Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө (рус. Международный женский день) — донъяның күпселек илдәрендә һәм дәүләттәрендә билдәләнгән байрам. Иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән хоҡуҡи тигеҙлеге өсөн, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән көрәш көнө булараҡ билдәләнә[1]. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылығын хуплауҙың халыҡ-ара көнөн үткәреү XX быуат аҙағына тура килә[2]. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереү инициаторы Германия социал-демократик партияһының ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө лидеры Клара Цеткин була.
18 декабрҙә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡабул иткән резолюцияға ярашлы, 1975 йыл «Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар йылы» тип иғлан ителә. 1977 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ағза-илдәр араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғы һәм халыҡ-ара тыныслыҡ өсөн көрәш көнөн булдыра[2][3].

Был көндә төрлө илдәрҙә халыҡ-ара ойошмалар ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауға йүнәлтелгән, йортта көс ҡулланыуға ҡаршы һәм тиң хоҡуҡлылыҡ өсөн ҡаршылыҡ акциялары һәм митингылар үткәрә, Франция, Һиндостан, Ҡырғыҙстан, Япония, Германия, Бөйөк Британия, Таиланд, Бельгия, Италия һ.б. илдәрҙә[1] традицион булмаған ориентациялы граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлай[4].

undefined

Рәсәйҙә был көндә байрам концерттары, ҡатын-ҡыҙҙың әһәмиәтле роленә бағышланған Бөтә Рәсәй акциялары уҙғарыла[5]. Ғәҙәт булараҡ, 8 мартта ир-ат ҡатын-ҡыҙҙарға, уларҙың кешелек тормошондағы мөһим ролен билдәләп, сәскәләр бүләк итә[6].

Тарихы

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң барлыҡҡа килеүенә АҠШ ҡатын-ҡыҙҙарының ауыр хеҙмәт шарттарына ҡаршы уҙғарылған ҡаршылыҡ саралары (Буш кәстрүлдәр маршы, 1857 й., Хужабикәләр маршы, 1901 й.) этәргес бирә. 1908 йылдың 16 февралендә Прогрессив ҡатын-ҡыҙҙар берлеген нигеҙләүсе америкалы Мод Мэлоун Нью-Йоркта ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғын һаҡлауҙы һәм эш хаҡын арттырыуҙы талап итеп эшселәр маршы ойоштора[2].

Ҡатын-ҡыҙҙар көнө сараһын үҙҙәренең хоҡуҡи тиңлек өсөн көрәшенә халыҡ иғтибарын йәлеп итеү өсөн Америка ҡатын-ҡыҙҙарының тауыш биреү хоҡуғы өсөн милли ассоциацияһы (ингл. NAWSA) ҡуллана башлай.

Шундай сараларҙың беренсеһе 1908 йылдың 3 майында Чикагола, һуңғараҡ — 1909 йылдың 28 февралендә һәм 1910 йылдың 27 февралендә Нью-Йоркта[7][8] үткәрелә, артабан да Милли ҡатын-ҡыҙҙар көнөн февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләүҙе дауам итәләр[9].

undefined

АҠШ-та

Ҡушма Штаттарҙа шундай милли феминистик әүҙемлек 1848 йылдың 19-20 июлендә Нью-Йорктың Сенека Фоллс ауылында үткәрелгән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары конвенцияһында ҡабул ителгән Тойғолар декларацияһынан һуң тоҡанып китә тип әйтергә була[10][11].

Социалистарҙың халыҡ-ара сараһы

undefined
undefined

Байрамды Халыҡ-ара кимәлдә билдәләү тәҡдиме 1910 йылдың 23 август—3 сентябрендә Данияның баш ҡалаһы Копенгагенда ойошторолған Икенсе социалистик интернационал конгресы барышында 26-27 августа уҙған икенсе Халыҡ-ара социалист ҡатын-ҡыҙҙарҙың конференцияһында ҡабул ителә. Йыллыҡ сара булараҡ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнөн булдырыу тәҡдимен немец социалисы Луиза Зиец яһай, уны социалист һәм һуңыраҡ коммунист Клара Цеткин яҡлап сыға, тик был конференцияла махсус көн билдәләнмәй[9][13]. 17 илдән йыйылған 100 делегат был башланғысты ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тиң хоҡуҡтар яулау сараһы итеп ҡулланыу тураһында килешә[14].

