Шахтёрҙар көнө

Шахтёрҙар көнө (рус. День шахтёра) — шахтёрҙарҙың һөнәри байрамы, тарихы Советтар Союзына барып тоташа; СССР тарҡалғас та, Рәсәйҙә, Белоруссияла, Эстонияла, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда, Украинала, Ҡырғыҙстанда августың һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә[1].

Байрамдың тарихы

Файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү буйынса беренсе экспедиция 1491 йылда уҡ Уралда башлана, әммә Рәсәйҙә ысын тау эшенә 1722 йылдың 7 декабрендә, Пётр I күмер сәнәғәтенә нигеҙ һалған указға ҡул ҡуйғас башлана. «Донда һәм Воронеж губернаһында ташкүмер һәм мәғдәндәр эҙләү тураһында»ғы указда ул империяның көньяҡ төбәктәрендә ташкүмер эҙләргә бойора[2][3].

Датаны 30 августан 31 авгусҡа күсереүгә 1935 йылда СССР-ҙа стахановсылар хәрәкәтенә (рус.)баш. нигеҙ һалыу сәбәп була. Ул ваҡытта эшселәр планды үтәп кенә ҡалмай, уны арттырып үтәй. Ул төндө Ирмино ҡалаһында, «Центральная-Ирмино» шахтаһында (һуңыраҡ «22 съезд» шахтаһы) шахтёр Алексей Стаханов (рус.)баш. рекорд ҡуя: 7 тонна норма урынына 102 тонна ташкүмер сығара. Ошо рекорд хөрмәтенә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Шахтёрҙар көнөн билдәләргә ҡарар ителә. 1947 йылдың 10 сентябрендә СССР-ҙың көнсығыш райондары күмер сәнәғәте министры Д. Г. Оник менән СССР-ҙың көнбайыш райондары күмер сәнәғәте министры А. Ф. Засядько тәҡдиме августың һуңғы көнө барлыҡ таусыларҙың һөнәри байрамы булып китә[4][3].

Беренсе тапҡыр 1948 йылдың 29 авгусында билдәләнә. Йыл башында министр «Шахтёр көнө байрамына әҙерлек тураһында» бойороҡ сығара. Документта күмер сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла байрамды етештереү ҡаҙаныштары һәм торлаҡ-көнкүреш шарттарының яҡшырыуы менән ҡаршы алырға тейешлеге; хеҙмәт дисциплинаһын нығытыу, эшкә яңы машиналар индереү, шахталар төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы тиҙләтеү, эше менән айырылып торған шахтёрҙарҙы бүләкләү өсөн материалдар әҙерләү буйынса саралар билдәләнә. Шахтёрҙар көнөндә Мәскәүҙә тантаналы ултырыш үткәрелә, унда 1949 йылға эштә яҡшы уңышҡа өлгәшеү йөкләмәһе ҡабул ителә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 1 октябрендәге «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» указына ярашлы[5], Рәсәйҙә Шахтёрҙар көнө һәр ваҡыт августың һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә[3][6]. 2025 йылда ул 78-се тапҡыр 31 августа үтә[4].

undefined

Ҡайһы бер ҡала-биҫтәләр өсөн (мәҫәлән, Анжеро-Судженск, Антрацит, Артём, Брянка, Воркута, Горловка, Гуково, Джебарики-Хая, Донецк, Дровяная, Заполярный, Инта, Ҡарағанда, Кемерово, Кировск, Кировск/Голубовка (Луганск Халыҡ Республикаһы), Киселёвск, Копейск, Кохтла-Ярва, Краснодон, Молодогвардейск, Кривой Рог, Ленинск-Кузнецкий, Луганск, Макеевка, Междуреченск, Назарово, Нерюнгри, Новая Чара, Новокузнецк, Новошахтинск, Павлоград, Первомайск, Першотравенск, Прокопьевск, Свердловск, Ровеньки, Североуральск, Снежное, Селидово, Соледар, Стаханов, Суходольск, Терновка, Торез, Торецк, Шарыпово, Шахтерск, Шахтинск, Шахты, Шерловая Гора, Экибастуз, Мыски) Шахтёрҙар көнө төп байрамдарҙың береһе булып тора һәм асыҡ һауала концерттар, күңел асыу саралары менән билдәләнә[7].

Берёзовский, Горловка, Доброполье, Донецк, Киселевск, Краснокаменск, Макеевка, Прокопьевск, Солигорск, Соль-Илецк, Сосенский (Калуга өлкәһе), Торезе, Черемхово, Шахты, Шахтинск (Ҡарағанда өлкәһе) һәм Шахтерск тораҡ пункттарында Ҡала көнө Шахтёрҙар көнөнә тура килтереп үткәрелә.

undefined

Байрам итеү традициялары

Шахтёрҙар көнө күмер сығарылған төбәктәрҙә мөһим байрам булып тора. СССР-ҙа ул рәсми үтә: фиҙаҡәр хеҙмәткәрҙәр бүләкләнә, исемдәр һәм премиялар бирелә. Ваҡыт үткәс, байрам халыҡ байрамына әүерелә: концерттар ҡуйыла, киң күләмле саралар ойошторола, ғаилә табындары йыйыла. XXI быуатта ла традициялар үҙгәрмәй: һәләк булғандар мемориалдарына сәскәләр һалына, тармаҡ алдынғылары бүләкләнә, социаль объекттар асыла һәм концерттар ҡуйыла[8][9][10][7].

Иң күләмле саралар файҙалы ҡаҙылмалар сығарылған Кемерово өлкәһендә, Саха Республикаһында, Тывала һәм Донецк, Луганск Халыҡ Республикаларында үтә[11][7].

