Металлургтар көнө

21.07.24
20.07.25
19.07.26
18.07.27
16.07.28

Металлургтар көнө (рус. День металлурга) — металлургия сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы, Рәсәйҙә һәм БДБ-ның ҡайһы бер илдәрендә июль айының өсөнсө йәкшәмбеһендә йыл һайын билдәләнә. Был көндө ҡорос иретеүселәрҙе, прокатсыларҙы, ҡойоусыларҙы, иретеүселәрҙе, доменсыларҙы, тау эшселәрен һәм тармаҡтың башҡа вәкилдәрен тәбрикләйҙәр[1].

Тарихы

Байрам СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан 28 сентябрь 1957 йылда раҫланған. 1 октябрь 1980 йылда Металлургтар көнө «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» указға индерелгән һәм СССР Юғары Советының 1988 йылың 1 ноябрендәге указы менән яңынан раҫланған[2]. Байрам көнө күсерелмәле дата — июль айының өсөнсө йәкшәмбеһе билдәләнгән[3]. Датаны һайлау осраҡлы түгел: СССР металлургия заводтарында иң мөһим производство рекордтарының ҙур өлөшө нәҡ июль айында теркәлгән[4].

Металлургтар көнө СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенә һәм һуғыштан һуң иҡтисадты тергеҙеүгә металлургия тармағының өлөшөн билдәләү өсөн ойошторолған. Байрамдың маҡсаты — металлургтарҙың хеҙмәтен хөрмәтләү һәм ил иҡтисадында металлургия сәнәғәтенең әһәмиәтен күрһәтеү. СССР тарҡалғандан һуң «Металлургтар көнө» байрамы металлургия ил иҡтисадында ҙур роль уйнаған БДБ илдәрендә һаҡланған. Һөнәри байрам традицион рәүештә металл менән эшләүсе тау-байытыу комбинаттары, заводтар һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ профильле юғары уҡыу йорттары һәм колледждар студенттары һәм уҡытыусылары тарафынан билдәләнә. Ҙур металлургия комплекстары урынлашҡан Түбәнге Тагил, Иҫке Оскол, Норильск, Новокузнецк, Магнитогорск, Череповец, Силәбе, Таганрог, Липецк, Мончегорск кеүек ҡалаларҙа байрам киң билдәләнә.

Байрам традициялары

Йола буйынса байрам тантанаһы металлургия предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең тантаналы парады менән башлана.

undefined

Артабан тантаналы шарттарҙа «ҡыҙыу» цехтарҙа һәм төп металлургия агрегаттарында кәм тигәндә 15 йыл хеҙмәт иткән эшселәргә, шулай уҡ тармаҡта 20 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған башҡа ветерандарға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы» (рус.)баш. тигән маҡтаулы исем бирелә һәм күкрәккә тағыла торған көмөш билдә тапшырыла[5]. Предприятие етәкселәре хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр һәм наградалар тапшыра. Тап ошо көндө заводтарҙа яңы ҡорамалдарҙы файҙаланыуға тапшырыу йолаға әйләнгән[6].

Шулай уҡ ҡалаларҙа концерттар, тематик экскурсиялар, завод музейҙарында асыҡ ишектәр көндәре ойошторола, спорт ярыштары, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре һәм ижади эштәр күргәҙмәләре үткәрелә.

Нумизматика

2020 йылдың 30 июнендә Рәсәй Банкының «Хеҙмәт кешеһе» серияһында 10 һумлыҡ «Металлургия сәнәғәте хеҙмәткәре» тәңкәһе сығарыла. Уның һүрәтендә махсус һаҡланыу кейемендәге металлург, иретелгән металл тултырылған сүмес һәм тирә-яҡҡа сәсрәгән осҡондар төшөрөлгән.

Тарихи-тематик белешмәлә был тәңкәнең мәғдәндән һәм башҡа сеймалдан металл етештереү процестары йыйылмаһын тәшкил иткән иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының береһендә эшләүсе металлургтарға бағышланыуы билдәләнә.[7].

Башҡа илдәрҙә

Рәсәйҙән тыш, Металлургтар көнө башҡа илдәрҙә лә билдәләнә.

undefined

Металлургтар көнө билдәләnә торған илдәр:

  • Белоруссия — ил президентының 1998 йылдың 26 мартындағы № 157 «Белоруссия Республикаһында дәүләт байрамдары, байрам көндәре һәм иҫтәлекле даталар тураһында» указына ярашлы, Металлургтар көнө йыл һайын июль айының өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләnә.
  • Ҡаҙағстан — ил президенты указына ярашлы 2003 йылдан башлап шулай уҡ июль айының өсөнсө йәкшәmбеһендә билдәләнә[8].
  • Украина — ил президентының 1993 йылдың 3 июнендәге № 187/93 указына ярашлы.
  • Әрмәнстанда шул уҡ көндө, Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан менән бер рәттәn, «Тау эшселәре һәм металлургтар көнө» билдәләнә.

Иҫкәрмәләр

  1. Олеся Роженцова. Когда отмечают День металлурга в 2024 году (19 июль 2024). 22 июнь 2026 тикшерелгән.
  2. Указ Президиума ВС СССР от 1 октября 1980 г. N 3018-Х "О праздничных и памятных днях". Правотека.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.
  3. Праздничные (нерабочие) дни, профессиональные праздники и памятные дни (билдәһеҙ). www.consultant.ru. КонсультантПлюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.
  4. Халабузарь, Николай. Профессия, на которой держится мир: день металлурга (10 июнь 2025). 22 июнь 2026 тикшерелгән.
  5. Кирилл Юрьев. День металлурга в России 2025: какого числа, история и традиции праздника (8 апреля 2025). 22 июнь 2026 тикшерелгән.
  6. День металлурга в 2024 году: какого числа отмечают, история и традиции праздника (16 июль 2024). 22 июнь 2026 тикшерелгән.
  7. Работник металлургической промышленности. www.cbr.ru. Рәсәй Банкы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.
  8. Дмитрий Смирнов. «Гвозди бы делать из этих людей!» (19.07.2022). 22 июнь 2026 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә