Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө
Тарихы
Һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип 1930 йылдың 2 авгусы иҫәпләнә[2]. Был көндө СССР Хәрби-һауа көстәренең Мәскәү хәрби округы күнекмәләре ваҡытында Воронеж ситендә совет тарихында беренсе тапҡыр хәрби бурысты үтәү өсөн 12 кешенән торған төркөм парашюттар менән десант төшә.
Һауа-десант ғәскәрҙәре үҙҙәре бер йылдан һуң — 1931 йылда ойошторола, ә тағы бер йылдан улар совет Хәрби-һауа көстәре составына инә[4].
Барлыҡҡа килгәненән алып 60 йыл дауамында һауа-десант подразделениелары күп һанлы ҡораллы низағтарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген күрһәтһә лә, айырым ғәскәр төрө статусын улар тик 1991 йылда ғына ала[4]. Ошо ваҡыттан алып Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары киң күләмлегә әйләнә.
Рәсми рәүештә был байрам 2006 йылдың 31 майында Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путиндың ватандың хәрби традицияларын тергеҙеү һәм үҫтереү, хәрби хеҙмәт абруйын күтәреү, дәүләтте обороналау һәм уның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында «Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә һөнәри байрамдарҙын һәм иҫтәлекле көндәрҙе билдәләү тураһындағы» 549-сы Указы менән нығытыла[5][4].
1997 йылда ил тарихындағы беренсе десант төркөмө төшөрөлгән урында (Воронеж, Генерал Лизюков урамы) иҫтәлекле билдә — гранит таш һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Унда: «Бында 1930 йылдың 2 авгусында СССР-ҙа беренсе тапҡыр ун ике кешенән торған һауа десанты төшөрөлдө», — тип яҙыла[6].
Һауа-десант ғәскәрҙәренең барлыҡҡа килеүе уның армия составында формалашыуынан түгел, ә тап ошо датанан иҫәпләнә. 2020 йылда Рәсәй һауа-десант ғәскәрҙәренә 90 йыл тула[7][8]. Байрам саралары Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһы (рус.)баш. урынлашҡан, «Һауа-десант ғәскәрҙәренең баш ҡалаһы» тип йөрөтөлгән Рязань ҡалаһында киң билдәләнә[9]. Был училище — донъяла десантсы-офицерҙар әҙерләүсе ике хәрби уҡыу йортоноң береһе, һәм берҙән-бер һөнәри уҡыу йорто (шул уҡ ваҡытта армия генералы В. Ф. Маргелов исемендәге Суворов орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһы — донъяла десантсы-офицерҙарҙы әҙерләгән берҙән-бер юғары хәрби уҡыу йорто[10]).
Байрам саралары ваҡытында, йола булараҡ, «Ҡанатлы пехота» РВВДКУ ансамбле яҙған «Рязань — столица ВДВ» йыры башҡарыла.
Рязань хәрби вузы ВДВ-ға нигеҙ һалған тип һаналған генерал Василий Маргелов (рус.)баш. исемен йөрөтә. Һуңыраҡ килһә лә, тап хәҙерге ғәскәрҙәрҙе ул формалаштыра, уның осоронда десантсыларҙың бик күп традициялары барлыҡҡа килә. Уның хөрмәтенә ғәскәрҙәрҙе шаяртып ВДВ — «Войска дяди Васи» тип йөрөтәләр[11].
Рязандә шулай уҡ Һауа-десант ғәскәрҙәренең үҙәк музейы (училище бинаһы менән йәнәш урынлашҡан) һәм төп күнекмә полигоны бар[12].
2022 йылда ВДВ көнө Мәскәү өлкәһенең «Патриот» паркында 2-7 августа үтә, унда төрлө саралар ойошторола[13].
Традициялар һәм билдәләү үҙенсәлектәре
Һауа-десант ғәскәрҙәренең ғәмәлдәге һәм запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы булған Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө, ғәҙәттә, тотош Рәсәйҙә, Беларустә һәм БДБ-ның башҡа дәүләттәрендә билдәләнә[14].
Элекке һәм хәҙерге десантсыларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотлай[15].
Төп байрам саралары үткән Рязандә ҡаланың үҙәге булған Ленин майҙанында концерт ойошторола. Унда «Крылатая пехота» РВВДКУ ансамбле сығыш яһай, десантсыларға бағышланған йырҙар, шул иҫәптән «Синева» йырын башҡара[16][17].
Шулай уҡ байрам саралары «Спартак» стадионында үтә, унда концерт номерҙарын, десантсыларҙың күрһәтмә сығыштарын, уларҙың стадион уртаһына йәки унан ситтәге майҙансыҡҡа төшөүен ҡарарға була[18].
Байрам сараларында Хәрби йыһан көстәренең пилотаж төркөмө лә ҡатнашыуы мөмкин. Мәҫәлән, 2019 йылда байрам барған стадион өҫтөнән Кубинканан «Стрижи» һәм «Русские Витязи», шулай уҡ Торжоктан «Беркуты» вертолет пилотаж төркөмө осоп үтә[19].
Екатеринбургта ҡала быуаһы эргәһендәге яр буйына десантсыларҙың парашюттан күрһәтмә һикереүе ойошторола[20]. Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында билдәләнә. Уларҙа яугир десантсыларҙың сығышы күрһәтелә, ветерандар тәбрикләнә, концерттар, хәйриә акциялары, халыҡ байрамы, халыҡ кәсептәре йәрминкәләре һәм хәрби техника күргәҙмәләре ойошторола[21].
Мәскәүҙә 2 августа Максим Горький исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында десантсылар хәрби дуҫтары менән осраша, дуҫтарын, ветерандарҙы һәм һәләк булған яуҙаштарын иҫкә ала[20].