Беренсе тапкыр 1911 йылдың 19 мартында уҙған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө сараларында Австро-Венгрия империяһында, Германияла, Дания һәм Швейцарияла бер миллиондан артыҡ кеше ҡатнаша. Австро-Венгрия империяһында 300 демонстрация уҙа, Венала ҡатын-ҡыҙҙар демонстрацияға Париж коммунаһы ҡорбандарын иҫкә алып, плакаттар тотоп сыға[9]. Ҡатын-ҡыҙҙар һайлау һәм дәүләт вазифаларына һайланыу хоҡуҡтарын талап итә, шулай уҡ эш урынындағы дискриминацияға ҡаршы сығыш яһай.

Был байрамды 8 мартта (иҫке стиль буйынса 23 февралдә) билдәләү 1914 йылда төрлө илдәрҙең ҡатын-ҡыҙҙары тап ошо көндә митингылар уҙғарғандан һуң нығына башлай.

1917 йылдан һуң байрам, нигеҙҙә, социалистик илдәрҙә билдәләнә, мәҫәлән, Ҡытай коммунистары уны — 1922, испандар1936 йылдан байрам итә.

БМО Генераль Ассамблеяһы 1975 йылды — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар йылы, 19761985 йылдарҙы ҡатын-ҡыҙҙар 10 йыллығы тип иғлан итә һәм ошо арауыҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш һәм БМО-ның ағза-илдәренең халыҡ-ара тыныслыҡ көнө булдырыла.

1978 йылдың 27 ноябрендә Парижда ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн 8 мартта билдәләргә тәҡдим ителә.

Рәсәй империяһында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө беренсе тапҡыр 1913 йылда февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә (ғәмәлдәге григориан миләди календары буйынса — марттың икенсе аҙнаһы). Ҡатын-ҡыҙҙар ойошторған ҡаршылыҡ саралары 1914 йылға ҡәҙәр барһа ла, береһе лә 8 мартҡа тура килмәй[8].

1914 йылғы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө йәкшәмбегә тура килгән 8 март көнөндә билдәләнә[8][15].

1917 йылғы Февраль революцияһы роле

1917 йыл — февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә Санкт-Петербургта ойошторолған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған демонстрациялар илдә Февраль революцияһы башланыуға сәбәп була[16]. Был көндә Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙары «Икмәк һәм тыныслыҡ» шиғары менән — Беренсе бөтә донъя һуғышын һәм Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек дефицитын бөтөрөүҙе талап итеп урамға сыға[8].

1921 йылда, 2-се Коммунистик ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһы ҡарары буйынса, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн 1917 йылғы Петроград демонстрацияһында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәтенә 8 мартта байрам ителә башлай.

СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә байрам ителеүе

СССР-ҙа Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө коммунист, эшсе, әсә булған көслө совет ҡатын-ҡыҙына хөрмәт күрһәтелгән Бөтә Союз байрамына әүерелә. СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 май Указы менән 8 март ял көнө тип иғлан ителә.

СССР тарҡалғандан һуң Рәсәйҙә лә был байрам көнө — 2001 йылдың 30 декабрендә раҫланған РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, ял көнө һәм дәүләт байрамы. Яйлап ул ғаиләлә, эштә, уҡыу йорттарында барлыҡ ҡатындарҙы һәм ҡыҙҙарҙы тәбрикләү көнөнә әүерелә. Мәҫәлән, илдең барлыҡ ҡалаларында байрам концерттары, Бөтә Рәсәй акциялары үтә, ирекмәндәр хәрәкәттәр ағзалары урамдарҙа, вокзалдарҙа, аэропорттарҙа, медицина, халыҡты социаль яҡлау учреждениеларында ҡатын-ҡыҙҙы ҡотлай. «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре «Мөләйем ҡатын-ҡыҙҙар өсөн» Бөтә Рәсәй марафонын һәм «Һинең яҙың» акцияһын үткәрә.

2022 йылдың 6-8 мартында Рәсәйҙә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Мәҙәни ялдар» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙа. Был көндә ҡайһы бер музейҙарҙың экспозицияһы менән бушлай танышырға мөмкин була, ә 20 цирк күп балалы ғаиләләр өсөн «Бәхетле әсәй» акцияһы буйынса бушлай тамашалар күрһәтә.

Йыл һайын Рәсәй Федерацияһы Президенты 8 Мартта ил иҡтисадының төрлө тармаҡтарын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән төрлө һөнәрле ҡатын-ҡыҙҙарға дәүләт наградалары тапшыра.

undefined

2022 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин инициативаһы менән «Герой әсә» маҡтаулы исеме тергеҙелә һәм иң юғары дәүләт наградаларының береһенә әйләнә.

Бөтә донъяла

1977 йылда БМО Генераль ассамблеяһы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн көрәш һәм ағза-илдәр араһында халыҡ-ара тыныслыҡ көнө булдырғандан алып БМО-ла йыл һайын (2000 йылдан алып) билдәле темаға арналған саралар үтә. Мәҫәлән, 2021 йыл — «Ҡатын-ҡыҙ етәксе урындарҙа: COVID-19 дәүерендә тиң хоҡуҡлы киләсәккә өлгәшеү»; 2022 йылда — «Экологик тотороҡло иртәгә өсөн бөгөн енес тиңлеге»; 2023 йылда — «DigitALL: енес тиңлеге өсөн инновациялар һәм технологиялар». СССР тарҡалғандан һуң элекке союздаш республикаларҙың ҡайһы берҙәрендә — Әрмәнстанда, Грузияла, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Молдовала, Әзербайжанда, Үзбәкстанда, Украинала, Абхазияла һәм Белоруссияла һ. б. был көн байрам һәм ял көнө булып ҡала килә (Латвия, Литва һәм Эстониянан башҡа). Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн Вьетнамда, Монголияла, Кубала һәм башҡа илдәрҙә билдәләйҙәр. Ҡытайҙа 8 мартта ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эш көнө ҡыҫҡартыла.

Тажикстан Республикаһы Президенты Эмомали Рахмон указы менән был байрам ҡатын-ҡыҙ — әсәләр, йәштәрҙең остаздары хөрмәтенә 2009 йылдан билдәләнә һәм «Әсә көнө» тип атала.

Төркмәнстанда ул 2007 йылға тиклем билдәләнмәй, ҡатын-ҡыҙҙар көнө 21 мартҡа — Наурыҙ датаһына күсерелеп, яҙ байрамы менән берләштерелә. Әммә әсәне ғаиләнең терәге һәм намыҫы булараҡ ололоҡлау традициялары төркмән халҡында борондан килә, шуға ла 2008 йылдың ғинуарында ил президенты Хеҙмәт тураһындағы ҡанундар кодексына үҙгәрештәр индерә һәм байрамды кире ҡайтара.

undefined

Грузияла 1991 йылдан Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө Әсә көнө менән алмаштырыла һәм 3 мартҡа күсерелә. 2002 йылдан ил парламенты был байрамды кире ҡайтара һәм хәҙер бер-бер артлы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө лә, Әсә көнө лә билдәләнелә.

Латвияла был дата 2007 йылдан рәсми байрам булһа ла, ял түгел. Германияла 2019 йылға тиклем Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө дәүләт байрамы булмай, һуңынан инде Берлин уны ял итеп билдәләй башлай. Был көндә ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыуға, бөтә донъяла уларҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыуға ҡаршы тыныс демонстрациялар ойошторола.

Италияла 8 Март ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтен һәм уларҙың үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшен хөрмәтләү көнө булараҡ билдәләнә һәм күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙ хоҡуғына бағышланған төрлө ҡаршылыҡ акциялары, митингылар уҙғарыла.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө — шулай уҡ Ангола, Замбия, Камбоджа, Кения, КХДР, Мадагаскар, Монголия, Уганда һәм Эритреяла дәүләт байрамы. Лаоста ул бары тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә ял көнө.

БМО хуплауында донъяла ҡатын-ҡыҙға бәйле тағы бер нисә байрам бар: 6 февраль — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарҙың енси ағзаларын имгәтерлек операциялар яһауға түҙмәү көнө, 11 февраль — Халыҡ-ара фән эшмәкәре ҡатындар һәм ҡыҙҙар көнө, 15 октябрь — Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө, 23 июнь — Халыҡ-ара тол ҡатындар көнө, 11 октябрь — Халыҡ-ара ҡыҙҙар көнө, 25 ноябрь — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙы бөтөрөү өсөн көрәш көнө.

undefined

БМО-ның ҡатын-ҡыҙҙар статусы буйынса комиссияһы әҙерләгән «ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияны бөтөрөү тураһындағы декларацияһы»н БМО-ның Генераль ассамблеяһы тарафынан 1967 йылда ҡабул ителә, 1981 йылда Халыҡ-ара хоҡуҡи тәртипте билдәләүсе «Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияны бөтөрөү тураһындағы конвенцияһы» (ингл. CEDAW) көсөнә инә.

Әлеге ваҡытта халыҡ-ара кимәлдә ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын үҫтереү менән БМО-ның 2010 йылда булдырылған айырым махсус агентлығы шөғөлләнә.

Теманы өйрәнеү

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 8 март менән бәйле тарихын 1980 йылдарҙа тарихсы Рене Котэ өйрәнә.[8] Эҙләнеүҙәре Канадала 1984 йылда La Journée internationale dês femmes ou les vrais dates des mystérieuses origines du 8 de mars jusqu’ici embrouillés, truquées, oubliées : la clef dês énigmes. La vérité historique. Montreal: Les éditions du remue ménage[15] китабында баҫыла.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы БМО-ның рәсми темалары

Йыл БМО темаһы[17]
1996 Үткәнде байрам итеү, киләсәккә пландар ҡороу
1997 Ҡатын-ҡыҙ һәм тыныслыҡ өҫтәле
1998 Ҡатын-ҡыҙ һәм кеше хоҡуҡтары
1999 Ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыуҙан азат донъя
2000 Тыныслыҡ өсөн берләшкән ҡатын-ҡыҙҙар
2001 Ҡатын-ҡыҙҙар һәм тыныслыҡ: ҡатын-ҡыҙҙарҙың конфликттарҙы бөтөрөүе
2002 Бөгөнгө афған ҡатын-ҡыҙҙары: ысынбарлыҡ һәм мөмкинлектәр
2003 Енес тигеҙлеге һәм мең йыллыҡ үҫеш маҡсаттары
2004 Ҡатын-ҡыҙҙар һәм КИВ/БИДС
2005 2005 йылдан һуң енес тигеҙлеге мәсьәләләре; имен киләсәк төҙөү
2006 Ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙар урыны
2007 Ҡатын-ҡыҙ һәм ҡыҙ балаларға ҡаршы көс ҡулланған өсөн язаһыҙлыҡты туҡтатыу
2008 Ҡатын-ҡыҙға һәм ҡыҙ балаларға ресурстар һәм мөмкинлектәр биреү
2009 Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-аттарҙың ҡыҙ балаларға һәм ҡатын-ҡыҙға ҡаршы енәйәттәрҙе туҡтатыу өсөн берләшеүе
2010 Уртаҡ хоҡуҡтар, уртаҡ мөмкинлектәр: барыһы өсөн прогресс
2011 Технология, фән, мәғариф системаһына һәм тренингтарға өлгәшеүҙә тигеҙлек: ҡатын-ҡыҙҙарға ҡабул ителерлек эш мөмкинлектәре асыуға юл
2012 Ауылдарҙа йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға мөмкинлектәр булдырыу, фәҡирлекте һәм аслыҡты бөтөрөү
2013 Бирелгән вәғәҙә — вәғәҙә булып ҡала: ҡатын-ҡыҙға ҡарата енәйәттәрҙе туҡтатырға ваҡыт
2014 Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тиңлек — барыбыҙ өсөн дә прогресс
2015 Ҡатын-ҡыҙҙар ҡулына көс бирү — кешелекте көсәйтеү: күҙ алдығыҙга килтерегеҙсе![18]
2016 2030 йылға — 50/50 Планетаһы: Гендер тигеҙлеккә баҫым[19]
2017 Үҙгәрә торған эш донъяһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың роле: 2030 йылға — 50/50 Планетаһы[20]
2018 Ваҡыты — хәҙер үк: ауыл ерҙәрендә һәм ҡала мөхитендә әүҙемселәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошон үҙгәртә[21]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Козлова Н. Н. Международный женский день 8 Марта как инструмент формирования советской политической культуры // Женщина в российском обществе : журнал. — 2011. — № 1.
  2. 1 2 3 Международный женский день (8 марта). ООН (8 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  3. История Международного женского дня. ТАСС (8 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  4. Копчугова А., Полякова В. Акции на 8 Марта в разных странах. РБК (8 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  5. Присоединяйтесь к Всероссийской акции «Вам любимые!» Региональный центр патриотического воспитания (7 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  6. Бобович А. В каких странах 8 Марта – государственный праздник? Аргументы и факты (7 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  7. United Nations page on the background of the IWD. Un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  8. 1 2 3 4 5 Today is International Women’s Day. Take Back Halloween! (8 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  9. 1 2 3 Temma Kaplan, «On the Socialist Origins of International Women’s Day», Feminist Studies, 11/1 (Spring, 1985)
  10. Elizabeth Cady Stanton Dies at Her Home., New York Times (October 27, 1902). 28 ғинуар 2026 тикшерелгән. «Mrs. Elizabeth Cady Stanton died at 3 o'clock yesterday afternoon at her home in the Stuart Apartment House, 250 West Ninety-fourth Street. Had she lived until the 12th of next month she would have been 87.».
  11. Though it is popularly known as the first-ever women’s rights convention, the was preceded by the in 1837 held in New York City, at which women’s rights issues were debated, especially African-American women’s rights.
    Introduction // African American women and the vote, 1837–1965. — University of Massachusetts Press, 1997. — P. 2–9. — ISBN 1-55849-059-0.
    In June 1848, male-organized National Convention in New York discussed the rights of women, at which presidential candidate established a party plank of women’s suffrage
  12.  (инг.) Give Us Women’s Suffrage (March 1914). German History in Documents and Images. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  13. History of International Women's Day. United Nations. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  14. About International Women's Day. Internationalwomensday.com (8 март 1918). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  15. 1 2 Cote, Renée (1984) La Journée internationale dês femmes ou les vrais dates des mystérieuses origines du 8 de mars jusqu’ici embrouillés, truquées, oubliées : la clef dês énigmes. La vérité historique. Montreal: Les éditions du remue ménage.
  16. Андреева Е. М., Жемальдинова А. Ш. РОССИЯ. ГОД 1917: к 100-летию Великой русской революции: библиографические указатели книг. — М: ЦУНБ им. Н. А. Некрасова, 2017. — 134 с.
  17. WomenWatch: International Women's Day. Un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  18. International Women's Day | UN Women – Headquarters. UN Women. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  19. International Women's Day 2016. UN Women. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  20. International Women’s Day 2017. UN Women. Мөрәжәғәт итеү датаһы: ғинуар 2026. Архивировано из оригинала 8 март 2017 года. 2017 йылдың 8 март көнөндә архивланған.
  21. Time is Now: Rural and urban activists transforming women’s lives

Тема буйынса өҫтәмә