мәсьәләләренә, атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау, ғаилә хоҡуғы, белем биреү, киң мәғлүмәт саралары һәм башҡа өлкәләрҙә иғтибарҙы йәлеп итергә, ир-егеттәрҙең ыңғай йоғонтоһон һәм ҡаҙаныштарын күрһәтергә тейеш. Һуңғы йылдарҙа Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө төрлө йәмәғәт семинарҙарын, мәктәп сараларын, радио һәм телевидениелағы программаларҙы, тыныс демонстрациялар һәм йөрөштәр, түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ арт-объекттар күрһәтеүҙе үҙ эсенә ала башланы. Был көндө байрам итеү тәртибе мотлаҡ түгел.

IMD пионерҙары был көндөң Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә тура килгән аналог түгеллеген һәм ир-егеттәрҙең проблемаларын яҡтыртыу маҡсатында булдырылғанын хәтергә төшөрә[16][17].

Һәр йыл һайын байрам актуаль темаларҙы ҡарарға тәҡдим итә. Мәҫәлән, 2002 йылда был бөтә донъяла тыныслыҡ темаһы, 2003 йылда — ир-егеттәрҙең һаулығы, 2007 йылда — дауаланыу һәм ғәфү итеү, ә 2009 йылда — ир-егеттәрҙең ыңғай роле темаһы булды. Был темалар мотлаҡ түгел, ҡатнашыусылар урындағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн үҙҙәренең темаларын тәҡдим итә ала.

2009 йылда Халыҡ-ара ир-егеттәр көнөн байрам итеү маҡсаттары раҫланды[18][19]:

Ир-егеттәрҙең ыңғай өлгөһөн хуплау. Кино йондоҙҙары һәм спортсылар ғына түгел, ә лайыҡлы һәм намыҫлы тормош алып барған ябай кешеләр ҙә. Йәмғиәткә, дәүләткә, ғаиләгә, никахҡа, балалар тәрбиәләүгә һәм тирә-яҡ мөхиткә ир-егеттәрҙең ыңғай өлөш индереүен билдәләү. Ир-егеттәрҙең һаулығына һәм социаль, эмоциональ, физик һәм рухи именлегенә иғтибарҙы йүнәлтеү. Социаль хеҙмәттәр, социаль мөнәсәбәттәр һәм хоҡуҡ өлкәһендә ир-егеттәргә ҡарата дискриминацияны айырып күрһәтеү. Енси мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу һәм гендер тигеҙлеген тәьмин итеү. Кешеләр үҫешә алырлыҡ, үҙ мөмкинлектәрен тулыһынса аса алырлыҡ һәм хәүефһеҙ, яҡшыраҡ донъя булдырыу.

Киләһе йылдарҙа билдәләнгән бурыстар:

  • 2011 — «Малайҙарға тормош башында иң яҡшы шарттар булдырыу»
  • 2012 — «Ир-егеттәргә һәм малайҙарға оҙонораҡ, бәхетлерәк һәм һаулығы нығыраҡ тормошҡа булышлыҡ итеү»
  • 2013 — «Ир-егеттәрҙең һәм малайҙарҙың именлеген тәьмин итеү»
  • 2014 — «Ир-егеттәр һәм малайҙар менән бергә эшләү»
  • 2015 — «Ир-егеттәр өсөн бала тыуҙырыу мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса эш»
  • 2016 — «Ир-егеттәрҙең үҙ-үҙен үлтереүен туҡтатыу». Ҡытайҙан тыш, бөтә илдәрҙә лә ир-егеттәрҙең үҙ-үҙен үлтереү күрһәткесе ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда юғарыраҡ, ҡайһы бер осраҡтарҙа бер ҡатын-ҡыҙға алты ир-егет тура килә, ә ир-егеттәрҙең көтөлгән ғүмер оҙайлығы бөтә илдәрҙә лә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ғәҙәттә кәмерәк. Ошо маҡсатта «Ир-егеттәрҙең һаулығын һаҡлау буйынса глобаль саралар» (GAMH) ойошмаһы Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын һәм башҡа халыҡ-ара йәмәғәт һаулығы органдарын, шулай уҡ айырым ил хөкүмәттәрен ир-егеттәр һәм малайҙар осрашҡан проблемаларҙың масштабын танырға һәм уларҙы хәл итеү өсөн планлы саралар ҡабул итергә саҡыра. Был эш ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙҙарҙың һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән даими саралар менән оҙатылырға тейеш.
  • 2017 — «Ир-егеттәрҙе һәм малайҙарҙы бөтә күренештәрендә байрам итеү». Был «... Айырым кешеләрҙе, учреждениеларҙы һәм предприятиеларҙы ир-егеттәрҙең һәм малайҙарҙың айырым ихтыяждарына һәм бурыстарына яуап биргән саралар, тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙе яңыртыу, эшләү һәм тәҡдим итеү өсөн эш итеүгә саҡырыу».
  • 2018 — «Ыңғай ир-егет өлгөләре»
  • 2019 — «Ир-егеттәр һәм малайҙар өсөн яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәреү»
  • 2020 — «Ир-егеттәр һәм малайҙар һаулығын яҡшыртыу»
  • 2021 — «Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу»

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

internationalmensday.com (инг.) — Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө рәсми сайты

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 UNESCO comes out in Support of International Men’s Day // The Trinidad Guardian. — 2001.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Интервью с доктором Джероме Тилуксингхом 2011 йылдың 9 ғинуар көнөндә архивланған.
  3. 3,0 3,1 International Men’s Day — Do we care? // Пресс-релиз Men’s Health & Wellbeing Association (MHWA) ACT — 2004.
  4. Join in Celebrating International Men’s Day, by Harrack Balramsingh — письмо в редакцию Cayman Net News от 13 ноября 2001 года
  5. International Men’s Day Global Website: Trinidad and Tobago 2010 йылдың 27 октябрь көнөндә архивланған. (записи доктора Тилуксингха о целях IMD)
  6. International Men’s Day on 19 of November to highlight plight of men, (2007) Outlook India 2008 йылдың 17 март көнөндә архивланған.
  7. International Men’s Day Global Website Archive 2003—2006 2011 йылдың 9 ғинуар көнөндә архивланған., 2005-2006 2010 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.
  8. 8,0 8,1 Thompson, J. 'International Men’s Day: The Making of a Movement', Soul Books, 2010
  9. International Men’s Day: Мальта. Дата обращения: 6 май 2011. Архивировано из оригинала 12 май 2011 года.
  10. Roger D. Ramcharitar. UWI student hosts seminar // The Trinidad Guardian. — 1999.
  11. Tomorrow is International Men's Day // Newsday. — 2000.
  12. International Men’s Day observed for the 4th consecutive year in TT // CBTT. — 2002.
  13. Addicts need treatment, not jail // The Trinidad Guardian. — 2007.(недоступная ссылка)
  14. Тая Найденко. Внимание, сегодня - международный день защиты мужской нервной системы (2018). Дата обращения: 28 октябрь 2019. Архивировано 28 октябрь 2019 года.
  15. 22 октября — Международный день защиты мужской нервной системы от насильственных действий со стороны женщины (2019). Дата обращения: 28 октябрь 2019. Архивировано 28 октябрь 2019 года.
  16. CBTT co-hosts 2nd International Men’s Day, CBTT News Archives. Дата обращения: 6 май 2011. Архивировано 4 март 2009 года.
  17. IMD Global Website: Interview with Jerome teelucksingh — 2009 2010 йылдың 11 август көнөндә архивланған.
  18. International Men’s Day global website. Дата обращения: 23 февраль 2010. Архивировано 13 февраль 2010 года.
  19. International Men’s Day Equality and Diversity Statement. Дата обращения: 6 май 2011. Архивировано из оригинала 4 апрель 2011 года.