Десантсыларҙың фонтандарҙа һыу инеүе — байрамдың традицион элементы, символик мәғәнәғә эйә — шулай итеп улар һыуҙа сағылған күккә яҡыныраҡ булырға тырыша[4].
Был көндә төп байрам һыйы булып ҡарбуз тора[4].
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө 2025 йылда
2025 йылдың 2 авгусында Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 95 йыллығы билдәләнә. Тотош ил буйынса тантаналы саралар үтә: парашютсыларҙың күрһәтмә сығыштары, хәрби техника күргәҙмәләре, концерттар, һәләк булған десантсылар һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу ойошторола[22]. Рәсәй Президенты Владимир Путин ғәскәрҙәрҙең шәхси составын һәм ветерандарҙы ҡотлап, уларҙың ҡаһарманлығын һәм илдең оборона һәләтен нығытыуға индергән өлөшөн билдәләй[23]. Оборона министры Андрей Белоусов махсус хәрби операция барышында 99 десантсыға Рәсәй Геройы исеме бирелеүен белдерә[24]. Барлыҡҡа килгәненән алып ғәскәрҙәрҙән 362 Советтар Союзы Геройы, 199 Рәсәй Геройы сыға[25].
Мәскәүҙә төп саралар Ҡыҙыл майҙанда һәм Горький паркында үтә[26][27].
Төбәктәрҙә лә тантаналар киң күләмле акцияларға әүерелә. Күп ҡалаларҙа ВДВ флагы менән автойөрөштәр, патриотик сығыштар һәм оҫталыҡ дәрестәре үтә[28].
Башҡортостанда
2025 йылда республика десантсылары һәм башҡа төбәктәрҙән килгән хәрби хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамдарын өсөнсө тапҡыр Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында билдәләй. Улар экстремаль "Геройҙар ярышы"нда ҡатнаша, эҙәрмәндәр отрядтарының күргәҙмәһе менән таныша, парашют селтәрҙәре һәм браслеттар үреү, авиамоделләштереү, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарай.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостан буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» фонды һәм БР-ҙың МХО ветерандары ассоциацияһы ойошторған консультациялар өҫтәле эшләй.
Сараның төп ваҡиғаһы булып Рәсәй Геройы, спецназ төркөмө командиры, өлкән лейтенант, МХО барышында хәрби задание үтәгәндә һәләк булған Максим Серафимовҡа һәйкәл асыу була.
Байрамды «Голубые береты» ансамбле сығышы тамамлай[29].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Министр обороны России генерал армии Сергей Шойгу поздравил десантников с Днём Воздушно-десантных войск. iz.ru (2 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ 1 2 Воздушно-десантные войска ВС РФ отмечают 92 года со дня образования. Министерство обороны Российской Федерации (2 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ День Воздушно-десантных войск в России. РИА Новости (2 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 2 августа — День ВДВ: история и традиции праздника «голубых беретов» (1 август 2023). 7 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31.05.2006 г. № 549 «Об установлении профессиональных праздников и памятных дней в Вооружённых Силах Российской Федерации». Официальный интернет-портал правовой информации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Алексей Савченко. Первый десант. vrn-histpage.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Воздушно-десантные войска отмечают 90 лет со дня своего образования - ТАСС. 7 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ День Воздушно десантных войск отметят в Москве 2 августа 2018 года. — Традиции празднования, интересные факты, предстоящие мероприятия, // 4-women.ru (31 июль 2018). 7 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Руководитель следственного управления принял участие в торжественном мероприятии. ryazan.sledcom.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Рязань – столица ВДВ. К 90-летию образования Воздушно-десантных войск. kraeved.rounb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ "Войска дяди Васи". Почему генерала Маргелова называют отцом ВДВ (20181227T0800). 7 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Крылья для пехоты. 7 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ День ВДВ 2 августа 2022 в Москве и Подмосковье: программа, перекрытие движения, купание в фонтанах (1 август 2022). 7 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Десантники отмечают свой профессиональный праздник. — Сегодня в России отмечается День Воздушно-десантных войск. Интернет-портал «Российской газеты» // rg.ru (2 август 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026. Архивировано 4 декабрь 2011 года.
- ↑ Путин поздравил десантников с Днем ВДВ (20210802T1225). 7 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ А мы – крылатая пехота. Рязанские ведомости (2 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ В Рязани отмечают День ВДВ всем городом - Российская газета (2 август 2023). 7 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ День ВДВ отпраздновали в Рязани. ryazpressa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ День ВДВ в Рязани: танцы Дедов Морозов и рукопашный бой. 7 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Праздник "без ерундистики": День ВДВ в России (20220802T1439). 7 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Праздник «без ерундистики»: День ВДВ в России. РИА Новости (2 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ По традиции — с флагами и в фонтан: как в России прошел День ВДВ. URA.RU (2 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Путин поздравил десантников с Днем ВДВ. ria.ru (2 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Белоусов рассказал о десантниках, получивших звание Героя России. ria.ru (2 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Воздушно-десантные войска отмечают 95-ю годовщину. tass.ru (2 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Как пройдет День ВДВ в Москве 2025: программа мероприятий. Комсомольская правда (1 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Концерт и взятие фонтана в Парке Горького. Как Москва отметила юбилейный День ВДВ. MSK1.RU (2 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ День ВДВ в 2025 году: какого числа, история и традиции праздника. 74.ru (28 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ В Башкирии с размахом отметили 95-летие ВДВ России. ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
Һылтанмалар
- Празднование дня Воздушно-десантных войск в России. // zatebya.ru
- Празднование дня ВДВ в Новосибирске. // sib.fm (2 августа 2012 года)
- Фотографии празднования Дня ВДВ. РИА Новости Медиабанк