Кузбасста шахтёрҙар көнө

Кемерово өлкәһендә 2001 йылдан алып Шахтёрҙар көнө йыл да бер ҡалала билдәләнә: • 1976 йыл — 29 август — Прокопьевск
• 2001 йыл — 26 август — Прокопьевск
• 2002 йыл — 25 август — Ленинск-Кузнецкий
• 2003 йыл — 31 август — Белово
• 2004 йыл — 29 август — Осинники
• 2005 йыл — 28 август — Кемерово
• 2006 йыл — 27 август — Киселёвск
• 2007 йыл — 26 август — Анжеро-Судженск
• 2008 йыл — 31 август — Полысаево
• 2009 йыл — 30 август — Берёзовский
• 2010 йыл — 29 август — Краснобродский
• 2011 йыл — 28 август — Калтан
• 2012 йыл — 26 август — Мыски
• 2013 йыл — 25 август — Ленинск-Кузнецкий
• 2014 йыл — 31 август — Новокузнецк
• 2015 йыл — 30 август — Прокопьевск
• 2016 йыл — 28 август — Кемерово
• 2017 йыл — 27 август — Междуреченск
• 2018 йыл — 26 август — Шерегеш
• 2019 йыл — 25 август — Гурьевск
• 2020 йыл — 30 август — Белово
• 2021 йыл — 29 август — Киселёвск
• 2022 йыл — 28 август — Полысаево
• 2023 йыл — 27 август — Кемерово районы
• 2024 йыл — 25 август — Новокузнецк районы
Кемерово өлкәһенә сығыш яһарга танылған музыка коллективтары һәм билдәле артистар саҡырыла. Байрамды салют тамамлай.

Сит илдәрҙә

Польшала Шахтёрҙар көнө Варвара көнөнә (Барбурка, католицизмда 4 декабрҙә) тура килә һәм ҡыш башында уҙғарыла.

Филателияла

Сәнғәттә

Бик күп Рәсәй һәм совет башҡарыусылары тау сәнәғәте эшселәренә йырҙар бағышлай[12]:

  • Владимир Высоцкий — «Чёрное золото»;
  • Николай Расторгуев — «Последнее письмо шахтёра»;
  • Ян Френкель — «Шахтёрский характер»;
  • Юрий Богатиков — «Сияет лампочка шахтёра»;
  • ДДТ — «Песня о людях героических профессий».

Башҡортостанда

Байрамдың төп саралары республиканың тарихи шахтёр ҡалаларында — Күмертау, Сибай, Учалы ҡалаларында, шулай уҡ Бүребай ҡасабаһында үтә. 2025 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров шахтёрҙарҙы ҡотлап, уларҙың ауыр хеҙмәтенең иҡтисад өсөн әһәмиәтен билдәләне[13].

Традиция буйынса, был көндә иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары, шул иҫәптән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтёры» исеме[14], маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырыла. Хәйбулла районының Петропавловка ауылында «Башкирская медь» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә Урал тау-металлургия компанияһының тармаҡ наградалары тапшырылған[15]. Республиканың мәҙәниәт учреждениелары шулай уҡ байрамға арналған концерттар, музейҙарҙа экскурсиялар ойоштора[16]. Байрамдың төп маҡсаты — тау сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең республика иҡтисадын үҫтереүгә индергән өлөшөн таныу, шулай уҡ ҡалалар өсөн мөһим булған шахтёрҙар династияһы традицияларын һаҡлау.

Иҫкәрмәләр

  1. День шахтера 2025: какого числа, история, традиции, что подарить (22 август 2024). 1 июль 2026 тикшерелгән.
  2. История отрасли. Российский уголь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  3. 1 2 3 День шахтёра в 2025 году: какого числа отмечается в России, история и традиции праздника. 1 июль 2026 тикшерелгән.
  4. 1 2 Когда отмечают День шахтера в 2025-м. История, как появился праздник. 1 июль 2026 тикшерелгән.
  5. Указ Президиума ВС СССР от 01.10.1980 N 3018-Х "О праздничных и памятных днях" (утв. Законом СССР от 23 октября 1980 г.) (в редакции от 1 ноября 1988 г.) (с изменениями и дополнениями) | ГАРАНТ. base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  6. День шахтёра: история праздника, традиции и значение для страны. Знание.Вики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  7. 1 2 3 Корякина, Александра. День шахтера в России в 2025 году: подвиг советского рабочего и современные традиции (19 июнь 2024). 1 июль 2026 тикшерелгән.
  8. День шахтера в 2025 году: дата праздника, традиции и приметы горняков. 1 июль 2026 тикшерелгән.
  9. Шипилова, Елена. День шахтёра-2025: история, интересные факты и поздравления (24 август 2025). 1 июль 2026 тикшерелгән.
  10. День шахтера: история и традиции праздника (9 август 2024). 1 июль 2026 тикшерелгән.
  11. Когда отмечают День шахтера в 2025-м. История, как появился праздник (15 август 2025). 1 июль 2026 тикшерелгән.
  12. День шахтера 2025: какого числа, история и традиции праздника. 1 июль 2026 тикшерелгән.
  13. Глава Башкортостана поздравил шахтеров с профессиональным праздником. Башҡортостан гәзите. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  14. Закон о государственных наградах и почетных званиях Республики Башкортостан. pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
  15. День шахтера. Районный дом культуры Хайбуллинского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  16. Кумертау шахтерский в лицах. Архив городского округа г. Кумертау. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.

Сығанаҡтар

  • Бабокин И. А. Праздник шахтеров советской страны [Текст] / И. А. Бабокин // Безопасность труда в промышленности. — 1978 (август). — № 8. — С. 2—7.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә