Археологтар көнө

Археологтар көнө (рус. День археолога) — XX быуат уртаһынан йыл һайын 15 августа билдәләнгән Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Украина (2008 йылдан — рәсми көн) археологтарының рәсми булмаған һөнәри байрамы.

Тарихы

Тәүге тапҡыр «археология» термины боронғо грек философы Платондың хеҙмәтендә осрай[1]. Б. э. тиклем VI быуатта Вавилон батшаһы Набонид боронғо Вавилон ҡомартҡыларын ҡаҙа[1]. 1748 йылда боронғо Рим ҡалаһы Помпеиҙа ҡаҙыныу эштәре үткәрелә, ул беҙҙең эраның 79 йылында Везувий вулканы атылғандан һуң юҡҡа сыға. Ҡаҙыныу урынында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән «Помпеи» археологик паркына (музейына) нигеҙ һалына[1]. 1879 йылда Испанияла Альтамира мәмерйәһендә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр табыла[1].

Ә Рәсәй биләмәһендә император Пётр I тарафынан бүләккә алмашҡа табылған боронғо әйберҙәрҙе йыйырға һәм һарайға килтерергә күрһәтмә бирелә[1], немец тикшеренеүсеһе Д. Г. Мессершмидт Себер буйлап сәйәхәте ваҡытында фәнни маҡсат менән тәүге археологик ҡаҙыныуҙар үткәрә (Тагарский утрауы, Минусинск соҡоро)[1]. 1951 йылда Бөйөк Новгородта ҡаҙыныуҙар ваҡытында беренсе һаҡланып ҡалған ҡайын туҙындағы грамота (Урта быуат Русь дәүләтенең XI—XV быуат яҙмаһы ҡомартҡыһы) табыла[1]. 1993 йылда Алтайҙа «Укока принцессаһы» (рус.)баш. («алтай принцесса»һы) мумияһы табыла[1]. Мәскәүҙең ҡайһы бер урындарында мәҙәни ҡатлам тәрәнлеге 10 метрҙан ашыу тәшкил итә[2]. Рәсәйҙә ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт ҡомартҡылары Карелияла, Башҡортостанда, Хакасияла, Красноярск крайында, Кемерово өлкәһендә, Алтайҙа һәм Алыҫ Көнсығышта урынлашҡан[1].

Интернет селтәрендә Рәсәйҙең археологик картаһы (42 меңдән ашыу объект) бар[2].

«Археологтар көнө» рәсми булмаған байрам булып тора. Байрамдың килеп сығышы бер нисә ваҡиғаға бәйле[1][3]:

  • Бөйөк Новгородта археологик экспедиция ваҡытында археолог студенттар байрам ойошторорға ҡарар итә. Бының өсөн сәбәп итеп улар Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең аты Буцефалдың тыуған көнөн һайлай. Был тәҡдим экспедиция етәксеһе А. В. Арциховский тарафынан хуплана;
« Ҡасандыр, 70 йыл элек, әле һуғыш алдынан, Новгородта ҡаҙыныу эштәре алып барыла. Археологтар байрам ойошторорға теләп, экспедиция етәксеһе Арциховскийға килә һәм: «Бөгөн ҙур байрам, билдәләп үтергә кәрәк» тиҙәр. — «Ә ниндәй байрам?» — «Александр Македонскийҙың аты Буцефалдың тыуған көнө!» Шулай итеп, байрамды билдәләйҙәр. Ә һуңынан был сәбәп онотола, һәм Буцефалдың тыуған көнө Археологтар көнө булып китә.
Рәсәй Фәндәр академияһы академигы В. Л. Яниндың интервьюһы[4].
»
  • 1934 йылдан 1959 йылға тиклем археолог В. И. Равдоникас етәкселегендә «Иҫке Ладога» торағын ҡаҙығанда, ял көнө алыу өсөн, археологтар 15 августы «Археологтар көнө» тип иғлан итә, күрше экспедицияларға ҡотлау открыткалары ебәреп, етәкселәрҙе был көндө рәсми тип ышандырырға тырыша;
  • 1947 йылда СССР-ҙа Волга-Дон археология экспедицияһы отрядында тәүге тапҡыр «Археологтар көнө» билдәләнә;
  • Һуңғы версия буйынса, байрамдың барлыҡҡа килеүе 1947 йылдан 1968 йылға тиклем археолог, Триполье мәҙәниәтен өйрәнеүсе Т. С. Пассек (Көньяҡ-Көнсығыш Европаның неолит, энеолит һәм бронза быуаттары буйынса белгес) етәкселегендә үткән экспедициялар ваҡытына ҡарай. Байрам датаһы итеп 15 август — Т. С. Пассектың тыуған көнө һайлана.

Был көндөң маҡсаты — археологтарға тарихи мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн хөрмәт күрһәтеү. Байрам Рәсәйҙә, Беларуста, Ҡаҙағстанда һәм Украинала (2008 йылдан — рәсми көн) билдәләнә[1].

undefined

Йолалар һәм саралар

«Археологтар көнө» археологик ялан миҙгеле осоронда билдәләнә. Археологтарҙың күбеһе был көндө экспедицияла билдәләй[2].

Экспедицияла беренсе тапҡыр ҡатнашыусылар өсөн «археологҡа бағышлау» йолаһы үткәрелә. Кандидаттарҙы бер нисә һынау көтә: улар ҡаршылыҡтар һыҙатын үтергә, «хазина» табырға, билдәле археологтарҙың исемдәрен һанап сығырға һ. б. тейеш[3][5].

Шулай уҡ төрлө саралар үткәрелә[1]:

  • Музей күргәҙмәләре;
  • Ҡомартҡылар һәм ҡаҙыныу урындары буйлап экскурсиялар;
  • Махсус тикшеренеүҙәр презентациялары;
  • Конференциялар һәм симпозиумдар.

2021 йылда Дондағы Ростовтағы В. Г. Белинский исемендәге китапханала «Үткәндән киләсәккә» мәғлүмәт сәғәте үтә[4].

undefined

2022 йылда Мәскәүҙең Археология музейында (рус.)баш. интерактив программалар үткәрелә. Килеүселәр импровизацияланған ҡаҙыныуҙарҙа ҡатнаша, мәҙәни ҡатлам моделен төҙөй, шулай уҡ боронғо дәүерҙәрҙең ысын әйберҙәрен күрә[6]:

  • «Көрәк менән ҡоралланған тарих» интерактив экскурсияһы;
  • «Нимә ул мәҙәни ҡатлам?» оҫталыҡ дәресе;
  • «Археологик практикум» интерактив программаһы.

2023 йылда Ленинград өлкәһендәге «Иҫке Ладога» музей-ҡурсаулығына килеүселәр өсөн тематик саралар, шул иҫәптән ҡаҙыныу эштәре ойошторола[7]. Севастополдә «Херсонес Таврический» музей-ҡурсаулығында көршәк яһау, керамика буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола, Херсонестың башҡа грек ҡалалары менән сауҙа бәйләнеше тураһында «Гермес эҙе буйлап» лекцияһы уҡыла, балалар өсөн «Мажараларға ҡаршы» белем биреү уйыны үтә. Шулай уҡ Мәскәүҙең Археология музейында саралар уҙа[7].

Башҡортостанда

Башҡортостан биләмәһендәге Берҙәм дәүләт мәҙәни мираҫ реестрына меңдән ашыу археологик объект индерелгән[8]. 2008 йылда республика территорияһындағы археологик объекттарҙы тикшереү һәм һаҡлау буйынса археологтарҙың тырышлығын берләштереү һәм координациялау маҡсатында «Башҡортостан Республикаһының археологик йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы булдырыла[9].

Археологтар көнөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы[10], учреждениелар һәм ойошмалар[11], археологтарҙың тарихи мираҫты һаҡлауға индергән өлөшөн билдәләп, уларҙы байрам менән ҡотлай, ә телевидениела был һөнәр эйәләре тураһында тапшырыуҙар күрһәтелә[12].

Был көндө музейҙарҙа күргәҙмәләр, интерактив программалар ойошторола, балалар өсөн белем биреү программалары үткәрелә[13][14].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 День археолога 2026: какого числа, история и традиции праздника. 11 август 2026 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 Романтики большой науки: о Дне археолога. Радио Спутник (15 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2026.
  3. 1 2 День археолога в России (15 август 2022). 11 август 2026 тикшерелгән.
  4. 1 2 Час информации «Из прошлого в будущее» - Библиотека имени В.Г. Белинского, belinckij23 (15 август 2021). 11 август 2026 тикшерелгән.
  5. 15 августа — День археолога: история, традиции, поздравления (14 август 2024). 11 август 2026 тикшерелгән.
  6. Программы ко Дню археолога. mosmuseum.ru (2022 год). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2026.
  7. 1 2 Раскопки прошлого: Отмечаем День археолога – 2024 (15 август 2023). 11 август 2026 тикшерелгән.
  8. 15 августа - День археолога! Официальный портал Республики Башкортостан (15 август 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2026.
  9. О нас. archeology-rb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
  10. Радий Хабиров поздравил жителей Башкирии с Днем археолога. "Башинформ" (16 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2026.
  11. Поздравляем с Днем археолога! Национальный музей РБ (15 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2026.
  12. Ян Романов. Археологи Башкирии отмечают профессиональный праздник. Bash.News (15 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2026.
  13. В Национальном музее Республики Башкортостан открылась фотовыставка «Археолог и Я». Российское историческое общество (6 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2026.
  14. Лилия Рамазанова. В детских садах Уфимского района организовали «День археолога». iuruzan.ru (20 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2026.

Тема буйынса өҫтәмә