Энергетиктар көнө
Энергетиктар көнө (рус. День энерге́тика) — электр һәм йылылыҡ энергияһын етештереүҙе, тапшырыуҙы һәм ҡулланыусыларға һатыуҙы үҙ эсенә алған энергетика сәнәғәте белгестәренең һөнәри байрамы.
Шулай уҡ уны юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының профилле йүнәлештәре студенттары һәм уҡытыусылары, энергия етештереү ҡала барлыҡҡа килтереүсе тармаҡ булған тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр билдәләй[1].
Байрам 1966 йылдан алып билдәләнә. Ял көнө түгел.
Байрам тарихы
Советтар Союзында энергетиктар көнөн тәүге тапҡыр 1966 йылда билдәләйҙәр. 1980 йылдың 1 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумының «Байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы 3018-се Указы сыға. Указ сығарыу Рәсәйҙе электрлаштырыу буйынса дәүләт планын (ГОЭЛРО) раҫлау йыллығына тура килтерелә[1][2].
ГОЭЛРО планын академик Глеб Кржижановский етәкләгән махсус булдырылған комиссия төҙөй. Тәҡдим ителгән план 1920 йылдың 22 декабрендә асылған VIII Бөтә Рәсәй Советтар съезы барышында ҡабул ителә. Ошо көндән СССР энергетика системаһының тарихы башлана. 1966 йылда тап ошо ваҡиғаға нигеҙ һалыу энергетиктар көнөнә тура килә. Ошо ваҡиғаға бағышлап, энергетиктар көнөн 1966 йылдан алып билдәләй башлайҙар[3].
1980-се йылдарҙа байрам датаһы үҙгәрә. Ул һәр ваҡыт ял көнөнә тура килһен өсөн, 1980 йылда рәсми рәүештә декабрҙең өсөнсө йәкшәмбеһенә күсерелә. Әммә энергетиктар үҙҙәренең байрамын, ғәҙәттәгесә, 22 декабрҙә билдәләп үтә[1].
СССР тарҡалғас, Рәсәйҙә энергетиктар көнө рәсми рәүештә билдәләнмәй башлай Тик 2015 йылдың 21 декабрендә генә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, 1396-сы ҡарар сығарып, 22 декабрҙе йәнә байрам көнө итеп раҫлай[1].
Был һөнәри байрам, Рәсәйҙән тыш,Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең ҡайһы бер илдәрендә: Әрмәнстанда, Белоруссияла, Ҡырғыҙстанда, Украинала билдәләнә[4]. Ҡаҙағстанда ул декабрҙең өсөнсө йәкшәмбеһенә тура килә[5].
Әһәмиәте
Энергетиктар көнө — энергетика тармағы хеҙмәткәрҙәренең иҡтисадты үҫтереүҙә, халыҡтың көндәлек тормошон яҡшыртыуҙа һәм һаҡлауҙағы ҡаҙаныштарын таныу көнө. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: энергетиктарҙың һөнәри байрамы йылдың иң ҡыҫҡа көндөҙгө сәғәттәренең береһенә — ҡышҡы ҡояш торошо көнөнә тура килә, ул саҡта Төньяҡ ярымшарҙа энергетиктарҙың хеҙмәте айырыуса ныҡ һиҙелә[6].
Йола буйынса энергетиктарҙы һөнәри байрамдары менән Рәсәй Президенты ҡотлай. 2022 йылда Владимир Путин энергетика тармағы белгестәренә Донбасс, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең емерелгән энергетика системаһын тергеҙеүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерә[7].
Йолалар
Рәсәйҙә энергетиктар көнө һәр ҡалала тиерлек йыл да билдәләнә. 22 декабрҙә бөтә ил буйынса энергетика тармағындағы иң яҡшы белгестәрҙе хөрмәтләү маҡсатында байрам концерттары һәм тантаналы саралар үтә. Был көндө билдәләгәндә предприятиеларҙа һөнәри оҫталыҡ конкурстары һәм тематик күргәҙмәләр ойошторола[6].
Төп саралар йола буйынса Мәскәүҙә үтә. Тантаналы сарала, ғәҙәттә, баш ҡала етәкселеге, билдәле артистар ҡатнаша. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм премиялар менән бүләкләнә[6].
Рәсәйҙең энергетика системаһы
2020 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙең энергетикаһы системаһы донъяла иң эреләрҙең береһе булып тора. Территориялары буйынса ул тәүге урында тора, ә электр энергияһы етештереүе буйынса — дүртенсе урында.
Рәсәйҙең берҙәм энергетика системаһы 70 төбәк энергетика системаһын үҙ эсенә ала, улар ете берҙәм системаһына төркөмләнә: Көнсығыш, Себер, Урал, Урта Волга, Көньяҡ, Үҙәк һәм Төньяҡ-Көнбайыш. Улар синхрон режимда эшләй, ә үҙ-ара 220500 кВ көсөргәнешле юғары вольтлы электр тапшырыу линиялары менән тоташтырылған. Рәсәйҙәге бөтә электр станцияларының дөйөм ҡеүәте (улар мең ярымдан ашыу) 240 ГВт тиерлек тәшкил итә. Улар йылына 1053,8 миллиард кВт/сәғ электр энергияһы етештерә[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 День энергетика. Министерство энергетики и жилищно-коммунального хозяйства Кировской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ П. Г. Грудинский. Первый съезд советских электротехников. К 60-летию 8-го Всероссийского электротехнического съезда. Журнал «Электричество» 1981 г., № 10 (октябрь 1981). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023. Архивировано 20 сентябрь 2016 года.
- ↑ Алексей Ханин. День энергетика в России: История, традиции, интересные факты и идеи для подарков. Российская газета (13 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ День энергетика. Какой Сегодня Праздник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ Перечень профессиональных и иных праздников в Республике Казахстан (утверждён Указом президента Республики Казахстан от 20 января 1998 года № 3827). Архивная копия от 17 апрель 2022 на Wayback Machine Информационно-правовая система нормативных правовых актов Республики Казахстан «Әділет» // egov.kz
- ↑ 1 2 3 4 Александра Егорова. День энергетика в 2023 году: история и традиции праздника. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ Путин отметил особый вклад энергетиков в восстановление новых регионов России. ТАСС (22 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.